Ғәмһеҙ булма, «Урал»ға һин, әйҙә, яҙыл! 14-11-2012, 14:01 / Мәҙәниәт

Ғәмһеҙ булма, «Урал»ға һин, әйҙә, яҙыл!

Үткән аҙнала Сермән модель китапханаһында «Урал »гәзите дуҫтарын йыйҙы. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, осрашыу гәзиттең 90 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторолдо. Редакция коллективы менән осрашыуға ауылдың битараф булмаған, ҡыҙыҡһыныусан халҡы йыйылды, тип әйтһәк тә хата булмаҫ....
«Кѳҙһылыу» конкурсы 12-11-2012, 13:55 / Мәҙәниәт

«Кѳҙһылыу» конкурсы

Әзекәй мәҙәниәт йортонда үткән «Кѳҙһылыу» конкурсы Халыҡтар берҙәмлеге байрамы менән тап килде. Тәүҙә йыйылыусыларҙы Әзекәй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Русим Рәмил улы Баймѳхәмәтов ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Һуңынан сәхнә түренә береһенән-береһе һылыу, һомғол ҡыҙҙар күтәрелде....
Йәшлек байрамы 7-11-2012, 15:24 / Мәҙәниәт

Йәшлек байрамы

Һәр йыл һайын бѳтә донъяла йәштәр кѳнѳн билдәләү матур традицияға әйләнгән. 12 августа - Халыҡ-ара, 27 июндә Рәсәй буйынса йәштәр кѳнѳ билдәләнһә, 10 ноябрҙә иһә, Бѳтә донъяның егет һәм ҡыҙҙары байрам итә....
«Уйна, гармун!»да - беҙҙекеләр 29-10-2012, 14:46 / Мәҙәниәт

«Уйна, гармун!»да - беҙҙекеләр

Уҙған һәм унан алдағы шәмбелә Рәсәйҙең 1-се каналында барған «Уйна, гармун!» тапшырыуында беҙҙең райондың һәм Межгорье ҡалаһының гармунсылары, фольклор ансамблдәре сығыш яһаны. Магнитогорск ҡалаһы һәм металлургия заводының байрамдары айҡанлы Анастасия Заволокина етәкселегендәге «Уйна, гармун!» телетапшырыуы тѳркѳмѳ Магнитогорскиға килгәйне. Байрамда Үткәл, Үрге Әүжән, Тирлән, Бирҙеғол гармунсылары һәм Ломовка фольклор тѳркѳмѳ үҙ һѳнәрен күрһәтте. Тамашасыға бигерәк тә Иршат Шәғәлин етәкселегендәге Рушан Шәғәлин, Ирек Йомағужин, Рәфис Ғәйфуллин, Илсур Мѳхәмәтдинов һәм Илдар...
Хат  хәбәрем  - Сермәндән 26-10-2012, 13:44 / Мәҙәниәт

Хат хәбәрем - Сермәндән

Сермән ауылы мәҙәниәт үҙәгендә ветерандар советы ойошмаһының барлыҡҡа килеүенә 25 йыл тулыуға арналған кисә булды. Унда муниципаль район хакимиәте вәкилдәре, күрше ауылдарҙың ветерандар советы рәйестәре һәм ветерандар ҡатнашты. Йыйылышты алып барыу ѳсѳн алдан президиум составы билдәләнде. Сермән ветерандар ойошмаһының тәүге етәксеһе булып А.С.Исламова эш башлап киткәйне. Асия Сәфәрғәле ҡыҙы үҙе “Хәтирә” ансамбленә күскәс, эшен Н.М.Ҡаһировҡа тапшырҙы. Йыйылыш барышында Асия апайҙың ул ваҡытта башҡарған эшен Солтан Мосауир улы ҙурлап, хѳрмәтләп телгә алды. Бѳгѳнгѳ кѳндә актив ветераныбыҙ-...
Әхмәр мәҙәниәт усағы гѳрләп тора 22-10-2012, 16:14 / Мәҙәниәт

Әхмәр мәҙәниәт усағы гѳрләп тора

Мәҙәниәт йорто директоры Нәғим Хәмзин, китапханасы Әлфиә Дәүләтова, художество етәксеһе Наил Хәмзин ололар кѳнѳнә арналған кисәгә Әхмәр, Ҡарайылға ауылдарынан ололарҙы саҡырҙы. Әхмәрҙәр һәр байрам кисәһен үҙенсәлекле, иҫтәлекле итеп ойоштора белә. Был юлы ла ѳлкәндәр бер ғаилә кеүек, йәш саҡтарын, звенола бергә эшләүҙәрен, кемдер кәләш әйттереп йѳрѳүҙәрен иҫләп, шул ҡәҙәр күңелле ултырҙы....
Бәйгелә дуҫлыҡ  еңде 22-10-2012, 16:12 / Мәҙәниәт

Бәйгелә дуҫлыҡ еңде

Ҡаланың 1-се балалар баҡсаһында Республика кѳнѳнә һәм Белореттың 250 йыллығына арналған сара үтте. Байрам «Аҡбуҙат» һәм «Дюймовочка» тѳркѳмдәре араһында бәйге формаһында ойошторолдо. Уны тәрбиәселәр Миңниса Сабир ҡыҙы Нәбиуллина менән Светлана Сергеевна Елисеева алып барҙы, ә музыкаль яҡтан Гүзәл Айрат ҡыҙы Бикбулатова биҙәне. «Аҡбуҙат» һәм «Росинка» исемдәре аҫтында сығыш яһаған командалар бер-береһен сағыу тәбрикләне. Сираттағы ярышта Белоретҡа ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙеләр. Слайд-шоуҙа күрһәтелгән фотоларҙа ҡайһы урын йә ниндәй учреждение булыуын әйттеләр. Балалар тыуған ил...
Олоһон  ололаған  - уңыр 15-10-2012, 14:51 / Мәҙәниәт, Ветеран

Олоһон ололаған - уңыр

Быйыл Шығай мәҙәниәт йортонда Ололар кѳнѳнә арналған кисә бик үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ матур итеп ойошторолдо. Ветерандар, “Гѳлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле ағзалары алдында мәҙәниәт йорто директоры С.С.Шәрәфетдинова ҡотлау телмәре менән сығыш яһаны. Мәҙәниәт йорто коллективының маҡтанырлыҡ уңыштары бар. Мәҫәлән, “Гѳлнәзирә” ансамбле 2011 йылда Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәте фестиваль -марафонында ҡатнашҡан ѳсѳн диплом, ә район буйынса үткән фольклор ансамблдәре конкурсында Гран-при яуланы. Сәғирә Сабирйән ҡыҙы 20 йыл мәктәптә эшләгән, оҙаҡ йылдар ансамблдең...
Сираттағы йыйын 12-10-2012, 16:57 / Мәҙәниәт

Сираттағы йыйын

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының сираттағы йыйыны Республика кѳнѳнә арналды. Гимназия директоры З.Б.Ғәлийәнова барыһын да байрам менән ҡотлап, уңыштар теләне. Һәүәҫкәр композитор Мѳхәррәм Сәлимов “Уралым” ҡобайырын башҡарҙы. VII класс уҡыусыһы Динислам Шәғәлин бейеү бүләк итте. Йыйында XI класс уҡыусыһы Рәмил Таипов президентлыҡ антын бирҙе. Шулай уҡ сара барышында I класс уҡыусыларын гимназистар сафына ҡабул иттеләр. Кескәйҙәр тел, ил тураһында шиғырҙар һѳйләне....
Байрамды яңы ҡыуаныстар менән 12-10-2012, 16:55 / Мәҙәниәт

Байрамды яңы ҡыуаныстар менән

Республика кѳнѳн белореттар, һәр йылдағыса, матур ваҡиғалар менән ҡаршы алды. Тѳп байрам сараһы ҡала Мәҙәниәт һарайында уҙҙы. Муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г.Миронов барыһын да байрам менән ҡотланы һәм район-ҡаланың социаль-иҡтисади тормошона байҡау яһап, райондың республика кимәлендә тотҡан урынын юғары баһаланы. Шулай уҡ Башҡортостан Милли банк рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Р.Х.Марданов, ветерандар советы исеменән З.Ә.Суфиянова, “БМК” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе В.И.Зюзин, Туҡан ауыл Советы биләмәһе хакимиәте башлығы Ю.Н.Калугин,...