Асыла «Музейҙар тѳнѳ» үтте 2-06-2014, 13:31 / Мәҙәниәт

Асыла «Музейҙар тѳнѳ» үтте

Асыла Арыҫлан Мѳбәрәковтың музейында үткәрелгән “Музейҙар тѳнѳ” ауыл халҡы ѳсѳн ҙур байрамға әйләнде....
«Натюрморт» күргәҙмәһе асылды 2-06-2014, 13:28 / Мәҙәниәт

«Натюрморт» күргәҙмәһе асылды

Халыҡ-ара музейҙар кѳнѳнә арналған “Бѳтә донъя музейҙар тѳнѳ” акцияһына ҡаланың Картиналар галереяһы ла ҡушылды. Был кѳндѳ галереяла “Натюрморт” тип аталған картиналар күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда Ѳфѳ, күрше Силәбе, Ырымбур ѳлкәләре, Магнитогорск, Межгорье ҡалалары, Сермән ауылы рәссамдарының 40-тан ашыу эше тәҡдим ителде....
Балҡыны ауыл сәхнәһе 2-06-2014, 13:25 / Мәҙәниәт

Балҡыны ауыл сәхнәһе

Мәҙәниәт йылында сара тағы ла сағыуыраҡ тѳҫ алды. Райондағы бер генә мәҙәниәт усағы ла фестивалдән ситтә ҡалманы. Тѳрлѳ спектаклдәр, үҙенсәлекле геройҙар сағыу сы-ғыштары менән тамашасыға илһам, онотолмаҫ байрам бүләк итте....
Илһам шишмәһе  урғылһын 2-06-2014, 13:17 / Мәҙәниәт

Илһам шишмәһе урғылһын

Инйәрҙә Учалы яҙыусылар союзы ағзаһы Мѳнирә Сәлимйәнованың «Мин тейешмен осорға» шиғырҙар йыйынтығының исем туйы уҙҙы....
Музей – рухиәт усағы 18-05-2014, 10:40 / Мәҙәниәт

Музей – рухиәт усағы

Быйыл ҡала музейының эшләп килеүенә 45 йыл Һәр милләт үҙенең үткәненә ҙур иғтибар бирә, уны өйрәнә, тарихи дәлилдәргә таянып, киләсәген күҙаллай. Йәш быуындың киләсәген ҡайғыртҡан халыҡ музейҙар төҙөй. Ул иһә халыҡтарҙың үткәнен бөгөнгө тормошо менән тоташтырыу үҙәге булып тора. Бына шундай рухиәт усағы беҙҙең ҡалала ла бар. Ул быуаттарҙы быуаттарға бәйләүсе крайҙы тарихи ѳйрәнеү музейы. Быйыл уның эшләп килеүенә 45 йыл тулды. Форсаттан файҙаланып, беҙ музейҙың директоры Миләүшә Мансур ҡыҙы Фәхретдинова менән әңгәмә ҡорҙоҡ....
«Илмәш» ансамбленә – 10 йыл 18-05-2014, 08:46 / Мәҙәниәт

«Илмәш» ансамбленә – 10 йыл

«Илмәш» халыҡ фольклор ансамбле “Тѳҙѳүселәр” мәҙәниәт йортонда 2004 йылдың май айында ойошторола. Ансамблде ойошторған, әлеге кѳнгә тиклем уға етәкселек иткән, Рима Сабир ҡыҙы Фәррәхова - минең ҡәйнәм. Ул 10 йыл Учалыла эшләй. Татлыға күсеп килеп, мәҙәниәт йортонда эшләй башлағас, фольклор ансамбле ойоштороу теләге менән яна башлай. Мәҙәниәт йорто директоры В.Н. Егоров менән һѳйләшеп, Татлы ауылында оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Ғәлимә инәй менән кәңәшләшкәндән һуң, ауылдың йыр-моңға әүәҫ ун инәйен йыйып, ансамбл ойоштороп ебәрәләр. Ансамблгә исемдә тиҙ табыла....
“Йондоҙ”ҙоң йондоҙло сәғәте 22-04-2014, 14:20 / Мәҙәниәт

“Йондоҙ”ҙоң йондоҙло сәғәте

Учалы ҡалаһында Урал аръяғы райондары һәм ҡалаларының хореография буйынса тѳбәк-ара конкурсы уҙғарылды. Унда Учалы районы һәм ҡалаһы, Әбйәлил, Белорет, Бѳрйән райондары, Межгорье ҡалаһының музыка мәктәптәре ҡатнашты....
“Шүрәле иле” - беҙҙә ҡунаҡта 21-04-2014, 14:17 / Мәҙәниәт

“Шүрәле иле” - беҙҙә ҡунаҡта

“Тап Ҡазан артында барҙыр бер ауыл. Ҡырлай, тиҙәр. Кѳй ѳсѳн тауыҡтары йырлай, тиҙәр...” тип башлана бѳйѳк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың “Шүрәле” әҫәре. Халыҡсан әҫәрҙәре менән бѳтә донъяла танылыу яулаған шағирҙың тыуыуына быйыл 128 йыл. Шул айҡанлы Башҡортостандың Н.Латфуллин исемендәге хәҙерге заман сәнғәте дәүләт музейы, Татарстандың һүрәтләү сәнғәте дәүләт музейы һәм Мәскәүҙәге Марджани фонды тарафынан “Шүрәле иле” картиналар күргәҙмәһе ойошторола....
Фестиваль күңелдәрҙе ҡанатландырҙы 14-04-2014, 16:40 / Мәҙәниәт

Фестиваль күңелдәрҙе ҡанатландырҙы

Беҙҙең тѳбәктә йәшәгән халыҡтың милли йолаларын, ғѳрѳф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, уны быуындан-быуынға еткереү маҡсатында мәктәп балалары ѳсѳн инде ѳсѳнсѳ йыл фольклор-этнографик фестиваль ойошторола. Быйыл ул ҡаланың 3-сѳ мәктәбендә үтте. Ике кѳн буйы барған сарала бѳтәһе 13 команда ҡатнашты....
Улар – милләттең күркәм биҙәге 1-04-2014, 15:16 / Мәҙәниәт

Улар – милләттең күркәм биҙәге

Районыбыҙ күккә ашҡан ҡаялы тауҙары, йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урмандары, зәм-зәм һыуына тиңләрлек сылтырап аҡҡан шишмәләре менән Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә дан алған. Ошо илаһи ерҙең тәбиғәте үҙ ҡосағында тыуып, тупрағынан ҡот алып үҫкән әҙәм балаларын да ниндәйҙер дәрәжәлә һәләт, талант менән бүләкләгән. Бының тап шулай булыуын Сермән ауылының социаль-мәҙәниәт үҙәгендә уҙғарылған «Һаҡлайыҡ халҡым хазинаһын» сараһы тағы бер ҡабат иҫбатланы. Унда халҡыбыҙҙың мираҫын, рухын һаҡлаусы, милли хазинабыҙҙы йәш быуынға еткереүсе, районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған фольклор ансамблдәре - “Хәтирә”,...