«Илмәш» ансамбленә – 10 йыл 18-05-2014, 08:46 / Мәҙәниәт

«Илмәш» ансамбленә – 10 йыл

«Илмәш» халыҡ фольклор ансамбле “Тѳҙѳүселәр” мәҙәниәт йортонда 2004 йылдың май айында ойошторола. Ансамблде ойошторған, әлеге кѳнгә тиклем уға етәкселек иткән, Рима Сабир ҡыҙы Фәррәхова - минең ҡәйнәм. Ул 10 йыл Учалыла эшләй. Татлыға күсеп килеп, мәҙәниәт йортонда эшләй башлағас, фольклор ансамбле ойоштороу теләге менән яна башлай. Мәҙәниәт йорто директоры В.Н. Егоров менән һѳйләшеп, Татлы ауылында оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Ғәлимә инәй менән кәңәшләшкәндән һуң, ауылдың йыр-моңға әүәҫ ун инәйен йыйып, ансамбл ойоштороп ебәрәләр. Ансамблгә исемдә тиҙ табыла....
“Йондоҙ”ҙоң йондоҙло сәғәте 22-04-2014, 14:20 / Мәҙәниәт

“Йондоҙ”ҙоң йондоҙло сәғәте

Учалы ҡалаһында Урал аръяғы райондары һәм ҡалаларының хореография буйынса тѳбәк-ара конкурсы уҙғарылды. Унда Учалы районы һәм ҡалаһы, Әбйәлил, Белорет, Бѳрйән райондары, Межгорье ҡалаһының музыка мәктәптәре ҡатнашты....
“Шүрәле иле” - беҙҙә ҡунаҡта 21-04-2014, 14:17 / Мәҙәниәт

“Шүрәле иле” - беҙҙә ҡунаҡта

“Тап Ҡазан артында барҙыр бер ауыл. Ҡырлай, тиҙәр. Кѳй ѳсѳн тауыҡтары йырлай, тиҙәр...” тип башлана бѳйѳк татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың “Шүрәле” әҫәре. Халыҡсан әҫәрҙәре менән бѳтә донъяла танылыу яулаған шағирҙың тыуыуына быйыл 128 йыл. Шул айҡанлы Башҡортостандың Н.Латфуллин исемендәге хәҙерге заман сәнғәте дәүләт музейы, Татарстандың һүрәтләү сәнғәте дәүләт музейы һәм Мәскәүҙәге Марджани фонды тарафынан “Шүрәле иле” картиналар күргәҙмәһе ойошторола....
Фестиваль күңелдәрҙе ҡанатландырҙы 14-04-2014, 16:40 / Мәҙәниәт

Фестиваль күңелдәрҙе ҡанатландырҙы

Беҙҙең тѳбәктә йәшәгән халыҡтың милли йолаларын, ғѳрѳф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, уны быуындан-быуынға еткереү маҡсатында мәктәп балалары ѳсѳн инде ѳсѳнсѳ йыл фольклор-этнографик фестиваль ойошторола. Быйыл ул ҡаланың 3-сѳ мәктәбендә үтте. Ике кѳн буйы барған сарала бѳтәһе 13 команда ҡатнашты....
Улар – милләттең күркәм биҙәге 1-04-2014, 15:16 / Мәҙәниәт

Улар – милләттең күркәм биҙәге

Районыбыҙ күккә ашҡан ҡаялы тауҙары, йырып сыҡҡыһыҙ ҡара урмандары, зәм-зәм һыуына тиңләрлек сылтырап аҡҡан шишмәләре менән Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә дан алған. Ошо илаһи ерҙең тәбиғәте үҙ ҡосағында тыуып, тупрағынан ҡот алып үҫкән әҙәм балаларын да ниндәйҙер дәрәжәлә һәләт, талант менән бүләкләгән. Бының тап шулай булыуын Сермән ауылының социаль-мәҙәниәт үҙәгендә уҙғарылған «Һаҡлайыҡ халҡым хазинаһын» сараһы тағы бер ҡабат иҫбатланы. Унда халҡыбыҙҙың мираҫын, рухын һаҡлаусы, милли хазинабыҙҙы йәш быуынға еткереүсе, районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған фольклор ансамблдәре - “Хәтирә”,...
Науруз байрамы гѳрләне 25-03-2014, 11:24 / Мәҙәниәт

Науруз байрамы гѳрләне

Ошо кѳндәрҙә мосолман халыҡтары матур байрамды билдәләп үтте. Ул Науруз байрамы. Был байрам Урта Азияла, йәғни фарсы, таджик халыҡтарында килеп сыға. Наурузды март айында кѳн менән тѳн тигеҙләнгән ваҡытта байрам итәләр. Шулай итеп йылдар үтеү менән был яҙ байрамын беҙҙең халыҡта ла үткәрә башлайҙар. Үткән аҙнала асылар Наурузды матур итеп ойоштороп, балаларға һәм ауыл халҡына оло байрам эшләнеләр....
“Халыҡтар дуҫлығы” фестивале үтте 24-03-2014, 10:16 / Мәҙәниәт

“Халыҡтар дуҫлығы” фестивале үтте

Үткән аҙнала ҡаланың 25-се башҡорт балалар баҡсаһында мәҙәниәт йылына арналған “Халыҡтар дуҫлығы” фестивале булып үтте. Унда ҡаланың 29-сы, 24-се, 9-сы, 15-се, 19-сы һәм Ломовка ҡасабаһы балалар баҡсалары ҡатнашты. Фестивалдә балалар башҡорт, рус, татар, украин, марый, казак милләттәренең мәҙәни культураһын сағылдырып, ҡала-районыбыҙҙа йәшәүсе халыҡтар дуҫлығын тағы бер ҡабат иҫбатланы....
Рухиәтебеҙҙе балҡытыусы талант эйәләре 3-03-2014, 12:46 / Мәҙәниәт

Рухиәтебеҙҙе балҡытыусы талант эйәләре

Ҡала мәҙәниәт һарайы ремонттан һуң ишектәрен асыу менән, балалар ѳсѳн тѳрлѳ күңелле һәм фәһемле саралар үткәрелә башланы. Башҡорт халыҡ театры ла, үҙ сиратында, кескәйҙәр ѳсѳн бик матур тамашалар әҙерләгәйне. Мәҙәниәт йылы айҡанлы тағы ла ең һыҙғанып эшкә тотондолар. Мѳғжизәгә бай яңы йыл әкиәттәренән һуң, режиссер Гѳлнара Ғилманова Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы һәм ҡаланың лицей-интернаты, Сермән балалар йорто уҡыусылары ѳсѳн матур тамаша ҡуйҙы. Уны ойоштороуҙа үҙ милләте ѳсѳн янып йәшәгән Әлфиә Мәғәфүрова етәкселегендәге «Тере шишмә» ағинәйҙәр ойошмаһы ихлас һәм әүҙем...
Мауыҡтырғыс фәндәр донъяһына сәйәхәт 17-02-2014, 14:41 / Мәҙәниәт

Мауыҡтырғыс фәндәр донъяһына сәйәхәт

Ҡаланың крайҙы ѳйрәнеү музейында Ѳфѳнѳң «Интеллектус» мауыҡтырғыс фәндәр музейы күргәҙмә ойошторҙо. Күргәҙмә ай аҙағына тиклем дауам итәсәк. Бынан бер йыл элек Ѳфѳлә «Интеллектус» мауыҡтырғыс фәндәр музейы асыла. Ул республикала берҙән-бер мауыҡтырғыс фәндәр музейы булып тора. Музейҙы ойоштороуға һәм асыуға уның директоры Айрат Марат улы Сәйфуллин ҙур тырышлыҡ, кѳс һала....
Еңеп ҡайтты әүжәндәр 12-02-2014, 10:08 / Мәҙәниәт

Еңеп ҡайтты әүжәндәр

Әүжән художество мәктәбе уҡыусылары Гүзәл Мирза ҡыҙы Серегина етәкселегендә “Таланттар палитраһы” Халыҡ-ара конкурс-фестиваленең Ѳфѳлә уҙғарылған I этабында ҡатнашып, еңеү менән ҡайттылар....