Әсәйҙәр  байрамы 2-12-2013, 14:28 / Мәҙәниәт

Әсәйҙәр байрамы

Ҡаланың 1-се балалар баҡсаһының «Аҡбуҙат» башҡорт балалары тѳркѳмѳ тәрбиәсеһе Миңниса Сабир ҡыҙы Нәбиуллина менән музыка етәксеһе Гүзәл Айрат ҡыҙы Бикбулатова үткәргән «Супер әсәй» конкурсында әсәйҙәр - Рәмилә Мусина, Эльвира Сафиуллина, Эльмира Әхмәтйәнова, Луиза Мѳхѳтдинова, Нәргиз Алтынбаева ҡатнашты....
Ҡурсаҡтар  донъяһында 2-12-2013, 10:47 / Мәҙәниәт

Ҡурсаҡтар донъяһында

Өфө ҡалаһынан “Мираҫ” хәйриә фонды ҡалабыҙҙың тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында Ҡурсаҡтар күргәҙмәһен ойошторҙо. Күргәҙмәне асыу тантанаһына йыйылған тамашасылар алдында муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Теләүбаев, музей директоры М.Фәхретдинова, “Мираҫ» хәйриә фондының генераль директоры И.Иманғолов сығыш яһаны....
Тормош - фотохәбәрсе күҙлегенән 2-12-2013, 10:45 / Мәҙәниәт

Тормош - фотохәбәрсе күҙлегенән

Бына 40 йылдан ашыу инде аталы-уллы Панченколар Иҙел башының фо-то йылъяҙмаһын алып бара. Панченко Николай Митрофанович хеҙмәт юлын 1971 йылда «Урал» гәзитендә фотохәбәрсе булып башлай. Бында ике тиҫтәнән артыҡ йыл эшләгәндән һуң, «Белорецкий рабочий» гәзитенә күсә. Хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан Илья ла атаһы юлынан китә. Ул 1994 йылда фотокор вазифаһында «Урал» гәзитендә эш башлай. Йылдар үтеү менән Илья атаһының урынына «Белорецкий рабочий» гәзитенә эшкә тѳшә. Шулай итеп, аталы-уллы Панченколар юғары профессиональ фотохәбәрсе булараҡ районда һәм республикала билдәлелек ала....
“Мәҙәниәт  - балҡышым да, яҙмышым да...” 28-10-2013, 11:18 / Мәҙәниәт

“Мәҙәниәт - балҡышым да, яҙмышым да...”

Һөйләйәсәк геройым, әңгәмәсем – илаһилыҡ, гүзәллек, юғары зауыҡ, зыялылыҡ сығанағы булған һәм шул уҡ ваҡытта магнит һымаҡ үҙенә тартып, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән һине үҙенән ебәрмәгән серле сәнғәт һәм мәҙәниәт донъяһынан. Үҙенең өс тиҫтәгә яҡын ғүмерен районыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә бағышлаған Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы Әғләмова хаҡында булыр һүҙем. Ул ҙур баһаға лайыҡлы хеҙмәте менән ихтирам, хөрмәт ҡаҙанған, арҙаҡлы кешеләребеҙҙең береһе тиһәк тә яҙыҡ булмаҫ. Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙының бит ҡарашынан уҡ ныҡлы ихтыярлы шәхес, һәр хәрәкәтенән тынғыһыҙ зат икәнлеге күренә. Үткер телле, йыйнаҡ фекерле. Бар...
«Ултырайыҡ әле бѳгѳн кис» күптәрҙең күңеленә хуш килде 28-10-2013, 10:26 / Мәҙәниәт

«Ултырайыҡ әле бѳгѳн кис» күптәрҙең күңеленә хуш килде

Үткән аҙнала ҡала Мәҙәниәт һарайында Ирина Николаевна Ручкина етәкселегендә башҡорттар ѳсѳн беренсе тапҡыр “Ултырайыҡ әле бѳгѳн кис” тип аталған ял кисәһе ойошторолдо. Кисәне Башҡорт халыҡ театры режиссеры Гѳлнара Ғилманова, режиссер ярҙамсыһы Гѳлнара Башарова, “Етегән” эстрада фольклор ансамбле етәксеһе Рәзилә Вәлиева, йырсы Луиза Мѳхѳтдинова, баянсы Иршат Шәғәлин, музыкаль яҡтан биҙәүсе Михаил Котов күңелле итеп алып барҙы....
кѳҙгѳ  байрамдар 28-10-2013, 10:17 / Мәҙәниәт

кѳҙгѳ байрамдар

Район-ҡала мәктәптәрендә бер-бер артлы кѳҙ байрамдары уҙҙы. Инйәрҙең 2-се мәктәбендә ул ѳс кѳн барҙы. I-V кластар араһында уҙғаны «Кѳҙ батшалығына сәйәхәт» тип аталды. Бында уҡыусылар әкиәттәр сәхнәләштерҙе. Бигерәк тә икенселәрҙең «Ҡунаҡҡа саҡырыу», ѳсѳнсѳләрҙең «Япраҡтар ни ѳсѳн һары» әкиәттәре оҡшаны. Уҡыусылар музыкаль бүләк әҙерләне, кѳҙгә арналған һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторҙо....
«Сәскә  ат,  Башҡортостаным!» 22-10-2013, 13:27 / Мәҙәниәт

«Сәскә ат, Башҡортостаным!»

Ошо исем аҫтында ҡаланың 1-се балалар баҡсаһында үткән байрам кисәһен юғары категориялы тәрбиәсе Миңниса Сабир ҡыҙы Нәбиуллина һәм Светлана Сергеевна Елисеева үткәрҙе. Был сағыу байрамды музыкаль яҡтан Гүзәл Айрат ҡыҙы Бикбулатова биҙәне....
Кескәйҙәр байрамға ихлас әҙерләнгән 22-10-2013, 13:05 / Мәҙәниәт

Кескәйҙәр байрамға ихлас әҙерләнгән

Ҡаланың 3-сѳ “Ынйыҡай” балалар баҡсаһы Республика кѳнѳнә арнап, милли рух менән һуғарылған матур сара үткәрҙе....
Ҙур аҙымдар менән алға һәм алға... 22-10-2013, 12:58 / Мәҙәниәт

Ҙур аҙымдар менән алға һәм алға...

Ҡаланың “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһына - 10 йыл Ошо кѳндәрҙә ҡаланың “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ҡалабыҙҙа беренсе башҡорт балалар баҡсаһы 2003 йылдың авгусында асыла. Тарихына күҙ һалһаң, ул ҡыҫҡа ғына, әммә шул мәл эсендә уның йылдам үҫеүе, үҙгәреүе күҙгә ташлана. Бынан тиҫтә йыл элек ни бары 40 бала менән эшләп киткән балалар баҡсаһына бѳгѳн 130-ға яҡын бала йѳрѳй. Ул ҡаланың иң матур һәм алдынғы мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары рәтендә. Юбилей форсатынан файҙаланып, ҡаланың берҙән-бер башҡорт балалар баҡсаһының ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ошондай...
Инйәрҙә йәштәр кѳнѳ 5-07-2013, 11:41 / Мәҙәниәт

Инйәрҙә йәштәр кѳнѳ

Бына кѳтѳп алған Йәштәр кѳнѳ лә етте. Уҫманғәле эргәһендәге Оло Инйәр йылғаһы буйындағы матур аҡланға Инйәр ауыл биләмәһе хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙан ҡунаҡтар йыйыла башланы. Салт аяҙ күктә балҡыған ҡояш та, аҡ мамыҡтай йѳҙгән болоттар ҙа, әкрен генә иҫкән елгә тирбәлгән ағас япраҡтары ла, үлән араһындағы алһыуланып бешкән еләктәр ҙә күңелдә ниндәйҙер әйтеп бирә алмаҫлыҡ рәхәтлек, ҡыуаныс уята....