«Сәскә  ат,  Башҡортостаным!» 22-10-2013, 13:27 / Мәҙәниәт

«Сәскә ат, Башҡортостаным!»

Ошо исем аҫтында ҡаланың 1-се балалар баҡсаһында үткән байрам кисәһен юғары категориялы тәрбиәсе Миңниса Сабир ҡыҙы Нәбиуллина һәм Светлана Сергеевна Елисеева үткәрҙе. Был сағыу байрамды музыкаль яҡтан Гүзәл Айрат ҡыҙы Бикбулатова биҙәне....
Кескәйҙәр байрамға ихлас әҙерләнгән 22-10-2013, 13:05 / Мәҙәниәт

Кескәйҙәр байрамға ихлас әҙерләнгән

Ҡаланың 3-сѳ “Ынйыҡай” балалар баҡсаһы Республика кѳнѳнә арнап, милли рух менән һуғарылған матур сара үткәрҙе....
Ҙур аҙымдар менән алға һәм алға... 22-10-2013, 12:58 / Мәҙәниәт

Ҙур аҙымдар менән алға һәм алға...

Ҡаланың “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһына - 10 йыл Ошо кѳндәрҙә ҡаланың “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ҡалабыҙҙа беренсе башҡорт балалар баҡсаһы 2003 йылдың авгусында асыла. Тарихына күҙ һалһаң, ул ҡыҫҡа ғына, әммә шул мәл эсендә уның йылдам үҫеүе, үҙгәреүе күҙгә ташлана. Бынан тиҫтә йыл элек ни бары 40 бала менән эшләп киткән балалар баҡсаһына бѳгѳн 130-ға яҡын бала йѳрѳй. Ул ҡаланың иң матур һәм алдынғы мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары рәтендә. Юбилей форсатынан файҙаланып, ҡаланың берҙән-бер башҡорт балалар баҡсаһының ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ошондай...
Инйәрҙә йәштәр кѳнѳ 5-07-2013, 11:41 / Мәҙәниәт

Инйәрҙә йәштәр кѳнѳ

Бына кѳтѳп алған Йәштәр кѳнѳ лә етте. Уҫманғәле эргәһендәге Оло Инйәр йылғаһы буйындағы матур аҡланға Инйәр ауыл биләмәһе хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙан ҡунаҡтар йыйыла башланы. Салт аяҙ күктә балҡыған ҡояш та, аҡ мамыҡтай йѳҙгән болоттар ҙа, әкрен генә иҫкән елгә тирбәлгән ағас япраҡтары ла, үлән араһындағы алһыуланып бешкән еләктәр ҙә күңелдә ниндәйҙер әйтеп бирә алмаҫлыҡ рәхәтлек, ҡыуаныс уята....
Мәктәп һабантуйы 5-07-2013, 11:40 / Мәҙәниәт

Мәктәп һабантуйы

Үткән аҙнала Ҡаһарман ауылы халҡы ауыл мәктәбенең һигеҙ йыллыҡ булып китеүенә 50 йыл тулыуын киң итеп билдәләне. Осрашыу ауыл мәктәбендә башланды. Сараға килеүселәрҙе тәбрикләп үткәс, бѳтә ҡунаҡтарҙы, ошонда эшләп киткән уҡытыусыларҙы һәм ошо белем усағын тѳрлѳ йылдарҙа тамамлаусыларҙы мәктәп буйлап экскурсияға саҡырҙылар....
Шәжәрә – ғүмер ағасы  ул! 5-07-2013, 11:37 / Мәҙәниәт

Шәжәрә – ғүмер ағасы ул!

Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәтенең 2006 йылда сыҡҡан ҡарарына ярашлы, республикала Шәжәрә байрамдары үткәрелә башланы. Шуныһы ҡыуаныслы, был ҡарарҙы халыҡ хуплап күтәреп алды һәм уны ойоштороуға ҙур көс һала. Шуға күрә лә йәмле йәй етеү менән республиканың бик күп ауылдарында халыҡ байрамына әүерелгән Шәжәрә байрамын ойоштороу матур традицияға әйләнде. Нәҡ ошо көндө тыуған ерен, нәҫел тамырҙарын һанлаған, туғанлыҡ тойғоларын һаҡлаған һәм үҙ тарихына битараф булмаған рухлы, сәмле кешеләр тәүге тапҡыр ауаз һалған, тәпәй баҫҡан еренә ашҡына, туғандары, дуҫтары менән осраша һәм зат-ырыуын...
Ѳмѳтбай ѳмѳтѳ аҡлана 2-07-2013, 11:33 / Мәҙәниәт

Ѳмѳтбай ѳмѳтѳ аҡлана

Ѳмѳтбайҙа Кирәй-Ҡыпсаҡ йыйыны уҙҙы Кирәй-Ҡыпсаҡ йыйынының һәйбәт үтеренә шикләнмәй инек, әммә ул кѳтѳлгәндән дә яҡшыраҡ килеп сыҡты. Шул тиклем һәйбәт әҙерләнгән ѳмѳтбайҙар. Ауылға килеп кергәс тә күңелдәрҙе байрам кәйефе солғап алды. Ауыл да, йыйын үтәсәк Мѳхәббәт тауы ла матур итеп биҙәлгән, әллә ҡайҙан плакаттар, тирмәләр, оҫталарҙың күргәҙмәләре, Ѳмѳтбай ауылының шәжәрәһе үҙенә саҡырып тора. Ѳмѳтбайҙарҙың дәррәү һәм берҙәм булыуҙары әллә ҡайҙан күренеп тора. Үҙҙәренең шәжәрәләрен, нәҫел-нәсәбен барларға ҡайтҡандарҙың шатлыҡлы тауыштары, ҡосаҡлашыуҙар, күрешеүҙәр байрамды тағы ла...
Азапкин яланы   дуҫтарын йыйҙы 25-06-2013, 11:31 / Мәҙәниәт

Азапкин яланы дуҫтарын йыйҙы

Белорет районы һәм ҡалаһы мәктәптәре уҡыусыларының йәйәүлеләр туризмы буйынса сираттағы 59-сы туристик слеты булып үтте. Йыл һайын ойошторолған, матур традицияға әйләнгән слеттың маҡсаты - балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу, техник һәм тактик оҫталыҡты күрһәтеү, сәләмәт йәшәү рәүешенә иғтибарҙы арттырыу, ҡала, район мәктәптәренең иң көслө командаларын һайлап алыу....
Йырлы бала саҡ 25-06-2013, 11:29 / Мәҙәниәт

Йырлы бала саҡ

Балаларҙың кѳтѳп алған йәйге каникулы тѳрлѳ саралар менән күңелле дауам итә. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында “Йәйғор” тип аталған йәйге лагерға йѳрѳүсе 60 уҡыусы 21 кѳндѳ лә иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрҙе. Әйткәндәй, балаларҙың ялы федераль бюджет иҫәбенә ойошторолдо....
Тѳш, һылыуым, ҡурай тартам!.. 20-06-2013, 16:17 / Мәҙәниәт

Тѳш, һылыуым, ҡурай тартам!..

Бик данлыҡлы ҡурайсы донъя ҡуйыр алдынан иң кесе улына васыят итеп ҡурай ҡалдырған, ти. Етем ҡалғас, Кинйәнең тормошо бигүк шәптән булмаған. Етмәһә, әсә урынына ҡалған еңгәһе көн күрһәтмәгән. Кәмһетеүҙәргә түҙә алмай, Кинйә йорттан сығып киткән, ти. Кәйефһеҙләнгән саҡта ул ҡурай моңо менән күңелен йыуатҡан....