Бөтә яңылыҡтар

Өфөнөң тарихын бергә яҙайыҡ!

Абҙаҡ мәктәбенең VIII класс  уҡыусыһы Арина Ишҡыуатова башҡорт теле уҡытыусыһы Илүсә Шоҡобаева етәкселегендә ғилми-тикшеренеү эше яҙып, "Өфөнөң тарихын бергә яҙайыҡ!" темаһына ижади ярышта II урын алды.

Өфөнөң тарихын бергә яҙайыҡ!
Өфөнөң тарихын бергә яҙайыҡ!

Ул мәктәптәрҙең VIII-XI класс уҡыусылары, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары араһында баш ҡаланың 450 йыллығына ҡарата үткәрелде. Арина Ишҡыуатова "Өфө үҫешенә өлөш индергән яҡташымдың шәжәрәһе" номинацияһында билдәләнде.

Уҡыусы олатаһы Әхмәт Лотфуллиндың шәжәрәһен әҙерләгән. Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллин - күренекле башҡорт рәссамы, һынлы сәнғәт академигы, СССР-ҙың халыҡ рәссамы. Үҙенең әҫәрҙәрендә ғүмер буйы туған һәм яратҡан башҡорт халҡын һүрәтләй. Ул бик күп картиналар, тиҫтәләгән портреттар һәм йөҙләгән һүрәттәр ҡалдырған. Яҡташтарының, туғандарының һәм яҡындарының, балаларҙың һәм ололарҙың, Башҡортостандың әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең сағыу, реалистик портреттарын яҙа. Башҡорт ауылы тормошонан күп сюжеттар эшләй.

Әхмәт Лотфуллиндың ейәнсәре ғилми етәксеһе менән берлектә дөйөм хеҙмәт менән тарихтың бер битен аса. Күп һанлы туғандарҙан мәғлүмәт йыйыла, архив документтары менән эшләнә, генеалогия тураһында әҙәбиәт уҡыла.

Арина Ишҡыуатованы һәм Илүзә Рәмил ҡыҙын лайыҡлы һөҙөмтәләре менән ҡотлайбыҙ! Бындай ҡыҙыҡлы тикшеренеүҙәр ярҙамында беҙ тыуған яҡтарын данлаған күренекле кешеләр тураһында күберәк белә алабыҙ.

Сығанаҡ - Андрей Иванюта.     

Автор:
Читайте нас: