Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Май , 16:54

Тергеҙеүҙе күҙәтергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы ике мәктәптең ел емергән ҡыйығын тергеҙеүҙе күҙәтергә ҡушты.

Тергеҙеүҙе күҙәтергә ҡушты
Тергеҙеүҙе күҙәтергә ҡушты

Бындай күрһәтмәне ул республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙинға оператив кәңәшмә барышында бирҙе.

- Был ике мәктәпте контролдә тотоғоҙ. Уларҙы тиҙ арала тергеҙергә кәрәк, бәлки, ниндәй ҙә булһа ярҙам кәрәктер, - тине ул министрға мөрәжәғәт итеп.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала һауа шарттарының боҙолоуы һөҙөмтәһендә Белорет һәм Ғафури райондарында 128 һәм 805 квадрат метр майҙандағы мәктәптәрҙең ҡыйыҡтары өлөшләтә емерелгәйне.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов әйтеүенсә, ике осраҡта ла зыян күреүселәр юҡ.

- Уҡыусыларҙы уҡытыу дистанцион режимда ойошторолдо. Бөгөнгө көнгә Белорет районында авария-тергеҙеү эштәре тамамланған. Ғафури районында зыянды баһалау процесы тамамланып, артабанғы ремонт өсөн тейешле әҙерлек саралары ойошторолған, - тине Кирилл Первов.

Автор:
Читайте нас: