Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
8 Май , 18:14

Халҡым ѳсѳн бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған!

Бына тағы Еңеү яҙы етте! Илебеҙ 79-сы Еңеү яҙын ҡаршылай. Һәр ғаиләлә Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, тылда хеҙмәт иткән йә бала ғына кѳйѳ һуғыштың ауырлығын иңдәрендә татып, ололарға ярҙамлашҡан ауылдаштарымда, унан һуңғы быуында мәңгелек хәтер һаҡлана.

Бына тағы Еңеү яҙы етте! Илебеҙ 79-сы Еңеү яҙын ҡаршылай. Һәр ғаиләлә Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, тылда хеҙмәт иткән йә бала ғына кѳйѳ һуғыштың ауырлығын иңдәрендә татып, ололарға ярҙамлашҡан ауылдаштарымда, унан һуңғы быуында мәңгелек хәтер һаҡлана. Йылдар уҙған һайын хәтер нығына бара, быуындан-быуынға күсә. Ауыл клубына 4х1,5 метр ҙурлығындағы дүрт өлөштән торған: "Халҡыбыҙ батырлығына мәңгелек дан!" тигән стенд эшләттек. Стенд  дүрт ѳлѳштән торҙо: "Улар еңеү яулап ҡайттылар", "Бѳйѳк Ватан һуғышында һәләк булғандар", "Тыл эшсәндәре" - "Ҡыҙыл Октябрь" колхозы".
Стендты эшләп ҡуйҙырыу теләге бик күп йылдар күңелде ѳйкәп йѳрѳй ине. Тѳрлѳ ерҙәргә барғанда иҫтәлекле  стендтарҙы күрәм дә, беҙҙең һуғыш ветерандары, тыл эшсәндәре исемен  мәңгеләштереп, стенд эшләргә ине, тип уйландым. Беҙҙең олатай-ѳләсәйҙәр, атай-инәйҙәр ҙә быға хоҡуҡлы. Бик ауыр йылдар булған, иҫ китмәле ҡатмарлыҡтарҙы, юҡсыллыҡты, аслыҡты йырып сыҡҡандар. Һуғышта һәләк булғандар ҙа, ут эсенән иҫән ҡайтҡандар ҙа, тыл эшсәндәре лә, ѳйҙә балалар ҡарағандар ҙа лайыҡ был хѳрмәткә! Һәр ғаиләлә күп балалар үҫкән, уларға ла бит күҙ-ҡолаҡ булып торорға кәрәк булған. Еңеүҙе һәр кем яҡынайтыуға өлөш индергән. Шуның ѳсѳн дә уларҙың исемдәре ошо стендта торорға тейеш. Хәҙер уларҙың барыһы ла мәрхүм, хәтер генә иҫән.
Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан 2019 йылда Ҡобағош ауылының  клуб баҡсаһына ғаиләбеҙ менән Бѳйѳк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың, һуғыштан иҫән ҡайтып, тыныс тормошта мәрхүм булған ветерандарҙың исемлектәрен эшләтеп, мәңгеләштереп ҡуйҙыҡ. 
Бѳйѳк Ватан һуғышы тамамланыр алдынан, 1945 йылдың 13 апрелендә Австрияның Вена ҡалаһы янында ғына Баден районы Гройсбах ауылы эргәһендә һәләк булған 19 йәшлек Фуат Хәләф улы Минһажетдиновтың ҡәберен табыуҙары тураһында 2014 йылда Австриянан хәбәр алғас, 2014 йылдың ноябрендә унда барып таҡтаташ ҡуйып ҡайттыҡ. Немец зыяратында Абдулла Солтанов башҡарыуында "Урал" йыры яҙмаһын, Башҡортостан гимнын  яңғыраттыҡ. Бик ҡыҙғаныс булды. Беҙҙең килеүҙе ишетеп йыйылған немецтар ҙа беҙгә ҡушылып иланы. Абдулла Солтановтың башҡарыуындағы йыр барыһын да тетрәтте. Ѳләсәйем Мәүзифа Минһажетдинованың ҡәберенән бер ус тупраҡты Фуат ағайым ятҡан ҡәбергә, ә унан бер ус тупраҡты кире ѳләсәйем ҡәберенә килтереп һалдыҡ. Ауылымдың һәр йортонда батыр яугирҙар тураһында ошондай күңелде тетрәндерерлек тарих, иҫтәлектәр һаҡлана. Һәр йорттан икешәр-ѳсәр һалдат фашист илбаҫарҙарына ҡаршы илен һаҡлап күтәрелә. 
 Австриянан йѳрѳп ҡайтҡас, 2019 йылдың 28 апрелендә клуб баҡсаһына обелискыға исемлектәрҙе эшләтеп ҡуйҙыҡ. Атайым, һуғыш ветераны Жәүәт Хәләф улы Минһажетдиновтың рухы ла тынысланғандыр. Ул һәр ваҡыт миңә: "Барыһының да исемлеген эшләтеп ҡуйырға ине, ҡана һуң, тиҙҙән ветерандар ҙа ҡалмаҫ әле, тиер ине, кѳрһѳнѳп". Обелискыға исемлектәрҙе беркетеп ҡуйғас, ул ваҡытта тыл эшсәндәренең исемлеген  дә эшләтергә ине,  тигән теләк һәр ваҡыт күңелдә йѳрѳнѳ. Тыл ветерандарының исемлеге әллә нисә йылдар тупланды. Яҙмаларымды  ваҡыт булған һайын асып ҡарап, тулыландыра барҙым. Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны, уҡытыусы Жәүәт Хәләф улы Минһажетдиновтың, уҡытыусы-ветеран Әнисә Ниғмәтйән ҡыҙы Кәримова архивтары һәм ауылдаштарымдың  хәтеренә, ярҙамына таянып эшләнде был исемлектәр. Исемлектәр  әҙер булғас  та, реклама компанияһына мѳрәжәғәт иттем. Хаҡын хәбәр иткәс, аптырап ҡалдым. Ҙур сумма килеп сыға. Алдымда: эшләтергәме, юҡмы тигән һорау ҡалҡты. Ҡобағош ауылы клубы мөдире Зөлфиә  Ғаззалова телефондан СМС-тар яуҙыра: - Сатура апай, эшләтегеҙ инде, һеҙ тотонһағыҙ, булдырырһығыҙ, -  ти. Китапхана мѳдире Зимфира Лоҡманова менән бергәләп, ауылдаштарҙың береһе лә тѳшѳп ҡалмаһын ѳсѳн ҙур тырышлыҡ һалдылар. 
Ярҙамды ауылдаштарымдан  һорарға булып, мѳрәжәғәт яҙып ебәрҙем. Бер нисә минуттан ауылдаштарым был изге ниәтте берҙәм генә күтәреп алдылар һәм аҡса күсерә лә башланылар. Бер нисә кѳн эсендә 114  ауылдашым аҡса күсерҙе. Дѳйѳм сумма 74 мең 300 һум булды. Стендҡа кәрәгенән дә тыш артып китте.
Кисәге, 7 май, Еңеүҙең 79 йыллығына ҙур стенд әҙер булды. Тулҡынланыу, йоҡоһоҙ тѳндәр артта ҡалды.

- Хөрмәтле ауылдаштарым! Һеҙҙең барығыҙға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Был изге эштә бик берҙәм, әүҙем булдығыҙ. Мѳрәжәғәт итеү менән, бер нисә минут та үтмәне, аҡса ебәрә башланығыҙ. Һеҙҙең активлыҡты күреп берсә ҡыуандым, берсә һеҙҙең менән ғорурландым! Исемлектәрҙе тулыландырыуҙа ла барығыҙ ҙа ихлас ҡатнаштығыҙ. Ошо кѳндәрҙә барлыҡ ауылдаштарым геү килеп мәрхүм, мәрхүмәләрҙе иҫкә алды, аят сүрәләре уҡып, доға ҡылды, уларҙың фотоларын стенд ѳсѳн ебәрҙе. Ауылдаштар, һәр саҡ шулай берҙәм, татыу, кѳслѳ булып ҡалайыҡ! Бѳгѳн дә илебеҙҙә бик ауыр хәлдәр бара. Бѳгѳн дә һуғыш бара. Кѳн дә йәп-йәш кенә яугирҙарҙы ерләйбеҙ. Сабыр һәм түҙемле булайыҡ. Киләһе йыл Бѳйѳк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ. Мәрхүмдәр алдында беҙҙән бурыс тѳшә. Һау булайыҡ, бар булайыҡ! Стенды алып ҡайтып барыуыбыҙ тураһында "Ҡобағош" төркөмөнә яҙып ебәреүем булды, ир-егеттәр йыйыла һалып, көтөп тә торған. Тиҙ арала стендты урынлаштырып та ҡуйҙыҡ. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Бөгөн, 8 май стенд асыу тантанаһына тѳрлѳ тарафтарҙан ауылдаштар йыйылды. Яугирҙар обелискыһына барлыҡ ауылдаштар исеменән мәрхүмдәрҙе иҫкә алып сәскәләр урынлаштырылды. Һуңынан стенд асыу тантанаһы үтте. Күҙ йәштәре аша иҫтәлектәр, хәтирәләр менән уртаҡлаштыҡ. Барлыҡ мәрхүмдәрҙе иҫкә алып аят уҡылды. Балалар, мәктәп, клуб, китапхана, ауылдаштарым тарафынан матур концерт ҡуйылды. Ихлас күңелдән ауылдаштарым тарафынан бешерелгән һалдат бутҡаһынан ауыҙ иттек, ҡайнар сәй менән һыйландыҡ. Барыһы ла яҡшы, матур. Һәләтле балалар үҫеүе ҡыуандыра! Илгә яңы Еңеү килһен, Тыныслыҡ килһен! Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған!
Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: