Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Апрель , 12:35

“Айғыр” туристик ҡала яны поезы йөрөй башлай

28 апрелдән Башҡортостанда “Айғыр” туристик ҡала яны поезы йөрөй башлай.

“Айғыр” туристик ҡала яны поезы йөрөй башлай
“Айғыр” туристик ҡала яны поезы йөрөй башлай

Айғыр - республикала иң күп туристар йөрөгән урындарҙың береһе. Меңәрләгән ял итеүселәр бында матур күренештәргә һоҡланырға һәм тау һауаһын һуларға килә.

Ҡала яны поездарының хәрәкәт графигы түбәндәгесә билдәләнгән:

7485/7486/7488 һанлы - Өфө (ҡуҙғалыу ваҡыты 07.07 – Айғыр (килеү ваҡыты 11:06, ҡуҙғала – 11.09) – Белорет (килә 12.36);

7489/7491/7492 һанлы - Белорет (ҡуҙғалыу ваҡыты 17.33) – Айғыр (килеү ваҡыты 18.48, ҡуҙғала – 18.53) – Өфө (килеү ваҡыты 22.19) көн һайын.

Туристик ҡала поезы урындағы ваҡыт буйынса көн һайын йөрөй.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: