Бөтә яңылыҡтар

Балалар-спорт майҙансығы асылды

Олойылғала балалар-спорт майҙансығы асылды.

Балалар-спорт майҙансығы асылды
Балалар-спорт майҙансығы асылды

Уны былтыр "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңеү яулаған өс миллион һум аҡсаға урынлаштырҙылар.

Майҙансыҡ спорт һәм ғаилә менән ял итеү өсөн уңайлы, ололар һәм балалар өсөн ҡорамалдар бар. Яҡтылыҡ, майҙансыҡҡа инеү урыны, туҡталҡа, йәйәүлеләр юлы эшләнгән.

Ауылда 120-гә яҡын бала һәм үҫмер бар, хәҙер уларға ваҡытын уйын һәм күнекмәләр менән үткәрергә урын буласаҡ. Олойылға халҡы әүҙем, йыш ҡына спорт саралары үткәрә.

Бөгөн бында волейбол буйынса турнир үтте. Майҙансыҡты тантаналы асыуҙа рспублика премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов, республиканың халыҡ артисы, "Башҡортостан" дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллин килде. Етәкселәр Рәхмәт хаттары тапшырҙы, ауыл халҡын ҡотланы.

 

Автор:
Читайте нас: