Бөтә яңылыҡтар

Диктантты быйыл 408 399 кеше яҙған

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты быйыл 408 399 кеше яҙған.

Диктантты быйыл 408 399 кеше яҙған
Диктантты быйыл 408 399 кеше яҙған

Өфөлә башҡорт теленән халыҡ-ара диктантҡа яҡынса йомғаҡ яһалды. Унынсы тапҡыр ойошторолған был акцияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен тағы ла арттырҙы.
Быйыл 3018 майҙансыҡ ойошторолдо.

Диктантты Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи ҡалаларында, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләрендә, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында, Пермь, Алтай, Приморье крайында, Яҡут, Татарстан республикаларында йәшәүселәр яҙҙы. Шулай уҡ Үзбәкстандан, Тажикстандан, Испаниянан, Швейцариянан, Германиянан, Бөйөк Британиянан, Италиянан, Франциянан, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Төркиәнән, Польшанан, Ирандан, Аргентинанан, Индонезиянан, Көньяҡ Кореянан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән ҡатнашыусылар булды.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров, республика Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин диктантты "Патриот" хәрби-патриотик паркында башланғыс хәрби әҙерлек буйынса сборҙа ҡатнашҡан уҡыусылар менән бергә яҙҙы. Бында шулай уҡ акцияға нигеҙ һалыусыларҙы тәбрикләнеләр: улар республика Башлығының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: