Бөтә яңылыҡтар

Йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары Башҡортостанға аҡса һалған

2024 йылдың беренсе кварталында йылдам үҫеш биләмәләре резиденттары Башҡортостан иҡтисадына ярты миллиард һумдан ашыу аҡса һалған. Был иһә былтырғыға ҡарағанда 200 миллион һумға күберәк, тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хәбиров.

Йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары Башҡортостанға аҡса һалған
Йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары Башҡортостанға аҡса һалған

Уның һүҙҙәренсә, инвестициялар күләме буйынса лидерҙар  — тимер-бетон конструкциялар, нефть промыслаһы ҡорамалдары, металл изделиелар етештергән, машиналар эшләү, химия сәнәғәте өлкәһендә эшләгән предприятиелар.

«Был бик мөһим һандар, улар бизнестың беҙгә ышаныс белдереүе тураһында һөйләй. Эшҡыуарҙар республикала эшләргә, ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа улар өсөн уңайлы шарттар булдырырға әҙер», — тип билдәләне республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Башҡортостанда биш йылдам үҫеш биләмәһе эшләй: Бәләбәйҙә, Күмертауҙа, Благовещенда, Нефтекамала һәм Белоретта, тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров. Уларҙа — 126 резидент, инвестицияларҙың план күләме — 38 миллиард һум. Шуның 10 миллиард һумы төбәк иҡтисадына инвестицияланған, 6 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырылған. Бар резиденттар ҙа һалым һәм башҡа льготаларға хоҡуҡлы.

Автор:
Читайте нас: