Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май , 12:50

Комбинатта - "Турникетһыҙ бер көн"

Белорет металлургия комбинатында  ҡала мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары өсөн "Турникетһыҙ бер көн" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә экскурсиялар башланды.

Комбинатта -  "Турникетһыҙ бер көн"
Комбинатта - "Турникетһыҙ бер көн"

Комбинатҡа тәүгеләрҙән булып ҡаланың 18-се һәм 1-се мәктәп уҡыусылары килде. Балалар комбинаттың Хеҙмәт даны музейында булды. Сергей Болонин комбинаттың тарихы, Бөйөк Ватан һуғышында предприятиеның еңеүгә индергән өлөшө тураһында һөйләне, шулай уҡ производство макеттарын, завод продукцияһы өлгөләрен, комбинаттың наградаларын һәм боронғо фотоһүрәттәрен күрһәтте.

Уҡыусылар шулай уҡ комбинаттың ҙур ҡорос сымдар подразделениеларында булды, улар төрлө тәғәйенләнештәге сымдар, арматура ептәре,  ҡорос-алюминий сымдар өсөн үҙәк, цинкланған, пружиналы һәм башҡа сымдар етештерә.

Балалар цехтарҙағы күп һанлы һөнәрҙәр, заманса  ҡорамалдар менән танышты, уның өҫтөнлөктәре һәм эш үҙенсәлектәре тураһында белде. Экскурсия аҙағында өлкән класс уҡыусылары предприятиенан сувенирҙар алды.

“Бындай экскурсиялар балаларға производство менән танышырға, продукцияның төрлөлөгөн күрергә, комбинаттың төп һөнәрҙәре тураһында белергә мөмкинлек бирә. Был ҙур сәнәғәт предприятиеһының эшен туранан-тура ҡарау өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Киләсәктә һөнәри юлы менән бәйле аңлы, уйланылған ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк” , - тип билдәләне "БМК" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Федоров.

 

Оксана Боровых,

Белорет металлургия комбинаты Тышҡы һәм эске коммуникациялар бүлеге.

Автор:
Читайте нас: