Байрамды яңы ҡыуаныстар менән 12-10-2012, 16:55 / Мәҙәниәт

Байрамды яңы ҡыуаныстар менән

Республика кѳнѳн белореттар, һәр йылдағыса, матур ваҡиғалар менән ҡаршы алды. Тѳп байрам сараһы ҡала Мәҙәниәт һарайында уҙҙы. Муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г.Миронов барыһын да байрам менән ҡотланы һәм район-ҡаланың социаль-иҡтисади тормошона байҡау яһап, райондың республика кимәлендә тотҡан урынын юғары баһаланы. Шулай уҡ Башҡортостан Милли банк рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Р.Х.Марданов, ветерандар советы исеменән З.Ә.Суфиянова, “БМК” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе В.И.Зюзин, Туҡан ауыл Советы биләмәһе хакимиәте башлығы Ю.Н.Калугин,...
Әсәй 9-10-2012, 16:19 / Беҙ йырлаған йырҙар

Әсәй

Хәлимә Ғәббәсова репертуарынан Кистәр еткән һайын моңһоуланып, Сығаһыңдыр ҡапҡа янына. Сабырлыҡтар бирһен һиңә, әсәй, Сыҙамлыҡтар бирһен йәнеңә....
Тыныслыҡҡа ни етә 9-10-2012, 15:22 / Яңылыҡтар

Тыныслыҡҡа ни етә

Быйыл Рәсәйҙең мосолман һәм христиан дини донъяһында тотош илгә билдәле хәүефле ваҡиғалар ил кимәлендә етди аҙымдар яһарға, халыҡ араһында аңлатыу эше алып барырға мәжбүр итте. Һуңғы ике-ѳс айҙа район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, Белорет башҡорттары ҡоролтайы рәйесе И.С.Теләүбаев етәкселегендә муниципаль район хакимиәтендә дини мәсьәләләргә арналған ѳс кәңәшмә булды. Урындағы мәсеттәр хәҙрәттәре ҡатнашлығында үткән һәр кәңәшмәшлә кѳнүҙәк мәсьәләләр менән рәттән илдә, тѳп ике дингә ҡаршы башҡарылған аяуһыҙ һѳжүмдәр, Ҡазанда, Дағстанда билдәле имамдарҙы үлтереү, Мәскәүҙә тѳп...
Спартакиадала еңеп ҡайттылар 9-10-2012, 15:20 / Социаль ѳлкә

Спартакиадала еңеп ҡайттылар

Яңыраҡ Ѳфѳлә үткән Башҡортостан Республикаһының почта бәйләнеше хеҙмәткәрҙәренең XIII йәйге спартакиадаһында Белорет почтамты командаһы I урын яуланы. Почтамт исеменән күсереү бүлеге операторы Нурсилә Рәжәп ҡыҙы Ғәлиастанова ғаиләһе менән сығыш яһаны. Бәйге бер кѳн бара. Командалар тѳрлѳ спорт уйындарында кѳс һынаша. Тәүге тапҡыр ҡатнашһалар ҙа, Ғәлиастановтар һынатмай, оҙонлоҡҡа һикереү, эстафета, дартс, кәрзингә туп ташлау кеүек бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһап, I урын яулай. Мәҫәлән, сәләмләүҙә еңгәндәре ѳсѳн сәй сервизы, команда ярышында беренсе булғандары ѳсѳн аш сервизы менән...
«Кѳс, ҡеүәт һәм Ватанға тоғролоҡ» 9-10-2012, 15:18 / Мәҙәниәт

«Кѳс, ҡеүәт һәм Ватанға тоғролоҡ»

Ҡаланың үҙәк китапханаһында хәрби-тарихи байрам булып үтте. Абонемент хеҙмәткәрҙәре Т.В. Игошина, О.Е. Пантелеева, Г.Ә. Мѳхәмәҙиева һәм А.Р. Хисаметдинова ойошторған сарала металлургия колледжы студенттары һәм лицей-интернат уҡыусылары ҡатнашты. Сара 1812 йылғы Ватан һуғышын сағылдырған патриотик йырҙар һәм шиғырҙар менән башланып китте. Китапхана хеҙмәткәрҙәренең сығыштары слайдтар, кинофильмдарҙан ѳҙѳктәр менән оҙатылып барҙы. Сермән музейы директоры Р.К. Мамедова ла бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, экспонаттар килтергән. Башҡорт атлылары араһында Сермән егеттәренең булыуы һәм миҙалға лайыҡ...
Банк картаһы 9-10-2012, 15:14 / Хоҡуғыңды беләһеңме?

Банк картаһы

Тормошобоҙға тѳрлѳ тѳрҙәге банк карталары кѳндән-кѳн ныҡлап инә. Хәҙер йәштәргә генә түгел, ә оло быуын вәкилдәренә лә уның менән эш итергә тура килә. Ни хәл итәһең, заман талабы. Карталарҙың тѳрлѳһѳ бар. Уларҙың иң ныҡ таралғаны банк картаһы. Хәҙер эш хаҡы эш урынындағы кассанан бирелмәй, ә банк аша эшсенең иҫәбенә күсерелә. Карта клиенттың банктағы аҡсаһын алыу ѳсѳн генә түгел, ә алған кредит буйынса, коммуналь хеҙмәттәр, кеҫә телефоны ѳсѳн түләүҙәрҙе күсереү мѳмкинлеге тыуҙыра. Банк картаһы алыу ѳсѳн банкка мѳрәжәғәт итергә кәрәк. Карталарҙы файҙаланыу ѳлкәһендә банктар тѳрлѳ хеҙмәт...
Социаль-хеҙмәт мѳнәсәбәттәрен кѳйләү  мәсьәләләре ҡаралды 9-10-2012, 14:55 / Социаль ѳлкә

Социаль-хеҙмәт мѳнәсәбәттәрен кѳйләү мәсьәләләре ҡаралды

27 сентябрҙә Белорет районы муниципаль район хакимиәтендә социаль-хеҙмәт мѳнәсәбәттәрҙе кѳйләү буйынса Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бѳрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһынан ѳс яҡлы комиссия вәкилдәре семинар-кәңәшмәгә йыйылды. Семинар-кәңәшмә эшен БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары В.А. Апокин алып барҙы. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары А.С.Садритдинов «Башҡортостан Республикаһында күп тармаҡлы социаль партнерлыҡ органдары системаһын үҫтереү» темаһына сығыш яһаны. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты М.Р. Качкаев...
Уҡытыусыларҙы  ҡотланылар 9-10-2012, 14:51 / Сәйәсәт

Уҡытыусыларҙы ҡотланылар

Ҡаланың 21-се мәктәбендә уҡытыусыларҙың һөнәри байрамына арналаған тантана үтте. Педагогтарҙы муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.С.Теләүбаев, район Советы секретары К.Й.Хөбөтдинов, ҡала хакимиәте башлығы И.В.Кусакин һәм мәғариф идаралығы начальнигы М.В.Саранцева ҡотланы. И.В.Кусакин ҡаланың 250 йыллыҡ юбилейына арналған сараларҙа актив ҡатнашҡан мәктәп, балалар баҡсаһы һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеһы коллективтарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы....
Юбилярҙарға - хѳрмәт 4-10-2012, 14:41 / Сәйәсәт

Юбилярҙарға - хѳрмәт

Ҡаланың загс бүлегендә оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп, бергә йәшәгән парҙарҙы ҡотлау матур традицияға әйләнгән. Муниципаль районда был сара Башҡортостан Президенты ҡарарына ярашлы 2003 йылдан үткәрелеп килә. Тәбрикләү сараһында йыл һайын да йѳҙҙән ашыу пар ҡатнаша һәм республика Президенты бүләгенә лайыҡ була....
Хәйерһеҙ танышыу бәләһе 4-10-2012, 14:11 / Тәртип һағында

Хәйерһеҙ танышыу бәләһе

Хәҙер йәштәр Интернет аша “В контакте”, “Мой мир”, “Одноклассники” кеүек социаль селтәрҙәр ярҙамында танышыуҙар менән мауыға. Әбйәлилдән бер егет Белоретҡа ҡунаҡҡа килә һәм баҙарҙа һатыусы ҡыҙҙы оҡшата. Уның исемен-фамилияһын белгәс тә Интернет аша таба һәм бәйләнешкә инә. Күп тә үтмәй улар Белоретта осраша. Ҡыҙҙың яңы ғына скутерында йѳрѳп туйғас, осрашыу хѳрмәтенә һыра эсәләр һәм ҡыҙ егетте квартираһына саҡыра. Йәштәр осрашыуҙы ныҡлап «йыуырға” була....

Новости Башкортостана

21 ноября 2017 16:14
Самолет Челябинск - Москва совершил в аэропорту Уфы вынужденную посадку
Самолет авиакомпании *Аэрофлот*, рейс СУ-1421, летевший по маршруту Челябинск — Москва, 21 ноября совершил вынужденную посадку в столице Башкортостана. По информации пресс-службы уфимского авиаузла, причиной стало плохое самочувствие пассажирки 1985 ...

21 ноября 2017 16:12
Рустэм Хамитов подписал указ об учреждении Нестеровской премии
В Башкортостане учреждена Государственная премия имени Михаила Нестерова в сфере изобразительного искусства и искусствоведения. Соответствующий указ подписал глава республики Рустэм Хамитов. Указом утверждены положения о премии, о комиссии при главе ...

21 ноября 2017 12:38
В Уфе женщина родила прямо в торговом центре
В понедельник днем, 20 ноября, в одном из торговых центров Уфы женщина родила ребенка. Воды у местной жительницы отошли буквально рядом с выходом из торгового центра *Мега*. На место происшествия срочно вызвали врачей скорой, которые оказали ...

21 ноября 2017 12:35
В Башкирии на трассе лоб в лоб столкнулись два автомобиля «Дэу», погибла пассажирка
В Дюртюлинском районе Башкортостана накануне днем на 1243 км трассы Москва — Уфа произошло смертельное ДТП. По информации пресс-службы региональной Госавтоинспекции, 50-летний житель Татарстана за рулем *Дэу Нексия*, предположительно, не справился с ...

21 ноября 2017 12:33
В Башкортостане появился бюст Юрию Гагарину
В Октябрьском в благоустроенном в рамках приоритетного проекта *Комфортная городская среда* парке им. Ю. Гагарина установили бюст герою. Как сообщили в информационно-аналитическом отделе, работа шла все лето и осень. Выполнена полная очистка и ...