Иҙел кискән - ил таныр 4-03-2013, 14:50 / Мәҙәниәт

Иҙел кискән - ил таныр

Буйы баян дәүмәленән саҡ ҡына бейегерәк булған сабый уның тѳймәләренә үрелә. Береһен баҫа, икенсеһен, ѳсѳнсѳһѳн...Ул әле был музыка ҡоралының ни икәнен дә аңламай, әммә тѳймәләрҙең шытылдауы уны инде ҡыуандыра, сабый эскерһеҙ йылмайыу менән әсәһенә ҡарай. Хаҡ Тәғәлә талантты әҙәм балаһына бирһә, әсә ҡарынында уҡ бирәлер. Шулай булмаһа, талантлылар ҡара йәштән үк үҙҙәренең рухлы киләсәгенә аҡ юл һыҙмаҫ ине. Бүтәндәрҙән айырмалы рәүештә, Хоҙай Тәғәлә уларҙы күпмелер дәрәжәлә тормоштоң ваҡлыҡтарынан азат, күңел даръяларын бейегерәк, офоҡтарын киңерәк иткән....
Студенттар менән осрашыу 4-03-2013, 14:48 / Мәҙәниәт

Студенттар менән осрашыу

Йѳйәк мәктәбендә студенттар менән осрашыу булды. Сараны Гѳлсѳм Ғүмәр ҡыҙы Ноғоманова ойошторҙо. Тѳрлѳ уҡыу йорттарында белем алған ауылдаштарыбыҙ - Илмир Миһранов, Айҙар Искәндәров, Эдик Лаврентьев, Гѳлсиә Вәлиева, Айбулат Ноғоманов, Валерия Юлбарисова, Лилиә Исҡакова, Юнир Ғәйнуллин осрашыуға ҙур теләк менән килде. IX кластан Урал Солтанов менән XI кластан Эльвира Исҡакова студенттар менән матур әңгәмә ҡорҙо. Уҡыусылар ҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Студенттар үҙҙәре тураһында ҡыҫҡаса һѳйләп үтте. “IX кластанмы, әллә XI кластан һуң ауыл мәктәбен тамамлап китергә?” тигән...
Һәр бала бәхеткә лайыҡ 4-03-2013, 14:47 / Социаль ѳлкә

Һәр бала бәхеткә лайыҡ

Бѳгѳнгѳ кѳндә ниндәйҙер ваҡытҡа етем балаларҙы алған профессиональ тәрбиәселәр институтын күҙ уңында тотоусы етемдәрҙе патронат ғаиләләргә урынлаштырыу ѳҫтѳнлѳклѳ форма булып тора. “Башҡортостан Республикаһында патронат тәрбиәгә алыу” тураһындағы законға ярашлы, Сермән балалар йорто штатына патронат тәрбиәселәр ҡабул ителде. Улар ѳсѳн етем һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса бѳтә мѳмкинлектәр булдырылды....
Ҡан анализдарын  яңы алым 4-03-2013, 14:45 / Яңылыҡтар

Ҡан анализдарын яңы алым

Башҡорт дәүләт университетының инновация лабораторияларының береһендә яңы прибор һынау үтә....
Уларға ниңә арттыралар? 4-03-2013, 14:44 / Яңылыҡтар

Уларға ниңә арттыралар?

“Эшләүсе пенсионерҙарға быйыл 1 августан пенсияны арттырыуҙары барыбыҙға ла мәғлүм. Ни өсөн уларға арттыралар һуң, былай ҙа пенсияһын да, эш хаҡын да алалар бит?!”- тип дәғүә белдереүселәр күбәйә....
Ауыл биләмәләренә бүленгән аҡса күләме ҡайтанан ҡараласаҡ 4-03-2013, 14:42 / Сәйәсәт

Ауыл биләмәләренә бүленгән аҡса күләме ҡайтанан ҡараласаҡ

Быға тиклем һәр хакимиәт йөҙ мең һум алһа, артабан ул ауылдарҙың ҙурлығынан сығып билдәләнә. Был яңылыҡ бәләкәй ауылдар элеккенән кәмерәк ала тигәнде аңлатмай. Минималь күләм шул килеш ҡала. Ә бына бер нисә ауылды берләштергән хакимиәттәр ярайһы уҡ арттырылған ярҙам аласаҡ. Был турала Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Төбәк башлығы районда ауыл хужалығы һәм социаль объекттар эшмәкәрлеге менән дә танышты....
Ғүмер оҙонлоғо сифатҡа бәйле 4-03-2013, 14:41 / Социаль ѳлкә

Ғүмер оҙонлоғо сифатҡа бәйле

Муниципаль район хакимиәтендә БР Белорет районы муниципаль район территорияһында эшкә яраҡлы халыҡтың үлеү осрағын иҫкәртеү, халыҡтың һаулығын һаҡлау һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу буйынса Ведомство-ара комиссияның һәм Ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты яҡлау буйынса комиссияның берләштерелгән һәм киңәйтелгән ултырышы булып үтте....
Уйын ҡунаҡтар файҙаһына тамамланды 4-03-2013, 14:40 / Спорт һәм туризм

Уйын ҡунаҡтар файҙаһына тамамланды

Үткән шәмбе Нижнее селениеның “Юность” хоккей майҙанында ҡаланың “Металлург” һәм Ѳфѳнѳң “Ветеран” хоккей командаларының дуҫтарса осрашыуы булды. Был ике команда тәүгә генә осрашмай, февраль урталарында ошондай уҡ осрашыу Ѳфѳлә уҙғайны....
Уңған  булһаң -  уңырһың 4-03-2013, 14:38 / Ауыл тормошо

Уңған булһаң - уңырһың

Шуныһы ҡыуаныслы, ауылда йәшәүселәрҙең күбеһе бѳгѳнгѳ кѳндә ғаиләләре менән мал, ҡош-ҡорт аҫрап, умарта тотоп, үҙ йүндәрен үҙҙәре күрә. Ҡайһы берҙәре крәҫтиән-фермер хужалыҡтары булдырып, эшләп йѳрѳй. Шығайҙан Сәкинә Ғаззал ҡыҙы менән Рәхмәтулла Тәфтизан улы Мәғәфүровтар ҙа 2003 йылдан бирле крәҫтиән-фермер хужалығын алып баралар....
Чемпионға етеүсе булманы 1-03-2013, 15:09 / Яңылыҡтар

Чемпионға етеүсе булманы

22-23 февралдә Бѳрйән районының Ырғыҙлы ауылында республикабыҙҙың «Башкирия» милли паркы ҡурсаулыҡтар һәм башҡа тәбиғәт парктары араһында спорт ярыштары ойошторҙо....

Новости Башкортостана

1 января 1970 05:00
XML error in File: http://rus.kiziltan.ru/rss.xml
XML error: at line 0