Улар - беҙҙең ғорурлыҡ 6-02-2013, 14:31 / Мәҙәниәт

Улар - беҙҙең ғорурлыҡ

Яныбай Хамматов исемендәге Сермән ауыл модель китапханаһында “Яҡташтар - беҙҙең ғорурлыҡ” темаһына “түңәрәк ѳҫтәл” ойошторолдо. Сараға ҡарата “Улар беҙҙең ғорурлыҡ, улар - беҙҙең дан” тип аталған китап күргәҙмәһе ҡуйылды. Китапханаға Сермән мәктәбе уҡыусылары ҡунаҡҡа килде. Уҡыу залы мѳдире, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гѳлнур Мусина “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Яҡташтар” проекты тураһында һѳйләне, ауыл тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы. Ул, бәләкәй тыуған илгә, ауылға һѳйѳүҙән илһѳйәрлек башлана, тип билдәләп үтте. X класс уҡыусыһы Рузалина Таһирова СССР-ҙың, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың халыҡ артисы,...
Сәскә ат, Башҡортостан! 6-02-2013, 14:29 / Алмаш

Сәскә ат, Башҡортостан!

Башҡортостан… Икһеҙ-сикһеҙ яландары, бейек-бейек тауҙары, ҡуйы урмандары, зәңгәр һыулы күлдәре һәм йылғалары менән дан ҡаҙанған ил. Уның матурлығына һоҡланып, күпме шиғырҙар яҙылған, йырҙар йырланған. Башҡортостан баҫыуҙарында диңгеҙ кеүек тулҡынланып иген ѳлгѳрә, ер ҡуйынынан әллә күпме байлыҡтар сығарыла. Бѳтә донъяға билдәле башҡорт балы үҙе ни тора! Иркен яландарҙа сабып йѳрѳгән йылҡы малы шифалы ҡымыҙ бирә. Башҡортостанда ҙур һәм матур ҡалалар, ауылдар бик күп. Уның эшсән халҡы тыуған ерен, илен һәм халҡын данлап, ғѳрѳф-ғәҙәттәрен һаҡлап йәшәй. Мин башҡорт булыуым менән ғорурланам һәм...
Илем, телем менән мин бәхетле 6-02-2013, 14:27 / Алмаш

Илем, телем менән мин бәхетле

Әсәм теле- сәсән теле,- Унан башҡа инең халҡым юҡ. Йѳрәгендә халҡы булмағандың Кеше булырға ла хаҡы юҡ! Рәми Ғарипов....
“Ижадсыларҙың ижадсыһы - тәбиғәт” 6-02-2013, 14:24 / Алмаш

“Ижадсыларҙың ижадсыһы - тәбиғәт”

«Ижадсыларҙың ижадсыһы - тәбиғәт” тип аталды ғинуар аҙағында Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылына арналған нәфис һүҙ оҫталары конкурсы. Унда ҡаланың 1-се, 3-сѳ, 8-се, 10-сы, 13-сѳ, 16-сы, 18-се, 20-се, 21-се мәктәптәренән, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан, 14-се, 17-се гимназияларҙан, лицей-интернаттан, Абҙаҡ, Аҙналы, Тимер юл, Йѳйәк, Инйәрҙең 1-се, 2-се, 3-сѳ мәктәптәренән, Исмаҡай, Ишле, Отнурок, Сермән, Ҡағы, Ломовка, Сосновка, Тирлән, Үткәл, Рысыҡай, Мәхмүт мәктәптәренән 342 уҡыусы ҡатнашты....
Ѳфѳгә файҙалы сәйәхәт 6-02-2013, 14:22 / Алмаш

Ѳфѳгә файҙалы сәйәхәт

Ғинуарҙың һуңғы кѳндәрендә Йәш натуралистар станцияһы тәрбиәләнеүселәре Ксения Немкова, Анастасия Кузнецова, Анжелика Ишмаева Ольга Юрьевна Ғәтиәтуллина етәкселегендә экология буйынса Республика олимпиадаһында ҡатнашты. Олимпиадала йәш экологтар теоретик турҙа экологик терминдар һәм аңлатмалар, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән хайуандар, үҫемлектәр һәм башҡалар тураһындағы белемдәре буйынса кѳс һынашты, һуңынан компетентлы жюри алдында үҙҙәренең фәнни-тикшеренеү эштәрен яҡланы....
Медицина хеҙмәткәрҙәренә коммуналь хеҙмәттәр ниңә аҙ түләнә? 6-02-2013, 14:19 / Социаль ѳлкә

Медицина хеҙмәткәрҙәренә коммуналь хеҙмәттәр ниңә аҙ түләнә?

“Белорет һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы рәйесе В.Г. Нужинаға, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш бухгалтеры А.И. Кожевниковҡа Асыҡ хат Беҙ, Асы амбулаторияһы, Берештамаҡ, Береш, Йѳйәк, Ғәбдѳк, Исҡушты фельдшер-акушер пункттары медицина хеҙмәткәрҙәре, “Урал” гәзитендә ауыл ерендә йәшәүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә коммуналь хеҙмәттәр йәки аҡсалата компенсация түләү тәртибен аңлатып үтеүегеҙҙе һорайбыҙ. Ауыл уҡытыусыларына түләнгән коммуналь хеҙмәттәр менән беҙҙеке араһында айырма ҙур булыуы ғәжәпләндерә. Беҙ бит бер шарттарҙа йәшәйбеҙ, әммә компенсация бер нисә...
Крайҙы ѳйрәнеү дәресе 6-02-2013, 13:22 / Мәғариф

Крайҙы ѳйрәнеү дәресе

Дауыт Юлтый исемендәге китапханала ғалим, табип һәм сәйәхәтсе, Сермәндең аҫыл улы Эрнст Мулдашевҡа арналған сара уҙҙы. Унда лицей-интернаттың юғары класс уҡыусылары ҡатнашты. Уҡыусылар уның Сермән мәктәбен, 1966-1972 йылдарҙа БДМУ-ны тамамлауын, һуңынан медицина фәндәре докторы, профессор, юғары категориялы офтальмо-хирург, Бѳтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге директоры, Луисвильск университетының (АҠШ) почетлы консультанты, Америка офтальмология академияһы ағзаһы, Халыҡ-ара фәндәр академияһының вәкәләтле ағзаһы, туризм буйынса спорт мастеры, ѳс тапҡыр СССР чемпионы булыуы тураһында...
Уңыштар яңғыҙ ғына яуланмай… 6-02-2013, 13:20 / Замандаш

Уңыштар яңғыҙ ғына яуланмай…

Кемдең кем икәнлеге бала саҡтан уҡ беленеп тора. Мәктәптән үк үҙенең белемгә ынтылыуы, активлығы менән айырылып торған Гүзәл Байбулатова беҙҙең гәзиткә шиғырҙарын, мәҡәләләрен ебәреп торҙо. Ихласлығы, тормошто яратыуы, матурлыҡҡа ынтылған ҡыҙҙың уңғанлығына, тырышлығына һоҡланырлыҡ. Уның һәр ѳлкәлә уңыш ҡаҙанасағына шик юҡ. Яңыраҡ Гүзәл Байбулатова филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә булды. Рәсәй фәне көнө уңайынан йәш ғалимә менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ....
Ашнаҡсы кәңәштәре 5-02-2013, 15:57 / Яңылыҡтар

Ашнаҡсы кәңәштәре

* Тоҙло кәбеҫтәне, тоҙо бик әсе булһа, йыумағыҙ - бик күп витамины һәм микроэлементтар йыуыла. Ҡулланыр алдынан ныҡлап һығығыҙ ҙа тәменә ҡарап шәкәр һәм тоҙланмаған кәбеҫтәне ѳҫтәп турап һалығыҙ. * Арпа ярмаһын башта айырым бешереп, шунан ғына ашҡа һалып ебәрһәгеҙ, ашығыҙ тиҙерәк ѳлгѳрѳр. * Ашты уттан алғанға тиклем уға аҙ ғына кишер, помидор һәм кәбеҫтә һуты ҡойоғоҙ - тәмле лә, файҙалы ла булыр. * Салатҡа картуф һалырға уйлаһағыҙ, уны иң аҙаҡтан ғына турап ҡушырға кәрәк, сѳнки картуф бѳтә йәшелсәләргә ҡарағанда ла тиҙерәк боҙолоусан. * Йәшелсәләрҙе һалҡын һыу менән генә йыуығыҙ. Йылы һыу...
“ХАЛЫҠ ҺӨЙӨҮЕНӘ СИРАТ  ӨҘӨЛМӘГӘН..” 5-02-2013, 15:55 / Әсәм теле - сәсән теле

“ХАЛЫҠ ҺӨЙӨҮЕНӘ СИРАТ ӨҘӨЛМӘГӘН..”

Күренекле яҡташыбыҙ, шағир һәм журналист, Хөкүмәттең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Дамир Шәрәфетдинов менән бер һөнәр кешеләре булғас, яҡындан аралашып торабыҙ. Ғәҙәттә, ул редакциябыҙға, кәм тигәндә, аҙнаһына ике тапҡыр инеп сыға. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм башҡа тормош күренештәре тураһында гәпләшәбеҙ. Шул һөйләшеүҙә Дамир ағайыбыҙ бик ҡыҙыҡ фекерҙәр әйтеп һала. Ә мин, күп уйламай, шуларҙы теркәп тә ҡуям. Бына шулар менән һеҙҙе лә таныштырмаҡсымын....

Новости Башкортостана

20 августа 2018 11:38
В Башкортостане потеплеет до 28 градусов
На этой неделе в республике потеплеет до плюс 28 градусов. Об этом сообщили синоптики Башгидрометцентра.

20 августа 2018 11:32
Центробанк готовит к выпуску памятные монеты к 100-летию образования Башкирии
Памятные монеты номиналом 3 и 50 рублей выпустит Центральный банк России в честь *100-летия образования республики*. Об этом сообщается на официальном сайте Центробанка. Выпуск запланирован на 2019 год. Трехрублевые монеты будут выполнены из ...

20 августа 2018 11:29
В Уфе пассажирский автобус врезался в столб из-за выбежавшей на дорогу собаки
В Уфе накануне вечером на улице Центральной произошло ДТП с пассажирским автобусом. В группе *Дорожный патруль Уфа* *ВКонтакте*, со ссылкой на слова очевидцев, сообщается, что водитель *НефАЗа* ехал по маршруту №57 в направлении улицы Армянской. В ...

20 августа 2018 11:28
В Башкортостане ночью сгорели 150 рулонов сена
В Башкортостане возле одного из сёл в Краснокамском районе сгорело сено. Сообщение на пульт диспетчера пожарно-спасательной службы поступило 20 августа в 4:33. Прибывшие на место сотрудники МЧС обнаружили, что горит 150 рулонов сена в фермерском ...

20 августа 2018 11:25
В Башкортостане в «пьяном» ДТП погибла 16-летняя девушка, шестеро пострадали
В Зилаирском районе Башкортостана на 187 км автодороги Магнитогорск — Ира утром 19 августа столкнулись два автомобиля. По информации региональной Госавтоинспекции, в результате аварии один человек погиб и шесть пострадали.