Проектҡа ҡушылдыҡ 2-02-2018, 11:35 / ---

Проектҡа ҡушылдыҡ

Егәҙе ауылы халҡы “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһен хәл итеү, урындағы проблемалар тураһында һѳйләшеү ѳсѳн мәҙәниәт йортона йыйылды. Йыйылыш концерт менән башланды. Тыуған ергә арналған йырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Йыйылышты алып барыусылар билдәләнеп, кѳн тәртибе раҫланғандан һуң, ауыл хакимиәте башлығы Ринат Радик улы Яныбаев программала ҡатнашыу тәртибе, уның ҡағиҙәләре менән таныштырҙы, анкеталарға йомғаҡ яһаны. 2018 йылда, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһына ярашлы, ауылдың ике урамында һыу селтәрҙәрен, Егәҙе клубын...
Полиция бүлегендә бер көн 2-02-2018, 11:31 / ---

Полиция бүлегендә бер көн

Белорет районы “Студенттар десанты” бѳтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Белорет металлургия колледжы студенттары урындағы полиция бүлегендә булды. Бүлек етәксеһе, эске эштәр подполковнигы Радик Мостафин менән әңгәмәләшкәндән һуң, улар стажировкаға йүнәлде. Егеттәр енәйәт тикшереү хеҙмәткәрҙәренең кѳндәлек эш мәшәҡәттәренә сумһа, ҡыҙҙар тәфтишселәр, тәүтикшереүселәр һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекторҙар менән уларҙың эш нескәлектәрен ѳйрәнде. Енәйәт тикшереү бүлеге етәксеһе Батырйән Мѳхәмәтдинов стажерҙарға бүлектәр эшмәкәрлеге, енәйәттәрҙе нисек асыуҙары тураһында һѳйләне. Хеҙмәткәрҙәр...
“ДУҪЛЫҠ ГӨЛЛӘМӘҺЕ” фестивале старт алды 2-02-2018, 11:29 / ---

“ДУҪЛЫҠ ГӨЛЛӘМӘҺЕ” фестивале старт алды

Республикабыҙҙа халыҡ ижады коллективтарының “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” VI республика фестивале старт алды. Сара, 2020 йылда Башҡортостан Республикаһында үтәсәк Халыҡ-ара фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә, күп милләтле башҡорт ерендә халыҡ ижадын күтәреү, үҙешмәкәр сәнғәтте, һәүәҫкәр артистарҙың ҡаҙаныштарын пропагандалау, халыҡ ижадының төрлө жанрҙарын үҫтереү маҡсатында өс йылға бер тапҡыр үткәрелә. Республика буйынса барған халыҡ ижады коллективтарының фестивале ноябрҙә Өфөлә йомғаҡлау концерты менән тамамланасаҡ....
Үткәне яҡшы, киләсәге өмөтлө 2-02-2018, 11:27 / ---

Үткәне яҡшы, киләсәге өмөтлө

Ҡаланың музыка мәктәбендә райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе үтте. Унда уҙған йылда атҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды һәм 2018 йылға бурыстар билдәләнде. Кәңәшмәлә муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, мәҙәниәт идаралығы, мәҙәниәт йорттары, музыка һәм сәнғәт мәктәптәре хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар ҡатнашты....
Рубик кубигы күптәрҙе мауыҡтыра 2-02-2018, 11:24 / ---

Рубик кубигы күптәрҙе мауыҡтыра

1974 йылда венгер скульпторы Эрне Рубик тарафынан уйлап табылған “Магик куб”, йәғни Рубик кубигы, һатыуҙа лидерлыҡ тотҡан уйынсыҡтар рәтен тулыландыра. Уның менән бѳтә донъяла мауығалар. Белоретта ла Рубик кубигын үҙ итеүселәр күп була. Үткән быуатта уҡ популяр булған уйын әле лә күптәрҙе мауыҡтырыуҙан туҡтамай. Шул сәбәпле, ҡышҡы каникулдар осоронда ҡалала тәүге тапҡыр спид- кубинг буйынса ярыштар үткәрелде. Уларҙа 28 спидкубер ҡатнашты. Спидкубинг - Рубик кубигын ваҡытҡа йыйыуға ҡоролған интеллектуаль уйын төрө. Беҙҙең илдә тәү башлап 1982 йылда Рубик кубигын ваҡытҡа йыялар....
Милли рух бѳркѳлдѳ 2-02-2018, 11:23 / ---

Милли рух бѳркѳлдѳ

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған ғилми-тикшеренеү эше менән шѳғѳлләнгән театр-фольклор тѳркѳмдәренең “Башҡортостан ынйылары” муниципаль конкурс-фестиваленең беренсе туры үтте. “Легендаларҙа халыҡ тарихы” девизы аҫтында ойошторолған сара башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен белеүҙе, туған телгә, тарихҡа, халыҡ фольклорына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы, йәшәгән урында халыҡ йолаларын тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйған....
«Әсә һәм бала» - өмөт уятҡан бүлексә 2-02-2018, 11:22 / ---

«Әсә һәм бала» - өмөт уятҡан бүлексә

Ауыр хәлгә дусар булып, меңдәрсә кешеләр янында үҙен бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп тойған ҡатын-ҡыҙҙы йылы ҡанат аҫтына алырға әҙер йорт бар Өфө ҡалаһында. «Ғаилә» Республика ресурс үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһында эшләп килгән «Әсә һәм бала» бүлексәһе тураһында һүҙебеҙ. Был йортта донъяла япа-яңғыҙ тормош һынауы алдында юғалып ҡалған, быуыны нығынып етмәгәнлектән бөгөлөп төшкән ҡатын-ҡыҙҙарға дөрөҫ юлды табырға, тормош упҡынынан сығырға ярҙам итәләр....
Рәсәй Президенты эш сәфәре менән Өфөлә булды 26-01-2018, 12:21 / ---

Рәсәй Президенты эш сәфәре менән Өфөлә булды

24 ғинуарҙа Өфөлә эш сәфәре менән Рәсәй Президенты Владимир Путин булып китте. Ул Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше менән танышты. Рөстәм Хәмитов дәүләт башлығына Башҡортостанда Президенттың 2012 йылдың 7 майындағы указдарында яҙылған йөкләмәләрҙе үтәү барышы хаҡында һөйләне. Шулай уҡ, ул төбәктә хеҙмәт хаҡының уртаса 3,4 процентҡа артыуын да әйтеп китте. - 2017 йылды уртаса етештереү күрһәткестәре менән тамамланыҡ. Ҡуйылған бурыстарҙы башҡарып сыҡтыҡ. Финанс һөҙөмтәләре йәһәтенән барыһы ла уртаса. Килем артты, – тине төбәк етәксеһе Рөстәм...
Ир һѳнәре эш булыр 26-01-2018, 12:16 / ---

Ир һѳнәре эш булыр

Тырыш, дәртле, рухлы, булдыҡлы, һәр яҡлап та актив йәштәребеҙ байтаҡ. Белорет тѳҙѳлѳш колледжының III курс студенты Айрат ХИСМӘТУЛЛИН - тиңдәштәренә ѳлгѳ булырлыҡ шәп егеттәрҙең береһе. Айрат Эдуард улы колледжда дѳйѳм тѳҙѳлѳш эше һѳнәренә уҡый. Уҡыу йылдары эсендә ул үҙен тәрбиәле, донъясыл, эш һѳйѳүсе, аҡыллы итеп күрһәткән. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының IX класын тамамлағандан һуң, ул үҙ теләге менән колледжға уҡырға инә. Башта уҡыу еңел бирелмәй. Әммә ныҡышмал егет юғалып ҡалмай, һайлаған һѳнәренә яуаплы ҡарап, бар тырышлығын һалып, ғилем донъяһын айҡай башлай һәм...
Уҡшуҡтар бер ҡарарға килде 26-01-2018, 12:15 / ---

Уҡшуҡтар бер ҡарарға килде

“Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” программаһы район һәм ҡала территорияһында 2014 йылдан алып уңышлы тормошҡа ашырыла. 2018 йылда ҡаланың Уҡшуҡ биҫтәһе халҡы ла ошо программала ҡатнашырға теләк белдерҙе. Конкурста ҡатнашыу өсөн “Уҡшуҡ биҫтәһендә урам уты реконструкцияһы” проекты һайлап алынды. Ошо мәсьәлә буйынса уҡшуҡтар ғинуарҙа дөйөм йыйылыш уҙғарҙы. Әлеге ваҡытта төнгө осорҙа балалар уйын майҙансығы биҫтәләге иң яҡты урындарҙың береһе һанала. Шуға ла ауыл халҡы йыйылышты нәҡ ошо урында үткәрергә хәл итте. Һикһәнгә яҡын кеше, көндөң сатнама һыуыҡ булыуына ҡарамай, үҙҙәрен борсоған...

Новости Башкортостана

19 февраля 2018 14:36
Литераторы Башкирии вошли в состав рабочих органов Союза писателей России
В большом зале Центрального дома литераторов, в год 60-летия ведущей творческой организации страны, прошел 15-й съезд Союза писателей России. В работе съезда приняли участие советник Президента России Владимир Толстой, делегации из Китая, Италии, ...

19 февраля 2018 14:07
Стала известна средняя зарплата в Башкирии
В Башкортостане средняя номинальная начисленная зарплата работников организаций, включая малое предпринимательство, в январе-декабре 2017 года достигла 30 149 рублей. Это на 6,7 процента больше, чем в целом за 2016 год. При этом реальная зарплата к ...

19 февраля 2018 12:23
В Уфе наградят детей, совершивших подвиги
21 февраля в Уфе пройдет *Форум маленьких героев*, приуроченный ко Дню защитника Отечества. На нем наградят более 25 юных жителей Башкортостана, совершивших героические поступки, и презентуют видеоролики с историей их подвигов. Организатором ...

19 февраля 2018 12:22
В Уфе 23 февраля отметят встречей пяти поколений защитников Отечества
В канун праздника в республиканском музее Боевой Славы встретятся пять поколений защитников Отечества. Организаторы напомнили, что в этом году 23 февраля страна будет отмечать 100 лет с того дня, как отряды Красной армии одержали первые победы над ...

19 февраля 2018 12:21
К 100-летию республики в Уфе построят новый бассейн
В Уфе продолжается строительство нового бассейна в микрорайоне Инорс. Спортивный объект появится на пересечении улицы Тухвата Янаби и бульвара Баландина. По данным информационно-аналитического отдела администрации Калининского района, строительство ...