Милләттәштәр, барыһы ла үҙебеҙҙән тора! 17-10-2017, 13:04 / ---

Милләттәштәр, барыһы ла үҙебеҙҙән тора!

Туған тел - бөгөн йәмәғәтселекте борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде. Уны көйләү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы. “Башинформ” агентлығында Указды бойомға ашырыу буйынса матбуғат конференцияһы булды. Республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина тел сәйәсәте буйынса Йәмәғәт палатаһында мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса эшсе төркөм булдырырға ҡарар итеүҙәре тураһында белдерҙе....
Бешмә ауырыуы ҡурҡыныс янай 17-10-2017, 13:03 / ---

Бешмә ауырыуы ҡурҡыныс янай

Республиканың Туймазы районында бешмә ауырыуы таралған. Үрмәкәй һәм Йәрмөхәмәт ауылдарында карантин иғлан ителгән. Һыйырҙарҙың еленендә сәйер таптарҙы күргәндән һуң урындағы ветеринарҙар шиккә ҡалған. Владимир ҡалаһына ебәрелгән анализ өлгөләрендә ысынлап та бешмә (ящур) вирусы булыуы раҫланған. Ошо сәбәпле, Туймазыла ғәҙәттән тыш режимы индерелгәйне. Зарарлы тораҡ пункттарҙан сығыу юлдары ябылған, һаҡлау саралары менән йыһазландырылған постар ҡуйылған, белгестәр ихаталарҙы һәм фермаларҙы дезинфекцияланы. Бешмә - антропозооноздар төркөмөнә ҡараған киҫкен вирус ауырыуы. Кешегә ул сирле мал...
Хәүефле осор башланды 17-10-2017, 13:02 / ---

Хәүефле осор башланды

Башҡортостанда янғын йәһәтенән хәүефле осор башланды. Статистиканан күренеүенсә, был осорҙа янғындарҙың күпселеге торлаҡ секторында сыға. Был янғындарҙың төп сәбәпсеһе булып кеше факторы тора. Ҡала хакимиәтенең 2 октябрендәге 234-се һанлы бойороғо буйынса 3 октябрҙән ҡала биләмәһендә лә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Махсус режим, уның ябайынан нимәһе менән айырылыуы һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу йәһәтенән Башҡортостан Республикаһының янғын күҙәтеүе буйынса Белорет һәм Бөрйән райондарының төп дәүләт инспекторы Рөстәм Фәрит улы МАЛИКОВҡа мөрәжәғәт итте....
Һәр милек теркәү үтергә тейеш 17-10-2017, 12:58 / ---

Һәр милек теркәү үтергә тейеш

Ябай заманда йәшәмәйбеҙ, илдә ҡануниәт камиллаша, һәм беҙ ҙә уның талаптарын теүәл үтәргә бурыслыбыҙ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, һуңғы йылдарҙа ер әйләнешен көйләгән ҡануниәттә лә ярайһы уҡ үҙгәрештәр күҙәтелә. Ябай кеше түгел, хатта йәштәр ҙә уның айышына төшөнөп етмәй, бәлки, теләмәйҙер ҙә. Әммә күсемһеҙ милеккә ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барыу һәм теүәл үтәү үҙеңде юридик яҡтан яҡлауға булышлыҡ иткәнен һәр кем аңларға тейеш....
Лайыҡлы киләсәк тәрбиәләнә 17-10-2017, 12:57 / ---

Лайыҡлы киләсәк тәрбиәләнә

Үткәл мәктәбендә Республика кѳнѳнә арналған матур сара үтте. Семинарҙа асыҡ дәрестәр, әҙәби-музыкаль кисә һәм түңәрәк ѳҫтәл эшләне. Программа буйынса был кѳн асыҡ дәрестәрҙән башланды. Башҡорт теле уҡытыусыһы Нурсилә Фәтих ҡыҙы Йомағужина VII класс уҡыусылары менән “Йәнтѳйәгем - Башҡортостан” темаһына күрһәткән дәрестә Мостай Кәримдең башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны, дәүләт символдарының тѳҫтәре нимә аңлатыуҙы белеүҙе һәм уҡыусыларҙа Башҡортостан менән ғорурланыу тойғоһон арттырыуҙы маҡсат итеп алған ине. Уҡыусылар таҡтала “Башҡортостан сәләмләй, йәшәй, гѳрләй, сәскә ата, үҫә, балҡый” тигән...
Мәҙәниәт бар ерҙә тормош гөрләй 17-10-2017, 12:55 / ---

Мәҙәниәт бар ерҙә тормош гөрләй

Мәҙәниәт усаҡтары ауыл ерендә халыҡты бер ергә туплап, матур башланғыстарға әйҙәп торған уртаҡ йорт. Нәҡ ошонда ауылдаштар бергә йыйыла, дөйөм мәнфәғәттәре буйынса фекер алышып, уртаҡ ҡарарҙар ҡабул итә. Телебеҙҙе, милли мәҙәниәтебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлап тороусы ла ул был усаҡтар. Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа дәүләт тарафынан ауыл клубтары эшмәкәрлеген үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүленә башланы. Халыҡ үҙе лә был йәһәттән әүҙем булырға тырыша. Мәҫәлән, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының халыҡ тормошон сифатлы һәм лайыҡлы итеүгә йүнәлтелгән «Реаль эштәр», «Урындағы...
“Мин яратам hине, тормош!” 13-10-2017, 10:04 / ---

“Мин яратам hине, тормош!”

Оло быуындың йәмәғәт һәм мәҙәни әүҙемлеген һаҡлау, ололарҙың проблемаларына халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү, талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсатында йыл һайын “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивале ойошторола. Төбәк этаптарында асыҡланған талантлылар яңыраҡ үҙҙәренең һәләтен Өфөлә үткән республика фестивалендә һынаны....
Иң кѳслѳ ҡотҡарыусылар ҡайҙан? 13-10-2017, 10:02 / ---

Иң кѳслѳ ҡотҡарыусылар ҡайҙан?

Ҡалала эҙләү-ҡотҡарыу формированиелары отрядтарының күпбәйге буйынса 15-се республика ярышы тамамланды. Ҡотҡарыусыларҙың ниндәй этаптарҙа көс һынашыуы һәм ҡайһы команданың иң көслөһө булыуы хаҡында ҡыҙыҡһындыҡ. Күпбәйгенең төп этаптары Шушпа ауылында ҡотҡарыусылар базаһы территорияһында үтте. Иң көслөләр исеменә 5 кешенән торған 8 команда дәғүә итте. Улар һәр бурысты тиҙ арала дѳрѳҫ итеп башҡара белеүе менән айырылып торҙо, сөнки ысын тормошта бының ни тиклем мөһим булыуын ҡотҡарыусылар яҡшы аңлай. Мәҫәлән, техноген катастрофа этабында улар 3 автомобилдең ҡурҡыныс юл фажиғәһе осрағында үҙ...
«Почта менән бергә уҡыйбыҙ!» 13-10-2017, 10:00 / ---

«Почта менән бергә уҡыйбыҙ!»

2017 йылдың 30 ноябренә тиклем Рәсәй почтаһы бөтә бүлексәләрендә лә, ваҡытлы матбуғатҡа ярҙам итеү йәһәтенән, “Почта менән бергә уҡыйбыҙ!” акцияһы үткәрә. Клиент почта элемтәһе бүлексәһендә 100 һумлыҡ гәзит-журнал продукцияһын һатып алһа, уға бүләккә кроссвордтар йыйылмаһы, 500 һумға әйбер һатып алһа, Рәсәй почтаһы бүлексәһендәге теләгән китабын алыу мөмкинлеге бирелә. Күпселек почта бүлексәләре гәзит киоскылары һәм китап магазиндары булмаған ерҙә урынлашҡан. Акция кешеләрҙе сифатлы әҙәбиәткә ылыҡтырыу, уҡыуҙы популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә. - Рәсәй почтаһы баҫма берләшмәһе менән...
Сквер асылды 13-10-2017, 09:57 / ---

Сквер асылды

Быйылғы йыл белореттар һәм район халҡы өсөн төҙөкләндереү йәһәтенән бик емешле булды. Ҡала һәм район муниципаль биләмәләре төрлө программаларҙа, проекттарҙа ҡатнашып, ярҙам алды. Ҡала урамдары, парк-скверҙар төҙөкләндерелде, майҙансыҡтар төҙөлдө һәм башҡа бик күп эштәр эшләнде. Ошондай шатлыҡлы ваҡиғаны белореттар Республика көнө алдынан кисерҙе. Улар өсөн тағы ла бер ял итеү урыны - Ленин исемендәге сквер асылды....

Новости Башкортостана

24 ноября 2017 13:38
Башкирия получит более 900 млн рублей на благоустройство дворов
В следующем году увеличится финансирование из федерального бюджета программы *Формирование современной городской среды* на территории Башкирии. Об этом сообщил замминистра жилищно-коммунального хозяйства региона Альфред Зиннатуллин. Так, если в ...

24 ноября 2017 13:28
В Уфе завершился Республиканский конкурс «Молодая семья-2017»
23 ноября 2017 года в выставочном комплексе *ВДНХ-ЭКСПО* в рамках Форума Клубов молодых семей РБ завершился Республиканский конкурс *Молодая семья – 2017*, в котором приняли участие самые активные семьи, представляющие муниципальные образования ...

24 ноября 2017 13:24
В Башкирии появилась система геолокации «Курай»
В Башкортостане появилась собственная система геолокации *Курай*. *Транспортно-навигационный центр* запускает в промышленную эксплуатацию собственную сеть высокоточного позиционирования для определения местонахождения объектов, сообщает ...

24 ноября 2017 13:22
В Башкортостане в выходные ожидается дождь со снегом
В столице Башкирии столбики термометров показывают -3 градуса. Днем ожидается восточный умеренный ветер. Температура воздуха днем составит 0,+5°.

24 ноября 2017 13:20
В Башкортостане проходят праздничные мероприятия ко Дню матери
В преддверии праздника — Дня матери, который отмечается в предстоящее воскресенье, в Башкортостане проходят праздничные мероприятия. Накануне в городе Октябрьском состоялась праздничная выписка новорожденных. Молодых родителей пришли поздравить с ...