Михаил Закомалдин вручил дипломы выпускникам Малой академии государственного управления 29-06-2018, 13:09 / ---

Михаил Закомалдин вручил дипломы выпускникам Малой академии государственного управления

28 июня 2018 года слушатели академии получили дипломы и сертификаты о профессиональной переподготовке в области государственного управления. Документы выпускникам вручил главный федеральный инспектор в приемной Президента России в Республике Башкортостан. В мероприятии принял участие Николай Морозкин, ректор БашГУ, на базе которого работает малая академия. «Уверен, что те знания, которые вы получили, помогут вам найти свое место в жизни, на государственной службе. Ведь учебу здесь проходили лучшие студенты университетов республики. Но я бы вам из собственного опыта посоветовал сначала не...
Дәртләнеп йәшәр саҡ ҡына 29-06-2018, 12:36 / ---

Дәртләнеп йәшәр саҡ ҡына

Ҡаланың Металлургтар майҙанында Йәштәр кѳнѳнә арналған байрам үтте. Унда муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһап: - Йәшлек - һәр кешенең ғүмерендәге иң матур мәл. Был осорҙа хыял ланырға һәм уларҙы тормошҡа ашырырға мѳмкин. Яҡшы уҡыған, эшләгән һәм ял итә белгән беҙҙең Белорет йәштәренең дә ошондай сағы икәнлегенә, районыбыҙҙың киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа булыуына ышанам. Хыялланығыҙ һәм хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ! Барығыҙға ла бәхет, һаулыҡ, именлек һәм мѳхәббәт теләйем, - тине. Байрамға йыйылыусылар Силәбе ҡалаһының “Аура” һәм “Ди-Версия”...
Лифттар алыштырыла 29-06-2018, 12:36 / ---

Лифттар алыштырыла

Ҡаланы төҙөкләндереү эштәре әүҙем дауам итә. Быйыл күп фатирлы йорттарҙа 27 лифт алыштырыласаҡ. Был эш капиталь ремонт яһау төбәк программаһына ярашлы, йорттарҙың ҡыйығын һәм фасадын алыштырыу менән бергә алып барыла. Ҡалалағы күп кенә йорттарҙағы лифттарҙың файҙаланыу ваҡыты сыҡҡайны. Әлеге ваҡытта 39 күп фатирлы йортта 108 лифт эшләй. Уларҙың 50 проценты 25 йыл файҙаланыла. Ә был ваҡыт пассажир лифттары өсөн һуңғы сик һанала. Быға тиклем йылына 2-3 кенә лифт ремонтланһа, быйыл иһә был эш 10 тапҡырға күберәк башҡарыласаҡ. Йыл аҙағына тиклем бер нисә күп фатирлы йортта заманса 27 лифт...
Һыйлы көнөң һыйырҙа тип торғанда... 29-06-2018, 12:35 / ---

Һыйлы көнөң һыйырҙа тип торғанда...

Быйылғы ҡыштың ҡарһыҙ, яҙҙың һуңлап килеүе, ауыл хужалығы тармағына ла кире йоғонто яһамай ҡалманы. Көндәрҙең һалҡын тороуы, урман-ҡырҙарҙа үләндең ипләп үҫмәүе ауыл малдарының көтөүгә һуңлап сығыуына килтерҙе. Ноҡат – Инйәр төбәгенең төпкөл ауылдарының береһе. Өфө-Белорет трассаһынан ике тиҫтә саҡрым тирәһе урман эсендә урынлашҡан Ноҡат, Арышпар, Айыс ауылдарында хәҙер тормош туҡтап ҡалғандай. Ҡасандыр гөрләп торған, үҙ белем, мәҙәниәт усаҡтары, магазиндары, башҡа ойошмалары булған ауылдар күптән һүнгән. Хәҙер иһә ауылдарҙа мобиль элемтә, магазиндар ҙа юҡ. Йәштәр ҙә ауылда ҡалырға теләмәй....
Бейеү -  минең күңел талабы 29-06-2018, 12:34 / ---

Бейеү - минең күңел талабы

Ҡатыны Олеся менән башҡарған һоҡландырғыс бейеүҙәре аша ул күптәргә таныш. Ҡалала бер сара ла уларһыҙ үтмәй. Спорт-бал бейеүе тренерҙары, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, Рәсәй Чемпионатының көмөш призерҙары Олеся һәм Ирик Сиражетдиновтар менән иң матур һәм грациоз спорт төрҙәре тураһында әңгәмәләштек. ► Ирик Римович, үҙегеҙ хаҡында һөйләп китһәгеҙсе... - Белореттан мин. Миңә йәш ярым булғанда, Ташкент ҡалаһына күсеп, унан һуң Пятигорскиҙа ла йәшәп алдыҡ. 91-се йылда был яҡҡа әйләнеп ҡайттыҡ. 18-се мәктәптә уҡыным. Ҡаланың 26-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Ағас эше оҫтаһы һөнәрен...
Таҡтаташ ҡуйылды 29-06-2018, 12:31 / Шәжәрә

Таҡтаташ ҡуйылды

Ҡоҙғон-ҡатай ырыуына ҡараған Һурпылар араһы Әхмәтша нәҫеленең Шәжәрә байрамы беренсе көндә ауылдың тәүге нигеҙе - "Иҫке ултырыш" яланында иҫтәлекле таш ҡуйыуҙан башланып китте. Был тулҡынландырғыс тантанаға Әхмәтшиндар нәҫеленең башында торған, ул заман өсөн бик аҡыллы һәм абруйлы Мырҙағол атлы батырҙан таралған нәҫел- нәсәп вәкилдәре йыйылды. Тантананы ошо сараны ойоштороусылар Зинаф, Наил, Рафиҡ Әхмәтшиндар асты. Улар нәҫелдәренең килеп сығышы, Аҙналы ауылы тарихы тураһында һөйләп үтте. Гранит ташҡа башҡорт һәм рус телендә: “Аҙналы, Ҡаҙыш (Зәйет) ауылдары XVIII быуат уртаһына тиклем ошо...
Тарих төпкөлөнән тамырҙарын беҙ барламай, кемдәр барлаһын... 29-06-2018, 12:30 / Шәжәрә

Тарих төпкөлөнән тамырҙарын беҙ барламай, кемдәр барлаһын...

Һәр кешегә үҙенең 7-10 быуын ата-бабаһын белеү фарыз. Шул ваҡытта ғына ул тыуған төйәгенең, тыуған йортоноң, үҙ халҡының сығышын белә. Ваҡыт үтә. Ергә яңы быуын тыуып тора. Тимәк, тормош дауам итә. Итһен, әлбиттә, тик быуындар сылбыры ғына өҙөлмәһен. Тамырҙарҙы барлап, нәҫелдәренә генә хас күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап, түкмәй- сәсмәй йәш быуынға еткереүҙе изге бурыс итеп алған XIX быуат урталарында йәшәгән Әхмәтша уҙамандың балалары....
Хәүефһеҙлек мәктәбенән - хәүефһеҙ тормошҡа 27-06-2018, 14:35 / ---

Хәүефһеҙлек мәктәбенән - хәүефһеҙ тормошҡа

Ошо девиз аҫтында Азапкин утарында йыл һайын "Хәүефһеҙлек мәктәбе" республика ярыштары үтә. Ҡатнашыусы командалар һаны ла йылдан-йыл арта, үҫмерҙәрҙең дә белеме, оҫталығы профессионалдәргә тиңләшә һәм киңәйә бара. Бындай ярыштарҙан үҫмерҙәр үҙҙәренә ысын дуҫтар таба, бер йылға етерлек ыңғай тәьҫораттар ала. Быйылғы ярыштар Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Хәүефһеҙлек мәҙәниәте йылына арналды. V республика ярыштарында муниципаль берәмектәрҙән 50 команда ҡатнашты. Сараны тантаналы асыуҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы...
“СҮП-САР БАТШАЛЫҒЫ” йәки Бер ҡағыҙ остоғо тураһында 27-06-2018, 14:34 / ---

“СҮП-САР БАТШАЛЫҒЫ” йәки Бер ҡағыҙ остоғо тураһында

- Әсәй, кәнфит ҡағыҙын ҡайҙа итәйем? - Бәй, нимә һорап тораһың, ырғыт. - Тәрбиәсе апай сүп-сарҙы ергә ташларға ҡушманы... - Ҡағыҙ остоғонан бер нәмә лә булмаҫ, башымды ҡатырма... Йорт алдындағы майҙансыҡта әсә һәм 4-5 йәштәр тирәһендәге ҡыҙыҡай араһында барған һѳйләшеүгә шаһит булғас, артабан ни эшләр икән тип, бәләкәсте күҙәтә башланым. Үтә эшлекле ҡиәфәт менән телефон экранына текәлгән әсәһенең үҙенә иғтибар итмәүенән файҙаланып, ҡыҙ бала усында йомолған кәнфит ҡағыҙы менән бер аҙ ситтәрәк урынлашҡан сүп-сар бактарына ҡарай йүгерҙе. “Һай, афарин, ѳмѳт бар икән был һылыуҙа”, - бәләкәй генә...
Мәсетле булдыҡ 27-06-2018, 14:32 / ---

Мәсетле булдыҡ

Изге Ураҙа байрамы көнөндә ауылыбыҙ өсөн икеләтә байрам булды. Ил төкөрһә - күл була, тигәндәй, эшебеҙ башланыуға бер йыл да тулманы. Былтыр 28 июнь көнө изге Ураҙа айы башланыр алдынан нигеҙ һалынған мәсет бинаһы яңы йылға әҙер ине. Рәсми булмаһа ла, ошоға тиклем имам-хатибыбыҙ үҙ бурысын атҡара килде, йома намаҙҙары, башҡалары үтеп торҙо. Мәсет документацияһын имам- хатип бурысын атҡарған Рауил Ғарифуллин башлап ебәрҙе, был эште яңы мәсеткә хәҙрәт итеп һайлап ҡуйған Рәхимйән Ғәләүетдинов тамамлап ҡуйҙы. Мәсет тѳҙѳү эштәрендә Фәрит Вәлиев, Салауат Зәйнәғәбдинов, Ринат Иҡсанов, Тәлғәт...

Новости Башкортостана

1 января 1970 05:00
XML error in File: http://rus.kiziltan.ru/rss.xml
XML error: at line 0