Гәзиткә яҙылыу


«Урал» – беҙҙең ҡала һәм район тормошон сағылдырған  гәзит.  Ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышыу, иҫтәлекле ваҡиғалар хаҡындағы хәбәрҙәр, яңылыҡтар, ҡотлауҙар, реклама – былар барыһы ла беҙҙең гәзит биттәрендә. «Урал» аҙнаһына 2 тапҡыр: шишәмбе, йома кѳндәрендә сыға.

Гәзиттең хаҡы:
6 айға - 841 һум 26 тин,
3 айға 420 һум 63 тин.
Йыллыҡ подписка - 1538 һум 58 тин.

Хѳрмәтле гәзит уҡыусылар!
Хәҙер һеҙ «Урал»дың электрон версияһына (PDF форматында) яҙылыу мөмкинлегенә эйә.

Бындай ысулдың уңайлы яҡтары:

• Аҡсаңды экономиялайһың
Электрон версия ҡағыҙҙа баҫылған гәзиткә ҡарағанда күпкә осһоҙораҡ.

• Ҡәҙимге почтанан тиҙерәк килеп етә
Интернеттағы йәшнигегеҙгә һалынған электрон гәзитте ҡағыҙ версияһы сығырҙан бер көн алдараҡ (киске сәғәт 6-10-дарҙа) уҡыясаҡһығыҙ.

• Урын биләмәй
Электрон почтаға килгән гәзит аҙаҡ өҫтәлдәрегеҙҙә, шкафтарығыҙҙа, иҙәндәрегеҙҙә буталып ятыу менән янамай. Уны Интернеттан компьютерығыҙға күсереп һалмайынса ғына уҡырға ла мөмкин.

• Туҙмай
Электрон гәзит бер ваҡытта ла иҫкермәй, төҫ юғалтмай, йыртылмай, бысранмай, бысратмай.

Электрон гәзит ҡағыҙҙағы «туған»ынан йөкмәткеһе һәм биҙәлеше буйынса тамсы ла айырылмай.

Рәхәтләнеп уҡығыҙ дуҫтар!

Хаҡтары түбәндәгесә:
6 айға - 528 һум.

PDF версияһына редакцияға килеп яҙылырға мөмкин.
Белешмәләр өсөн телефондар: 3-14-89.

Альтернатив хаҡ:
- 6 айға – 480 һум (редакцияға килеп алған осраҡта)
Гәзиткә редакцияла   (Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 55/1), почта бүлексәрендә яҙылырға мѳмкин.
 


Гәзит-журналдарға яҙылыу акцияһы старт алды

Хѳрмәтле дуҫтар, 2017 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу башланды. Гәзиткә яҙылыусылар араһында ойошторолоп килгән реклама акциялары (конкурстар һәм бүләктәр оттороу) дауам итә. Сарала “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто гәзит-журналдарына яҙылған һәр кем ҡатнаша ала.
Конкурс бер нисә этаптан тора. “Үҙ баҫмаңа яҙыл” акцияһы сиктәрендә үткәрелгән марафон, 2017 йылдың икенсе ярты йыллығында "Суперприз от!", “Сәләмәт булығыҙ!”, "Аҙна бүләге", "Бәхетле авто", "Гәзит нисек тормошомдо үҙгәртте" конкурстарын берләштерә.

"Аҙна бүләге"

Акция майҙың һәр аҙнаһында үткәреләсәк. Унда ҡатнашыу ѳсѳн «Урал»ға 2017 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылырға һәм квитанцияһын мѳхәрририәткә ебәрергә кәрәк. Аҙна һайын бүләк оттороласаҡ, еңеүсенең фотоһы гәзиттә баҫыла.

"Суперприз от!"

Суперприз уйынында ҡатнашыу ѳсѳн «Урал»ға һәм бер республика баҫмаһына 2017 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылып, абонементтар күсермәһен, бәйләнеш ѳсѳн адресығыҙҙы, телефонығыҙҙы күрһәтеп, түбәндәге адресҡа ебәрегеҙ: 450077, Ѳфѳ ҡалаһы, Киров урамы, 45, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, подписка һәм ваҡлап һатыу бүлеге.
Суперприз отоусыға телевизор һәм спутник антеннаһы тапшырыла. Шулай уҡ бүләккә тағы ла ике телевизор, өс спутник антеннаһы, биш А4 планшеты, ун А5 планшеты уйнатыласаҡ. Еңеүселәрҙең фотоһы гәзиттә баҫыла.
Был акцияларҙа ҡатнашыу ѳсѳн һеҙгә “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарына яҙылырға кәрәк. Тулы исемлек менән www.rbsmi.ru сайтында танышырға мѳмкин.

"Бәхетле авто"

Был акцияла ҡатнашыу ѳсѳн 2017 йылдың икенсе ярты йыллығына «Урал» гәзитенә яҙылып, мѳхәрририәттән наклейка алырға кәрәк.
Стикерҙы автомобилдең артҡы тәҙрәһенә йәбештерегеҙ. “Бәхетле авто” конкурсында ҡатнашыусылар араһында бүләктәр 2017 йылдың 30 июненә тиклем уйнатыла. Сараны үткәреү урыны һәм ваҡыты алдан хәбәр ителәсәк. Бүләк отоусылар исемлеге гәзиттә баҫылып сығасаҡ.

"Гәзит нисек тормошомдо үҙгәртте"

Был конкурста ҡатнашыу ѳсѳн гәзит уҡыусыларға үҙҙәре алдырған гәзит йә журналдың тормоштарын яҡшы яҡҡа үҙгәртеүгә булышлыҡ итеүе тураһында һүрәтләп, 2017 йылдың 20 майына тиклем мәҡәлә яҙып ебәрергә кәрәк. Мѳхәрририәт коллективы иң ҡыҙыҡлы 5 мәҡәләне һайлап алып, финал конкурста ҡатнашыу ѳсѳн “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортона ебәрә. Нәшриәт йорто иң яҡшы 5 мәҡәләне июндә билдәләп, авторына бүләк тапшырасаҡ. I урынға - 3990 һумдан кәм булмаған, II урынға - 3500 һумдан кәм булмаған, III урынға - 3000 һумдан кәм булмаған, IV урынға - 2500 һумдан кәм булмаған, V урынға хаҡы 2000 һумдан кәм булмаған бүләк тапшырыласаҡ.

"Бүләккә подписка"

“Бүләккә подписка” акцияһына ярашлы, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортона ҡараған гәзит-журналда бер айға стандарт модулдәге реклама биргән кеше 1 айға бушлай гәзиткә яҙыла ала (мѳхәрририәттә тейешле ташлама менән тултырыла).

"Бѳйѳк Еңеү кѳнѳнә бүләк"

Һуғыш һәм тыл ветерандарына социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында, Бѳйѳк Еңеү кѳнѳнә ҡарата “Бѳйѳк Еңеү кѳнѳнә бүләк” акцияһы үткәрелә. Улар ѳсѳн республика, ҡала һәм район гәзиттәренә эшҡыуар-бағыусылар иҫәбенә мәрхәмәт подпискаһы акцияһы ойошторола. Акцияла ҡатнашҡан эшҡыуарҙар, бағыусылар тураһында яҙып сығасаҡбыҙ.
"Балаларҙы яҡлау кѳнѳнә бүләк"
Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, балалар йорто ѳсѳн республика баҫмаларына мәрхәмәт акцияһы буйынса матбуғатҡа яҙылыу ойошторола. Бағыусылар тураһында мәҡәләләр, сюжеттар баҫмаларҙың сайтында һәм БСТ каналында күрһәтеләсәк.

"Туғаныңды яҙҙырт"

Филиалдар үҙенең яҡын кешеһен - әсәһен, атаһын, ѳләсәһен, олатаһын һәм башҡа туғандарын гәзит-журналдарға яҙҙыртҡан кеше тураһында ролик тѳшѳрә. Ул яҙмала гәзиткә яҙҙыртыусы туғанына ваҡытлы матбуғатты бүләк итеп, ошо гәзитте ниңә һайлауы тураһында һѳйләй. Роликтар гәзит сайтына ҡуйыла һәм урындағы телевидениела күрһәтеләсәк.
Шулай уҡ етәкселәр, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, уҡырға яратҡандар “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң гәзит-журналына үҙенә һәм туғандарына яҙылһа, был турала мәғлүмәт гәзит битендә донъя күрәсәк һәм урындағы телевидение аша күрһәтеләсәк.
Корпоратив сайт аша гәзиттең ҡағыҙ йәки электрон версияһына яҙылғандар ѳсѳн акция сиктәрендә 5 процент ташлама менән ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙыртыу ҡаралған.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно