Главная > --- > Бәхет тауына бергәләп

Бәхет тауына бергәләп


12-01-2018, 14:57. Разместил: admin
Бәхет тауына бергәләп
Буяу еҫе һеңеп тә өлгөрмәгән иркен, йылы йортта бәләкәй малайҙар уйнап йөрөй. Араларында яңы йортҡа тәүге булып аяҡ баҫҡан бесәй балаһы буталана. Хәҙер инде күршеләр булып татыу йәшәгән килен менән ҡәйнә донъя хәлдәрен, һуңғы яңылыҡтарҙы һөйләшә-һөйләшә сәй эсә. Ғәбдөк ауылы йәштәре Кристина һәм Вәли Хөсәйеновтарҙың яңы йорттарына күсеүенә бер ай ғына әле.
Бөрйән районы Байназар ауылы һылыуы Кристина Ғәбдөк ауылына туғандарына ҡунаҡҡа килеүендә ошо ауыл егете Вәли менән таныша. Йәштәр, дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 2010 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Матур туйҙар үткәреп, ата-әсә фатихаһын алып, Хөсәйеновтар ғаилә булып үҙаллы йәшәй башлай. Мажара, башҡа ерҙәрҙә лә йәшәп, эшләп ҡарау теләге йәштәрҙе Өфө, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларға илтә. Бер нисә йыл сит ерҙәрҙә эшләгәндән һуң, Кристина менән Вәли Ғәбдөккә ҡайтып, йорт һалып, балалар үҫтерергә тигән ҡарарға килә. Шулай итеп, улар Вәлиҙең тыуған йортонда йәшәй башлай. Ҡайны-ҡәйнәһе лә килендәрен үҙ итеп тора. Йәш ғаиләгә йәм өҫтәп уландар - Азамат һәм Искәндәр тыуа. Ғаилә ишәйгәс йәштәр ата-әсә йорто янында үҙ усағын төҙөй башлай. Яҡындары менән 6 йыл бергә йәшәгәндән һуң, ҙур, яҡты өйҙәренә күсеп сыға. Кристина ауыл магазинында, ә ғаилә башлығы, башҡа ауылдаштары кеүек, тимер юлында яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлаусы булып эшләй. Вәли Хөсәйеновҡа, вахта ысулы менән эшләгәс, 1-2 аҙна ғаиләһенән ситтә йәшәргә лә тура килә. Ә эштән ҡайтҡас, йорт мәшәҡәттәренә сума.
Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 3-4 се һанында (12.01.17) уҡығыҙ.



Вернуться назад