Главная > --- > Маяҡ биреүселәр

Маяҡ биреүселәр


12-01-2018, 14:58. Разместил: admin
Маяҡ биреүселәр
Уҡытыусы - маҡтаулы һѳнәр генә түгел, йәш быуынға белемде һәм мәҙәни байлыҡты тапшырыусы, шәхес тәрбиәләүҙә остазлыҡ дәресе биреүсе лә.
Ғәбдѳк ауылында йәшәгән Ибраһимовтар был эште йәшәү рәүеше итеп алған, һайлаған һѳнәрҙәрен күңел биреп башҡарған кешеләр. Бер ғаиләлә йәшәгән ике уҡытыусының маҡсаттары ла, проблемалары ла, фекерҙәре лә уртаҡ. Бер-береһенә эштә генә түгел, ѳйҙә лә тѳп ярҙамсы, кәңәшсе улар.

Ғаилә башлығы Ғәлимйән Сабирйән улы ошо ауылда тыуып үҫкән. Йѳйәк урта мәктәбен тамамлағандан һуң, бер нисә йыл тимер юлы һалыу, тоннел төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының тарих бүлегенә уҡырға инә. Йәш белгесте шундуҡ Ғәбдөк мәктәбенә уҡытыусы итеп алалар. Ҡырҡ ике йыл ғүмерен йәш быуынға йәмғиәтте ѳйрәнеү һәм тарих дәрестәренән белем биреүгә арнаған, баҫалҡы холоҡло Ғәлимйән Ибраһимов үҙен ябай ауыл уҡытыусыһы ғына тип һанаһа ла, уҡыусыларының, ауылдаштарының оло ихтирамы, Башҡортостан Мәғариф министрлығы, район мәғариф идаралығы тарафынан бирелгән Почет грамоталары уның хеҙмәтен юғары баһалай.
Рәсимә Сәлихованың тулы материалын гәзиттең 3-4 се һанында (12.01.17) уҡығыҙ.

Вернуться назад