Главная > --- > Балалыҡ һағында - бер быуат

Балалыҡ һағында - бер быуат


12-01-2018, 15:05. Разместил: admin
Балалыҡ һағында - бер быуат
1918 йылдың 14 ғинуарында Рәсәйҙә енәйәт ҡылған һәм ҡараусыһыҙ ҡалған үҫмерҙәр мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында, “Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссиялар декреты”на ярашлы, бәлиғ булмағандар һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы ойошторола. Ошо көндән алып улар бәлиғ булмағандарҙы тәртип боҙоуҙан, енәйәт эшләүҙән ҡурсалау, иҫкәртеү эштәре башҡара.
Бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия барлыҡҡа килеүенә ошо көндәрҙә 100 йыл тула. Бер быуатлыҡ тарихында ул байтаҡ үҙгәреш кисерһә лә, бәлиғ булмағандар араһында енәйәтселекте иҫкәртеү, улар ҡылған хоҡуҡ боҙоу эштәрен тикшереү, хоҡуҡтарын яҡлау, тәрбиә эше алып барыу кеүек маҡсаттар үҙгәрешһеҙ ҡалды. Район хакимиәтенең бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһына муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илгиз Теләүбаев рәйеслек итә, уның урынбаҫары Ғәҙел Сәйетов, комиссияның яуаплы секретары Надежда Корниенко, белгестәр Юлия Васючкова һәм Эльвира Фәтҡуллина. Үҫмерҙәр тәртипһеҙлегенә юл ҡуймау - уларҙың төп бурысы. Был йәһәттән комиссия опека һәм попечителлек бүлеге, полицияның бәлиғ булмағандар эштәре инспекторҙары, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа учреждениелар, мәшғүллек һәм Йәштәрҙең ял үҙәктәре, йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Шулай уҡ ауыл биләмәләрендә бәлиғ булмағандар менән эшләү буйынса йәмәғәт инспекциялары булдырылған.
Район хакимиәтенең бәлиғ булмағандар һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Ғәҙел Барый улы әйтеүенсә, ауыл биләмәләрендәге йәмәғәт ойошмалары эште тейешле кимәлдә алып барһа, район комиссияһына эшләүе, әлбиттә, еңелерәк. Был йәһәттән уларға зарланаһы түгел, күп кенә ауыл хакимиәттәре менән комиссия бергә эшләй. Балаларҙың иҫәптән төшөрөлөүе, ата-әсәләрҙең эскеһен ташлап, эшкә инеүҙәре улар менән бергә башҡарған эш һөҙөмтәһе ул. “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәге менән дә тығыҙ бәйләнеш тота.
Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 3-4 се һанында (12.01.17) уҡығыҙ.




Вернуться назад