ЭШЛЕКЛЕ СӘФӘР

Муниципаль район хакимиәте етәкселәре һәм белгестәре Әзекәй ауыл Советында халыҡты ҡабул итте
Шишәмбе муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, юридик бүлек начальнигы Е.Н. Панкратьева, муниципаль милеккә идара итеү комитеты начальнигы А.М. Фәхретдинов, муниципаль контроль секторы мѳдире И.И. Мѳхәмәтйәров, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы В.В. Красавин, мәғлүмәт- консультация үҙәге директоры М.М. Сѳләймәнов, Әзекәй ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Р.Р. Баймѳхәмәтов Әзекәй ауыл хакимиәте бинаһында граждандарҙы ҡабул итте.

Белореттан, Әзекәйҙән, Аҙналынан, Ҡарайылғанан килгәндәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Һорауҙар тѳрлѳ - тиҙ генә хәл ителә торғандары ла, күпмелер ваҡыт талап иткәндәре лә булды. Мәҫәлән, Аҙналыла яңы клуб, Әзекәйҙә социаль-мәҙәни үҙәк кәрәклеге тураһындағы мәсьәләләр муниципаль район хакимиәтендә генә түгел, ә республика кимәлендә хәл ителә торғандарға ҡайтып ҡала. Боғанаҡ мәктәбенә газ индереү, Әзекәйҙәге ҡыҫҡа ваҡытлы балалар баҡсаһын оҙайлы ваҡытҡа күсереү, балалар баҡсаһында канализация юҡлығы һыҙыҡ ѳҫтѳнә алынды. Күп һорауҙар, әлбиттә, мал аҙығы һәм сабынлыҡтарға бәйле булды. Кемдер сабынлығы булмауына интекһә, кемдер булғанын да эшкәртә алмай. Шуға ла үҙ биләмәләрен ташландыҡ хәлдә тотҡан ҡайһы бер пайсыларға административ санкциялар ҡулланыласаҡ. Ә бына крәҫтиән- фермер хужалығы етәксеһе Айҙар Махиянов хужалығын киңәйтер ѳсѳн баҫыу кәрәклеге тураһындағы һорауына ыңғай яуап алды. Ул ҡарауһыҙ, буш ятҡан баҫыуҙы эшкәртеп аласаҡ.
Мал аҙығына килгәндә, быйыл Хѳкүмәт яғынан ярҙам кѳтѳлмәй. Шуға һәр кемгә үҙенә тырышырға тура килер. Халыҡ менән осрашыуҙан һуң етәкселәр Әзекәйҙәге Айҙар Махияновтың хужалығы, Боғанаҡтағы «Бетонстройкомплекс» йәмғиәте эше менән танышты, Аҙналының элекке һѳтсѳлѳк комплексын ҡараны. Әйткәндәй, комплекстың һаман да документтары юҡ.
Етәкселәр һәм белгестәр был эшлекле сәфәр һәм граждандарҙы ҡабул итеү үҙ һѳҙѳмтәһен бирер, тигән теләктә ҡала.
З. ШӘЙМЫРҘАНОВА.
Оставить комментарий