Сифатлы белем - үҫеш нигезе

Уҙған йомала мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе булып үтте.
Сара «Сифатлы белем - республиканың тотороҡло үҫеш нигеҙе» тигән темаға арналды. Кәңәшмәлә муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы А.А. Афанасьев, БР мәғариф министры урынбаҫары В.В. Аристархов, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урын- баҫары И.С. Теләүбаев, муниципаль район Советы рәйесе Е.Я. Карепанов, мәғариф идаралығы начальнигы М.В. Саранцева, Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетының Белореттағы филиалы ди-
ректоры Д.Р. Хәмзина, мәктәптәрҙән делегациялар, ауыл биләмәләре башлыҡ-тары, район үҙәге ойош- малары, предприятиелары етәкселәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Август кәңәшмәһе ба- лалар ҡатнашлығындағы сәхнәләштерелгән тамаша менән асылды. Пленар ѳлѳштѳ Илгиз Сафый улы алып барҙы. Иң тәүҙә муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Мироновҡа һүҙ бирелде. Ул райондағы мәғариф системаһындағы хәл менән ҡыҫҡаса таныштырып сыҡ- ҡандан һуң, киләсәгебеҙ булған балалар хаҡына башҡарылған эштәрҙе барлап үтте.

Сифатлы белем - үҫеш нигезеЯңы уҡыу йылына мәктәптәрҙе әҙерләү өсөн республика һәм муниципаль бюджеттан 16 млн. һум матди ярҙам бүленгән. Ул аҡса район-ҡала мәктәптәрен заман талаптарына ярашлы итеп, уҡыу кабинеттарын мультимедиа, интерактив ҡорамалдар менән йыһазландырылыуға, ремонт эштәренә һалын-ған. Ҡаланың 1-се мәктәбе тулыһынса рекон- струкцияланыуы, 14-се гимназияла ремонт эштәре башҡарылыуы, Яныбай Хамматов исемендәге баш-ҡорт гимназияһында капиталь ремонт башланыуы, 17- се мәктәптең автобус алыуы быға асыҡ миҫал булып тора. Шулай уҡ бөгөнгө көндә мәктәп китапханалары уҡыу әсбаптары менән тулыландырылған. Әммә хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә бар, тине хакимиәт башлығы. Ғөмүмән, белем биреү сифатын үҫтереү йәһәтенән күп эштәр эшләнә. Быйылғы уҡыу йылында уҡытыусыларҙың эш хаҡын тағы күтәреү ҡаралған.
Балалар баҡсалары ту- раһында ла һүҙ булды. Дәүләт ҡарамағында бул- маған баҡсаларҙы асыуға ҙур иғтибар бирергә кәрәклеге телгә алынды.

- Ошондай учреждениеларҙы ойошторорға теләгән кешеләргә мәғлүмәти һәм административ ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, - тине Вла- дислав Геннадьевич. Әле республикала барлығы 13 дәүләт ҡарамағында булмаған учреждение иҫәпләнә. Улары ла Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй ҡалаларында булдырылған.
Белем усаҡтарында киләһе йылдың 1 ғинуарынан мәктәп дәреслектәренең электрон версиялары ғәмәлгә индерелә.
Ә инде иҫкелектән ситләшергә ваҡыт икәнлеге айырып әйтеп кителде. Хәҙерге заман педагогтарҙан туҡтауһыҙ эҙ-ләнеүҙе, үҙ өҫтөңдә эшләүҙе, яңы методик алымдарҙы әүҙем ҡулланыуҙы талап итә.

Киләһе йыл, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы уҡыусы-ларға һуғыш ветерандары, Ватан, тарихи ваҡиғаларға ҡағылышлы кластан тыш дәрестәрҙе күберәк үткәрергә, оло байрамды лайыҡлы ҡаршы алырға саҡырҙы муниципаль район хакимиәте башлығы.
А.А. Афанасьев сығышында быйыл Салауат ҡалаһында үткән мәғариф буйынса республика кәңәшмәһендә Президент вазифаһын ваҡытлыса баш-ҡарыусы Рөстәм Хәмитов күтәргән мәғариф системаһына ҡағылышлы мәсьәләләр һәм яңы уҡыу йылында үтәлергә тейешле эштәр менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте.
Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандары ваҡытында, һы-нау ҡабул итеү ҡәтғи режимда ойошторолоуына ҡарамаҫтан, Белорет ҡала-районында тәртип боҙоуҙар теркәлмәгән. Былтыр республика буйынса 19 тәртип боҙоу осрағы булғайны. Тәртип боҙған өсөн имтихандан ҡыуып сығарыу осраҡтары ла кәмене. Рәсми, шулай уҡ йәмәғәт күҙәтеүе тейешле кимәлдә ойошторолдо, тине Александр Александрович.
М.В. Саранцева үҙенең сығышында уҙған уҡыу йылы йомғаҡтарына күҙәтеү яһап, киләһе уҡыу йылына ҡуйылған бурыстар менән таныштырҙы.
Йыл дауамында балалар баҡсаһына электрон сираттың яйға һалыныуы, шулай уҡ балалар учреждениеһына урын-дар етмәү мәсьәләһе буйынса күп эштәр башҡарылыуын һыҙыҡ ѳҫтѳнә алды Марина Саранцева. Артабан мәғариф бүлеге начальнигы район-ҡала мәктәптәрендә бирелгән белемдең сифатына айырым туҡталды.

Быйылғы Берҙәм дәүләт имтихандары һѳҙѳмтәһе буйынса район-ҡала мәктәп-тәренән бѳтәһе 6 уҡыусы аттестат ала алмаған. Был имтихан тапшырыусыларҙың 1 процентын тәшкил итә. 8 уҡыусы Башҡортостан Рес-публикаһы миҙалы менән бүләкләнһә, 21 уҡыусы Рәсәй Федерацияһы миҙалына тәҡдим ителгән.
Артабан Д.Р. Хәмзинаның, ҡаланың 8-се мәктәбе директо-ры А.И. Хәлиуллинаның сығыштары тыңланды.
Район-ҡала уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә ҡатнашҡан В.В. Аристархов белем биреү өлкәһендәге яңылыҡтарға, проблемаларға туҡталды. Беҙҙең район-ҡала буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарының һѳҙѳмтәләре менән таныштырҙы. Тѳп фәндәр буйынса белем сифатын күтә-реү ѳҫтѳндә эшләү кәрәклеген белдерҙе. Республика буйынса Берҙәм дәүләт имтихандарының балдары юғары булып та, ни ѳсѳндѳр республика, Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙың һѳҙѳмтәһе түбән булыуына һәм быйыл республика буйынса “отличниктар”ҙың, “хорошистар”ҙың һаны кә-меүенә борсолоуын белдерҙе ул. Ҡайҙа һуң 100 балға имтихан тапшырыусыларҙың олимпиадала ирешкән юғары һѳҙѳмтәләре, тигән һорауҙы күтәрҙе. Ғѳмүмән, уҡыу сифатын күтәреүгә ныҡлап тотонорға саҡырҙы.

Кәңәшмәнең аҙағында мәғариф хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен борсоған һорауҙарын яҙып бирҙе. Уларға В. Аристархов, В. Миронов, М. Саранцева ентекле яуап бирҙе.
Һуңынан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар яңы стандарт буйынса уҡытыу, методик алымдар, тәрбиә биреү тураһында фекер алышыу өсөн ҡала мәктәптәрендә ойошторолған методик берекмәләргә таралды.

Август конференцияһында Берҙәм дәүләт имтихандары пункттарын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә күп кѳс һалған мәғариф хеҙмәткәрҙәренә В.В. Аристархов Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Рәхмәт хат-тарын тапшырҙы. Бына улар - муниципаль район хакимиәте мәғариф идаралығының баш белгесе Римма Кинйәбус ҡыҙы Цандыкова, 8-се мәктәптең химия уҡытыусыһы Алевтина Леонидовна Васильева, мә-ғариф идаралығы методисы Лариса Хәлфетдин ҡыҙы Әхмәтшина, 21-се мәктәптең директор урынбаҫары Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылданова. Район-ҡалабыҙҙа Берҙәм дәүләт имтихандарының уңышлы уҙыуында уларҙың ѳлѳшѳ баһалап бѳткѳһѳҙ. Шулай уҡ ѳҫтәмә имтихандарҙы үткәреүҙә ярҙам иткән ѳсѳн педагогия колледжына Рәхмәт хаты тапшырылды.

«Йыл уҡыусыһы - 2014» конкурсында еңеүселәрҙе В.Г. Миронов тәбрикләне. Был конкурста уҡыу йылы дауамында уҡыуҙа, йәмәғәт эштәрендә, спортта, мәҙәни сараларҙа юғары күрһәткестәргә ирешкән, Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, ярыштарҙа приз-
лы урындар алған, һәйбәт портфолио менән иң күп балл йыйған уҡыусылар йәш категориялары буйынса билдәләнде.
Шулай итеп, VII - IX кластар араһында I урынды 21-се мәктәптең VIII класс уҡыусыһы Асия Шәмиғолова яуланы. II урынға 14-се гимназияның VIII класс уҡыусыһы Надежда Гридневская, III урынға Ти-мер юл ауылы мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы Алина Мѳхәмәтшина сыҡты.
X - XI кластар араһында 17-се гимназияның XI класс уҡыусыһы Георгий Белобородов - I, 16-сы мәк-тәптең XI класс уҡыусыһы Ксения Лукьянова II урын яуланы. Беҙ уларға мәктәптә лә, киләсәк тормош юлдарында ла һәр саҡ яңы үрҙәргә ынтылып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Быйылғы Берҙәм дәүләт имтихандары һѳҙѳмтәһе
буйынса район-ҡала мәктәп-тәренән бѳтәһе 6 уҡыусы аттестат ала алмаған. Был имтихан тапшырыусыларҙың 1 процентын тәшкил итә.
8 уҡыусы Башҡортостан Республикаһы миҙалы менән бүләкләнһә, 21 уҡыусы Рәсәй Федерацияһы миҙалына тәҡдим ителгән.
Асия ШӘМИҒОЛОВА, 21-се мәктәптең VIII класс уҡыусыһы:
- Конкурста еңеүем тураһындағы хәбәргә шул тиклем ҡыуандым. I кластан алып тик «5» билдәләренә генә уҡырға тырышам, әммә иң яратҡан фәндәрем - тарих һәм инглиз теле. Киләсәктә адвокат булырға хыялланам, шуға ла IX кластан тағы ла тырышыбыраҡ уҡырға тура киләсәк. Конкурста еңеүем менән атай-әсәйем Рәмзиә Әхмәт ҡыҙы менән Хәлит Морат улына һәм барлыҡ уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Әйткәндәй, минең VI класты тамамлаған һеңлем Фәниә лә һәйбәт уҡый. Мин үҙем бәләкәй кластарҙан алып тѳрлѳ конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып киләм. Киләсәктә лә һынатмаҫмын тип уйлайым.Н. ШӘРИПОВА,
З. СѲЛӘЙМӘНОВА.
Н. ВӘЛИУЛЛИНА
фотоһы.
Оставить комментарий