Йырып сыҡҡыһыҙ мәсьәлә

Муниципаль район хакимиәтендә “Рәсәй Юристар ассоциацияһы”ның Башҡортостан Советы бүлексәһе ултырышы үтте.
Уның эшендә Дәүләт Думаһының Граждандар, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль закондар сығарыу комитеты рәйесе, “Рәсәй юристары ассоциацияһы” Бѳтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Павел Крашенинников, “Рәсәй юристары ассоциацияһы”ның Башҡортостан бүлексәһе Попечителдәр Советы рәйесе, “Эшлекле Рәсәй” Бѳтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше Андрей Назаров, муниципаль район-ҡала хакимиәте башлыҡтары һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

Ултырышта «Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың торлаҡ хоҡуғын яҡлау» темаһы
ҡаралды. Белорет муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҡануниәттә торлаҡ алыуға хоҡуғы булған граждандар категорияһына торлаҡ биреүҙә алға китеш күҙәтелеүе, әммә быға бәйле проблемаларҙың да булыуы һәм уны муниципаль район хакимиәте кѳсѳ менән генә йырып сығыу мѳмкин түгеллеге тураһында һѳйләне. Муниципаль фонд иҫәбенә йыл һайын 3-4 фатир алына, әммә улар ғына проблеманы хәл итә алмай, сѳнки әлеге ваҡытта Белоретта 500-ҙән ашыу йәш ғаилә торлаҡҡа сиратҡа торған. “Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү ѳҫтѳнлѳклѳ бурыстарҙың береһе. Әлеге ваҡытта шәхси торлаҡ күпләп тѳҙѳлә. Әлбиттә, уларға ла инфраструктура үткәрергә кәрәк. Был йәһәттән республиканың ярҙамы талап ителә”, - тине Владислав Миронов.

Павел Крашенинников Рәсәй ҡануниәтендә торлаҡ мәсьәләләре ниндәй закондарға таянып кѳйләнеүе тураһында һѳйләне. Башҡортостан Республикаһы прокуроры урынбаҫары Виктор Логинов граждандар мѳ- рәжәғәте буйынса тикшереүҙәр үткәреү һѳҙѳмтәһендә 3,5 меңдән ашыу закон боҙоу осрағы асыҡланыуы, үҙидара органдары Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандарына һәм тол ҡатындарға торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ҡануниәтте йыш боҙоуы тураһында билдәләп үтте. Башҡортостан Республикаһындағы кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченный Рим Ҡәйүмов иҫке йорттарҙан кешеләрҙе күсереү ѳсѳн 12 млрд. һум аҡса талап ителеүе, 1980 йылдарҙан бирле торлаҡҡа сиратта торғандар булыуы, бѳгѳнгѳ кѳндә кешеләрҙең торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә түләгәндә нимә ѳсѳн иҫәпләшеүҙәрен аңламауы, торлаҡ контроле был ѳлкәлә күп боҙоуҙар асыҡлауын аныҡ миҫалдарға таянып һѳйләп үтте. Алданған ѳлѳшсѳләр, йорттары янғандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү ѳсѳн маневр фондының әле һаман булдырылмауы тураһындағы проблемалар ҙа ситтә ҡалманы уның сығышында.

- Бѳгѳн беҙҙең граждандар бушлай торлаҡ бирелеүенә ышанмай. Рәсәй халҡының 32 проценты бер-ике йыл эсендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж. Шул уҡ ваҡытта ҡала үҫтереү сәйәсәте юҡ. Торлаҡ тѳҙѳүселәр ҙә ер биләмәһен теркәүҙә, инфраструктура селтәрҙәренә тоташтырыуҙа бихисап кәртәләргә осрай, - тип сығыш яһаны Андрей Назаров.
«Рәсәй Юристар ассоциацияһы»ның Башҡортостан Советы бүлексәһе рәйесе урынбаҫары, Совет ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһы Президенты, республиканың Адвокаттар коллегияһы президиумы рәйесе Булат Йомадилов быйыл торлаҡ мәсьәләһе буйынса 2 меңдән ашыу кеше яҡлау эҙләп адвокаттарға мѳрәжәғәт итеүен белдерҙе. «Күп мѳрәжәғәттәр идара иткән компанияларҙың яһалма рәүештә коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙы арттырыуына бәйле, сѳнки торлаҡта йәшәгәндәр менән был компаниялар араһында асыҡлыҡ юҡ, халыҡ аҡсаның ҡайҙа киткәнен белмәй», - тине Булат Йомадилов. Дәүләт теркәүе, кадастр, картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Игорь Шеляков торлаҡ һатып алған саҡта страховкалау сараһы халыҡты кѳтѳлмәгән хәлдәрҙән аралауға булышлыҡ итеүе хаҡында һѳйләне. Шулай уҡ фатирҙарын хосусилаштырыу буйынса мѳрәжәғәт иткәндәрҙең кәмеүен әйтеп үтте.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Алексей Изотов йәшәүгә яраҡһыҙ йорттарҙан халыҡты күсереү ауыр барыуын, быға етерлек кимәлдә аҡса бүленмәүен, тѳҙѳлѳш компанияларының был хаҡҡа риза булмауын әйтте. Әлеге ваҡытта торлаҡ федераль һәм республика фонды аҡсаһынан бирелә. Павел Крашенинников та торлаҡҡа бәйле ҡануниәттә ҡытыршылыҡтарҙың күплеге менән килеште һәм Дәүләт Думаһы был йәһәттән планлы эш алып барыуы тураһында белдерҙе. Уның фекеренсә, торлаҡ хосусилаштырыу муниципаль торлаҡты тѳҙѳүҙе туҡтатыуға килтергән. Ултырыш аҙағында “Рәсәй Юристар ассоциацияһы”ның Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Фәим Мѳхәмәтшин Краснокамала урындағы ассоциацияның бүлексәһе асылыуы тураһында һѳйләп үтте. “Йортһоҙлоҡ бахырлыҡҡа, үҙеңде меҫкен тойоуға килтерә. Шуның ѳсѳн Рәсәйҙә кешенең кешегә түгел, үҙенә лә ихтирамы юҡ”, - тигән юлдарҙы уҡығайным республика баҫмаларының береһендә. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан телевидениеһында эшләгән ҡатын фатир алыуға ѳмѳтѳн ѳҙгәс, сит илгә сығып китә һәм унда аҡса эшләп, үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашыра. Ѳфѳнән фатир алғас ҡына ул үҙен бәхетле итеп тоя. Беҙҙең илдә һәр кем үҙен бәхетле иткән лайыҡлы закондар тиҙерәк сыҡһын ине...
Р. МУСИНА.
Оставить комментарий