ФӘННИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯ ҮТТЕ

Кесаҙна муниципаль район хакимиәтендә геополитик ҡаршылыҡ шарттарында дәүләтселекте һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыу мәсьәләләре буйынса фәнни-ғәмәли конференция үтте.

Был сараға тиклем Ѳфѳ юристары халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәтте. Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, муниципаль район хакимиәте, Эске эштәр министрлығының юридик институты, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт идара итеү хеҙмәте академияһы, Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының Белореттағы филиалы ойошторған конференцияла тѳрлѳ учреждение вәкилдәре, студенттар ҡатнашты.

- Фәнни-ғәмәли конференция Бѳйѳк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан үткәрелеүе ҡыуаныслы, был беҙҙең оло еңеү. Ә шулай ҙа илдә барған боларыштар, үҙгәрештәр беҙҙе борсой һәм шуға ла ошондай аңлашылмаусанлыҡтарҙы булдырмау йәһәтенән барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Конференцияның ошо мәсьәләне күтәреп сығыуы бѳтәһе ѳсѳн дә фәһем буласаҡ, - тине муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В.Пинящук фәнни-ғәмәли конференцияны асып.

БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт идара итеү хеҙмәте академияһы гражданлыҡ хоҡуғы һәм процесы кафедра мѳдире Г.Ә. Колобова иҡтисади хәүефһеҙлек һәм инвестицион сәйәсәтте нығытыу ѳлкәһендә ҡануниәтте үҫтереү тураһында һѳйләне. Иҡтисади хәүефһеҙлек, кѳрсѳк тураһында аңлатып, уның ил ѳсѳн яҡшы яғын да әйтте. Сит ил продукцияһын илебеҙгә индереүгә тыйғандан һуң магазин кәштәләрендә Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлектең булыуы яҡшы күренеш. Рәсәй халыҡ-ара финанс үҙәге булыу ѳсѳн тырыша. Сит ил инвестицияларына ышанып, илебеҙ яңылыша. Илебеҙҙең финанс баҙары башҡа илдәргә ҡарағанда үҫешкән, ауыр ваҡытта властар бер кемдән дә кѳтѳп ултырмай, үҙе эш башлаһын ине, тине сәйәсәт фәндәре докторы Гүзәл Әнис ҡыҙы.

Конференцияла иҡтисади һәм хоҡуҡ институтының дәүләт һәм хоҡуҡ кафедраһы доценты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы Ф.М. Сафин бѳтә кимәлдәрҙә власты нығытыу ѳлкәһендә ҡануниәтте үҫтереү, иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының филиал директоры В.А. Елкин дәүләтте нығытыуҙа халыҡ-ара аспекттар, юридик факультеттың II курс студенты А.Ю. Гревцев йәш быуында хоҡуҡи һәм патриотик тәрбиә, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе урынбаҫары А.Ә. Хәсәнов хоҡуҡ тәртибен нығытыу ѳлкәһендә ассоциацияның тѳп йүнәлештәре тураһында һѳйләп үтте.

Азамат Әнәс улы шуларҙың береһе - халыҡҡа бушлай юридик ярҙам күрһәтеүҙе айырым билдәләп китте. Республикала 35 тораҡ пунктта хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү үҙәге эшләй, 3,5 мең кеше бушлай юридик ярҙам алған да инде. Ойошма тѳрлѳ саралар, кәңәшмәләр үткәреп тора. Һуңғы тапҡыр үткәрелгән «түңәрәк ѳҫтәл» амнистияға арналды. Илебеҙҙә 19 мең кеше амнистия кѳтә, шуларҙың 1200-ѳ беҙҙең республиканан. Уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау ѳҫтѳндә эшләй ассоциация. Шулай уҡ инвесторҙарҙы сит илдә ятҡан капиталды ил мәнфәғәте ѳсѳн ҡулланыу буйынса эш алып бара. Белорет районы муниципаль район хакимиәте лә был йәһәттән байтаҡ эштәр эшләне.
Белоретта йәштәргә тѳрлѳ яҡлап патриотик тәрбиә биреү үҫешкән, байтаҡ клубтар булдырылған. “Йәш гвардия” кеүек ойошмалар йәш быуында Тыуған илгә һѳйѳү тәрбиәләүҙә күп эш башҡара. Конференция һуңында белгестәр һорауҙарға яуап бирҙе.
Э. ХӘМЗИНА.
Оставить комментарий