Яңы башлыҡ һайланды

Муниципаль район хакимиәте йортонда муниципаль район Советының сираттағы сессияһы үтте. Унда муниципаль район хакимәте башлығын һайлау мәсьәләһе ҡаралды. Ултырышта, республиканың Милли банкы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хакимиәт башлығы вазифаһын һайлау буйынса конкурс комиссияһы рәйесе Р.Х. Марданов, депутаттар, ойошма һәм предприятие етәкселәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына ике кешенең, “Водоканал” етәксеһе - В. Н. Пахомовтың һәм муниципаль район хакимиәтенең элекке башлығы В.Г. Мироновтың кандидатураһы күрһәтелде. Конкурс һөҙөмтәләре һәм район Советы депутаттарының берҙәм ҡарары менән был вазифаға В.Г. Миронов тәғәйенләнде. Владислав Геннадьевич барыһына ла күрһәткән ышаныстары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм район-ҡаланың артабанғы үҫеше, халыҡтың матур киләсәге өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә һүҙ бирҙе.

Сессия барышында муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары И.В. Ручкина, муниципаль район хакимиәте башлығының финанс буйынса урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Ә.Т. Зиятдинова, Советтың бюджет, финанс, һалымдар буйынса даими комиссияһы рәйесе А.В.Левичев муниципаль райондың 2013 йылға бюджет ҡарары менән таныштырҙы.
Э.МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий