Паркты төҙөкләндереүгә - 5 миллион!

Паркты төҙөкләндереүгә - 5 миллион!
Белоретта тантаналы шарттарҙа ҡала паркын асыу сараһы үтте. Был парк «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалаларҙағы парктар» федераль проекты буйынса яңыртылды. Ҡала эсендә тағы ла бер яңы ял итеү зонаһын төҙөкләндереү белореттар өсөн Халыҡтар берҙәмлеге байрамына ҡарата бүләк тә булды.
Финанс мѳмкинлеге сикле булыу сәбәпле, ҡала паркы бер нисә йыл рәттән ҡарауһыҙ хәлдә булды. Федераль программа ярҙамында парк бик тиҙ арала төҙөкләндерелеп, яңы төҫ алды.
Федераль проектҡа ярашлы, паркты реконструкциялауға 5 млн. һум аҡса бүленде. Хәҙер бында яңы асфальт түшәлгән, ял иткәндә йөрөү өсөн юлдар һалынған, ундан ашыу яҡтыртҡыс ҡуйылған. Етәкселәр белдереүенсә, эштәр бының менән генә тамамланмай әле, ял итеү зонаһын тѳҙѳкләндереү эштәре артабан да дауам итәсәк. Паркты асыу сараһында Йәштәрҙең ял итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре балалар өсөн байрам программаһы күрһәтте. Төрлө уйындар, конкурстар ойошторолоп, еңеүселәргә татлы приздар тапшырылды.
Үҙ хәбәрсе.
Оставить комментарий