Мин ни өсөн һайлауға барам?

Билдәле булыуынса, 18 мартта Рәсәй Президенты һайлана. Йылдың иң әһәмиәтле сәйәси ваҡиғаһына ваҡыт аҙ ҡалды. Был тема киң мәғлүмәт сараларында, Интернетта ғына түгел, тормошобоҙға ла үтеп инде һәм төрлө һөйләшеүҙең, фекер алышыуҙың төп мәсьәләһенә әүерелде. Ҡайһы бер райондаштарыбыҙҙың фекерҙәрен белеү ниәтендә уларға мөрәжәғәт иттек.
Хәбир Бәхтийәр улы ШИҺАПОВ, Шығай:

- Илдә барған сәйәсәткә бер ваҡытта ла битараф булманым. Һайлау хоҡуғына эйә булған йәштән алып, бер һайлауҙы ла ҡалдырғаным юҡ тиерлек. Был яуаплылыҡ, әлбиттә, бәләкәйҙән, ғаиләлә тәрбиәләнә. Йыш ҡына: “Элек һайлау байрам кеүек үтә торғайны...” - тип, быға тиклем булғандарҙы үҙем иҫләп, башҡаларҙың һа- ғынып иҫкә алғандарын ишеткәнем бар. Үҙем дә оҙаҡ йылдар һайлау комиссияһы ағзаһы, һуңынан рәйесе булдым. Һайлауҙа ҡатнашыу, үҙ тауышыңды биреү, минеңсә, һәр кешенең гражданлыҡ бурысы.
Мин һәм ғаиләм - тыныслыҡ яҡлы. Гражданлыҡ бурысын илебеҙҙең киләсәге, тыныслығы өсөн был юлы ла үтәйәсәкбеҙ. Шуға күрә Президент һайлауына ла мотлаҡ барасаҡмын. Ҡеүәтле илебеҙҙе етәкләрҙәй, уны артабан үҫтерерҙәй кандидат өсөн тауыш бирәсәкмен.
Ил Президентын һайлау, ысын мәғәнәһендә, ҙур сәйәси ваҡиға. Унда үҙен илдең гражданы итеп һанаған һәр кем ҡатнашырға тейеш, тип уйлайым. Тап ошо сара беҙҙең берҙәмлекте күрһәтер.
Оставить комментарий