Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре

Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре
6 февралдә Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов инфраструктура, етештереү һәм социаль объекттарҙа булды, биләмәне үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Константиновка ауылында Башҡортостан Башлығы 2015 йылда ойошторолған Ҡырмыҫҡалы төҙөлөш материалдары заводының етештереү майҙансығын ҡараны. Предприятие йыл һайын металдан яҡынса 1 мең тонна тауар етештерә. Улар араһында – профнастил, торбалар, сайдинг. Шулай уҡ завод керамзит блоктар эшләү һәм тауар бетоны етештереү менән шөғөлләнә.
Рөстәм Хәмитов прокат эшләү технологияһы һәм тауар өлгөләре менән танышты, продукцияны һатыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Предприятие етәксеһе Виктор Терехин әйтеүенсә, яҡын арала һатыуға яңы черепица төрҙәре лә сығарыласаҡ.
Һатыу мәсьәләләре менән «Урал-Профиль» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шөғөлләнә. Завод продукцияһы республика биләмәһендә (Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Белорет һәм башҡа райондарҙа), шулай уҡ унан ситтә - Свердловск һәм Силәбе өлкәләренә оҙатыла.
***

Ҡырмыҫҡалы районында республика Башлығы Константиновка ауылының күп функциялы клубында булды. Ул элекке мәҙәниәт усағын төҙөкләндергәндән һуң, былтыр асылған.
Клуб бинаһы тулыһынса яңыртылған, тейешле ҡорамалдар  менән йыһазландырылған. Бының өсөн 20 млн һум йәлеп ителгән.
- Афарин, 20 млн һумға яҡшы бина төҙөлгән, - тине Рөстәм Хәмитов.
Күп функциялы үҙәктә ауыл клубы, китапхана, музей, бейеү, балалар өсөн уйын бүлмәләре, тренажер һәм спорт залдары урынлашҡан. Бында ижади коллективтарҙың репетицияһы үтә, төрлө йүнәлештәге түңәрәктәр эшләй. Комплекс янында хоккей майҙансығы булдырылған.
Төбәк етәксеһе клуб бүлмәләрен, 200 урынлыҡ тамаша залын һәм музейҙы ҡарап сыҡты, шулай уҡ үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Улар әйтеүенсә, бында ижад һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.
***

Район үҙәге Ҡырмыҫҡалыла Рөстәм Хәмитов «Ҡырмыҫҡалысельхозэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятие 1982 йылда ауыл хужалығы ойошмаларын техник хеҙмәтләндереү һәм электрҡорамалдарын ремонтлау, шулай уҡ районда төҙөлгөн объекттарҙа электрмонтаж эштәрен башҡарыу өсөн  ойошторолған.
1990 йылда «Ҡырмыҫҡалысельхозэнерго» электрсымдары линияларын төҙөү менән шөғөлләнә башлаған. 1993 йылда предприятиеға район  ауылы селтәрҙәрен хеҙмәтләндереү йөкмәтелгән. Энергетиктар ярҙамында авария хәлендәге селтәрҙәрҙең 85 проценты тулыһынса төҙөкләндерелгән.
Әлеге ваҡытта предприятие Ҡырмыҫҡалы һәм Благовар райондарында йәшәүсе 10 мең ҡуллыныусыны хеҙмәтләндерә. Йыл һайын энергетиктар 70 км электрселтәре төҙөй һәм ремонтлай. Киләсәктә ойошма Саҡмағош районы селтәр хужалығын «үҙ ҡанаты аҫтына» алырға ниәтләй.
***

Сахай ауылында республика етәксеһенә башланғыс класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән урта белем биреү мәктәбенең яңы бинаһын күрһәттеләр. Буш бинала төҙөкләндереү эштәре үткәрелгәндән һуң, ул икенсе сменаны бөтөрөү программаһына ярашлы урындағы мәктәпкә тапшырылған.
Капиталь ремонт өсөн республика ҡаҙнаһынан 4,5 млн һум бүленгән. Бинаның түбәһе, тәҙрә-ишектәре алмаштырылған, йылытыу, электр һәм һыу тәьминәте системалары яңыртылған, бинаның тышы тәртипкә килтерелгән.
Шулай уҡ мебель, уҡытыу һәм ашхана ҡорамалдары менән тәьмин итеү өсөн урындағы бюджеттан тағы 2 млн һум бүленә. Уға 107 балаға иҫәпләнгән алты кабинет һәм аш залы йыһазландырыласаҡ.
Рөстәм Хәмитов буш торған биналарҙы төҙөкләндереп мәктәпкә тапшырыу тәжрибәһен ыңғай баһаланы һәм уны республиканың башҡа райондарында ла ҡулланырға тәҡдим итте.
- Был ғәйәт ҙур төҙөлөштәр түгел, үҙ көсөң менән дә хәл итерлек, - тип билдәләне төбәк Башлығы. – Тәү сиратта ошондай варианттарҙы ҡарарға кәрәк.
***

Ошонда уҡ Рөстәм Хәмитов Сахай ауылының күп функциялы клубына инеп сыҡты. Бинала ауыл советы хакимиәте, почта, фельдшер-акушер пункты, спорт һәм тренажер залдары, мәҙәниәт йорто, китапхана һәм музей урынлашҡан.
Яңы клубты төҙөкләндереү өсөн 15 млн һум аҡса сарыф ителгән. Ул Константиновка ауылындағы учреждение менән бергә 2017 йылда асылды. Бөгөн үҙәктә урындағы ижади коллективтар шөғөлләнә, төрлө түңәрәктәр эшләй.
Республика Башлығы китапхананы инеп күрҙе, клуб хеҙмәткәрҙәре һәм спортсылар менән аралашты, ФАП-ты тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырыу буйынса табиптар менән фекер алышты.



Оставить комментарий