Альберт МИФТАХОВ: “Беренсе сиратта, беҙ яҡташтар икәнлеген аңлау фарыз”

Үткән йыл аҙағында республикала “Яҡташтар” тигән ябай исем аҫтында ғәҙәти булмаған проект старт алды. Уның маҡсаты - үҙ заманыбыҙҙың ысын геройҙарын, тирә-яҡтағыларҙың ихтирамын һәм ышанысын яулаған кешеләрҙе билдәләү. Был тәңгәлдә эштәрҙең нисек барыуы тураһында һорашып, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт МИФТАХОВҠА мөрәжәғәт иттек.

- Шулай итеп, Альберт Ленарович, “Яҡташтар” проекты ниндәй стадияла? Нимәләр эшләнде, нимәләр күҙаллана?
- Кимәлдәр тураһында һөйләгәндә, беҙ әлеге ваҡытта хәл иткес, финал этабына күсәбеҙ. Быға тиклем нимәләр эшләнек һуң? Беренсенән, барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланып, кешеләргә проекттың асылы, уның бурыстары тураһында һөйләнек, унда ҡатнашырға саҡырҙыҡ. “Яҡташтар” тип аталған махсус гәзиттә анкетаның бланкын баҫтырҙыҡ. Уны ҡырҡып алып, үҙаллы тултырырға, тултырғас, махсус йәшниктәргә төшөрөргә мөмкин ине. Бындай йәшниктәрҙе һәр районда урынлаштырҙыҡ. Бынан тыш, махсус сайт булдырҙыҡ: www. Zemlyaki.name. Был сайтта анкетаны электрон вариантта тултырырға мөмкин. Һөҙөмтәлә беҙҙең инде тултырылған байтаҡ анкеталарыбыҙ бар - ҡағыҙ форматында ла, электрон форматта ла. Шулай ҙа проект менән мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе йәлеп итергә теләйбеҙ. Идеалда - Башҡортостандың барлыҡ халҡын. Билдәле, беҙҙә әле барыһы ла Интернет ҡулланмай. Йәнә һәр кем анкетаһын төшөрөү өсөн район үҙәгендә урынлашҡан йәшникте эҙләп китеп бармай. Шуға күрә хәҙер үҙебеҙ анкеталарҙы өйҙәргә таратып сығып, тултырылғандарын йыйып алыуҙы ойошторасаҡбыҙ. Беҙҙең инде ҙур төркөм ирекле ярҙамсыларыбыҙ ҙа бар - бөгөн уларҙы волонтерҙар тип атайҙар. Бына шул волонтерҙар анкеталарҙы өйҙәр һәм фатирҙар буйлап тарата башлаясаҡ.
- Тимәк, әгәр әле кем проектта ҡатнашып өлгөрмәгән, уларға волонтерҙарҙы көтөргә ҡала инде.
- Эйе, көтөргә һәм уйланырға кәрәк - үҙегеҙҙең анкетағыҙға һеҙ ниндәй исемдәрҙе индерергә теләр инегеҙ. Анкета үҙе бик ябай ғына, ике өлөшкә бүленгән: “Тарихи шәхестәр” һәм “Замандаштар”. Һәр категорияла өсәр исемде атарға кәрәк.
- Ә “Тарихи шәхестәр” тигән һүҙҙәрҙе нисек аңларға? Һүҙ бик алыҫ үткәндәге шәхестәр тураһында барамы?
- Мотлаҡ түгел. Был категорияға һеҙ үҙегеҙ шәхсән белгән һәм бөгөнгө көндә инде фани донъяла булмаған кешеләрҙе лә индерә алаһығыҙ. Әлбиттә, уларҙы һеҙҙең был исемгә лайыҡлы тип һанауығыҙ бик мөһим. Улар шәхес булырға һәм тарихта эҙ ҡалдырған булырға тейештәр. Ә “Замандаштар” - улар бөгөн беҙҙең эргәлә йәшәп ятыусы яҡташтар. Районыбыҙҙа, ҡалабыҙҙа, ауылыбыҙҙа йәшәүсе иң лайыҡлы кешеләр. Улар ҙур ғалимдар, алдынғы игенселәр, табиптар, остаз булырҙай уҡытыусылар булырға мөмкин. Бер һүҙ менән әйткәндә, төрлө һөнәр эйәләре. Иң мөһиме - лайыҡлы кешеләр, беҙ “Тарихи шәхестәр” тигән графаға исемдәрен яҙған кешеләрҙең эштәрен дауам итеүселәр булырға тейеш. Йәғни өлгө алырға мөмкин һәм кәрәк булған, уларға тиңләшергә ынтылырҙай кешеләр булыуы фарыз. Иң беренсе, әлбиттә, йәштәргә ҡағыла. Сөнки “Яҡташтар” проекты тап шул йәштәр өсөн уйлап сығарылған да инде.
- Бәғзе бер ололарға ла ниндәй кеше ысын кеше тип аталыуы тураһында уйлап алыу зыян булмаҫ ине...
- Әлбиттә, килешәм. Минеңсә, “Яҡташтар” - ул барыбыҙ өсөн дә ниндәйҙер яҡшылыҡҡа өйрәнеү мөмкинлеге. Беҙҙең эргәлә йәшәгән кешеләргә ҡарата иғтибар һәм ихтирам күрһәтеүгә өйрәнеү. Кешене уның вазифаһы йәки званиеһы буйынса түгел, эштәре һәм ҡаҙаныштары буйынса баһаларға өйрәнеү.
- Күптәр фекеренсә, бөгөнгө тормош ҡырыҫ...
- Беҙ нисек итеп уны булдырабыҙ, тормош шулай ул. Беҙҙең тарих бынан да ауырыраҡ һәм ҡурҡынысыраҡ осорҙарҙы белмәйме ни? Белә. Ләкин беҙҙең ата-бабалар уларҙы лайыҡлы еңеп сыҡҡан. Шул иҫәптән бер-береһенә ярҙамсыл булғандары, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бер-береһен ташламағандары, һаҡлағандары өсөн. Бер һүҙ менән әйткәндә, был һүҙҙең тулы мәғәнәһендә ысын яҡташтар, изгелекле күршеләр булып йәшәгәндәр. Барыбыҙға ла бер-беребеҙгә күберәк иғтибар бүлергә кәрәк. Барыбыҙға ла, милләткә, дингә, һөнәргә, йәшәү кимәленә ҡарамайынса. Шуны аңлау фарыз - беренсе сиратта, беҙ яҡташтар. Беҙҙең еребеҙ ҙә, геройҙарыбыҙ ҙа, яҙмышыбыҙ ҙа, киләсәгебеҙ ҙә уртаҡ икәнлеген аңлау шарт. Шуны аңлағанда, беҙҙең ҡулдан барыһы ла киләсәк.
Оставить комментарий