Йәмәғәт үҙидаралыҡтарын нисек тѳҙѳргә?

Гәзитебеҙҙең алдағы һанында үҙидаралыҡтар тѳҙѳү тураһында һүҙ башлағайныҡ. “Баймаҡ - рух ҡалҡаны” тигән мәҡәләне уҡып, ауылдарҙан шылтыратыуҙар һәм һорауҙар булды. “Ауылда эш юҡ, шул арҡала эскелек, йәштәрҙең юлдан аҙыуы арта бара, һыу буйҙары, урамдарҙа сүп-сар түгеү буйынса, мал кѳтѳүҙе яйға һалыуҙа ла етешһеҙлектәр бик күп. Ысынлап та, быларҙың барыһын да ҡайҙандыр үҙәктән килеп кенә хәл итеп тә, ярҙам итеп тә булмай, халыҡ үҙенең лайыҡлы йәшәү рәүешен үҙе ойоштора белергә тейеш. Бына шул яҡтан беҙҙә әлегә етешһеҙлектәр күп. Ошо йәмәғәт ойошмаһын етәкләрлек, халыҡты үҙ артынан эйәртерлек кешеләр бар. Тик был йәмәғәт ойошмаларын нисек итеп ойоштороп ебәрергә, шул хаҡта ла аңлатып яҙһағыҙ ине”, - тип шылтыратты Аҙналы ауылынан Айһылыу Шәһивәли ҡыҙы Сәмсетдинова.

Территориаль йәмәғәт үҙидаралығы (артабан ТОС, тип аталасаҡ) - урындағы теге йәки был мәсьәләләрҙе хәл итеү ѳсѳн халыҡҡа ирекле рәүештә ойошмаға берләшеүе ул. ТОС - ябай халыҡҡа үҙҙәре йәшәгән урында идара итеүгә туранан-тура ҡатнашырға хоҡуҡ биреүсе йоғонтоло сара булып тора һәм был муниципаль власҡа ла ныҡлы терәк буласаҡ. Шуға күрә һәр бер муниципаль берәмектә ТОС-тар тѳҙѳү мотлаҡ кәрәк.
ТОС-ты ойоштороу ѳсѳн ошо территорияла, йә иһә подъезда, ауылда йәшәгән халыҡ йыйылыш үткәрә һәм унда буласаҡ йәмәғәт ойошмаһының уставы раҫлана, башҡарма органы һайлана. Йә булмаһа, органдар урынына ТОС-тан уполномоченный һайлана һәм ошо орган менән бер үҙе етәкселек итә. Федераль законға ярашлы, ТОС эшендә, йыйылышта, конференцияла ошо территорияла йәшәүсе 16 йәше тулған һәр кем ҡатнаша ала.
Уставта ТОС эшләйәсәк территория, тѳп эш йүнәлештәре, маҡсат, бурыстар һәм эшмәкәрлектең формаһы, ТОС органдарының полномочиелары һәм уларҙың үтәлеү срогы, ҡарар ҡабул итеү, милек һатып алыу һәм уны файҙаланыу, финанс средстволарына идара итеү, ТОС-тың эшен туҡтатыу тәртибе билдәләнә.
Йыйылышты үткәреү тәртибе муниципаль берәмектәрҙәге кеүек. Тик унда бер нисә айырмалыҡ бар. Мәҫәлән, ТОС-тың уставын ҡабул итеү һәм үҙгәртеүҙә; ТОС-тың структураһын формалаштырыуҙа һәм органын һайлауҙа; ТОС-тың тѳп эшмәкәрлек йүнәлешен билдәләүҙә; килем һәм сығым сметаһын раҫлауҙа һәм уларҙың үтәлеше буйынса отчет биреүҙә; ТОС органдарының отчеттарын ҡарау һәм раҫлауҙа.
Йыйылышта (конференцияла) ҡабул ителгәндән һуң устав ошо территорияның урындағы үҙидаралығында теркәлергә тейеш. Теркәү тәртибе урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органының хоҡуҡи акты нигеҙендә билдәләнә.
Шул уҡ ваҡытта ТОС коммерция булмаған ойошма формаһында теркәлгән юридик шәхес була ала. Был осраҡта ул һалым органдарында дәүләт теркәүе аша үтәсәк. ТОС-тар урындағы үҙидаралыҡ органдары системаһына инмәгәнгә күрә, уларға муниципаль берәмек аҡса бүлмәй, ә ТОС органына һайланған кешегә урындағы бюджеттан эш хаҡы ла түләнмәй. ТОС органы ағзаларҙың ирекле иғәнәһенә йәшәй, йә иһә йәмәғәт башланғысында эшләй.
Федераль законда ҡаралғанса, ТОС юридик шәхес статусын алған осраҡта, урындағы үҙидаралыҡ органы менән торлаҡ фондын тәртиптә тотоу, территорияны таҙартыу, тѳҙѳкләндереү һ.б. эштәр буйынса килешеү тѳҙѳп, урындағы бюджеттан аҡса ала ала. Бынан тыш, ТОС-тарҙы финанслау грант системаһы, муниципаль социаль заказ системаһы буйынса йәки конкурс нигеҙендә башҡарылыуы мѳмкин. Финанслауҙың был тѳрѳ ике яҡ ѳсѳн дә бик ҡулай, сѳнки әллә ни ҙур булмаған бюджет аҡсаһына даими рәүештә территорияны тәртиптә тоторға мѳмкин һәм бында халыҡтың әүҙемлеген күтәреүгә, үҙе йәшәгән урынды үҙҙәре контролгә алыуға хоҡуҡ бирелә.

ТОС-тар бик күп бурыстарҙы үтәй ала. Мәҫәлән, урындағы власть торлаҡ йорттарҙы, юлдарҙы, подъездарҙы ремонтлау ѳсѳн аҡса бүлә, ә ремонт сифатһыҙ башҡарыла. Ә бына ТОС-тар ошо эштәрҙең тейешенсә үтәлешен контролдә тотоуҙы үҙ яуаплылығына алһа, ике яҡ ѳсѳн дә уңайлы һәм файҙалы буласаҡ. Ҡала ерендә иһә урам эстәрен, балалар майҙансыҡтарын, урамдарҙы йәшелләндереү, таҙалыҡта тотоу, сүп-сарҙың ваҡытында түгелеүен күҙәтеүҙе лә ТОС-тар үҙ ҡарамағына ала ала. Ер, ағас бүлеүҙе лә контролдә тота ала.Бында пенсияға сыҡҡан яуаплы кешеләрҙе йәлеп итеү отошло буласаҡ.
Хоҡуҡ тәртибе органдары менән берлектә ТОС-тар, дружиналар ойоштороп, урамда кистәрен тәртип булдырыуҙа ла ҡатнаша ала.
Устав бурыстарын үтәү ѳсѳн территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтары иң беренсе ошо территорияла йәшәүселәрҙең ихтыяжын асыҡлай һәм яҡлай, йыйылышта һәм конференцияла ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлешен тәьмин итә, граждандарҙың үҙҙәре йыйған иғәнә аҡсаһына йәки ТОС һәм урындағы үҙидаралыҡ власть органы араһында тѳҙѳлгән килешеү буйынса урындағы бюджет аҡсаһы иҫәбенә торлаҡ фондын тәртиптә тотоу, территорияны тѳҙѳкләндереү, граждандарҙың социаль-кѳнкүреш ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү йәһәтенән башҡа тѳр хужалыҡ итеү эшмәкәрлеген алып бара.
Территориаль йәмәғәт үҙидаралыҡтарын теркәү ѳсѳн документтар исемлеге һәм ТОС-тың устав проекты, дѳйѳм положениелары менән яҡындан танышырға теләүселәр “Урал” гәзите мѳхәрририәтенә мѳрәжәғәт итә ала. Телефон - 4-28-39, 3-14-91.

З.Абзалова
әҙерләне.
Оставить комментарий