Оптималләштереү: эште еңелләштереүме, әллә ауырлаштырыумы?

Революция, коллективизация, приватизация… Йәшәйешебеҙҙең ниндәйҙер бер осорон сағылдырған ошондайыраҡ һүҙҙәргә бѳгѳн оптимизация тигән һүҙ ҙә килеп ҡушылды. Ә бит уйлап ҡараһаң, ниндәйҙер үҫеште, алға китеште, етештереүсәнлекте һынландырған был һүҙ мәғариф ѳлкәһенә, һәр хәлдә балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә, бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ һымаҡ. Әлбиттә, һүҙ юғары технологиялар индерелгән ҙур ҡалаларҙағы алға киткән мәктәптәр тураһында түгел, ә районыбыҙҙың бер-береһенән алыҫ урынлашҡан ябай ауыл мәктәптәре тураһында. Ә бит ҡулайлаштырыу проблемаһы бер бѳгѳн түгел, ә мәктәптәрҙе һәр бала иҫәбенә финанслауҙан башланды.

Оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан бер тәжрибәле уҡытыусының һүҙҙәренә ҡарағанда, был ысулды уйлап тапҡан кеше, ысынлап та, бик ҡаты бәғерле булғандыр. Бәлки, ул беҙҙең ауыл мәктәптәрен күҙ алдына ла килтермәгән кешелер? Ғәҙәттә, ниндәйҙер реформа алдынан референдум үткәреү ҡаралған. Ни ѳсѳн балаларға ҡағылған реформалар референдумһыҙ үтеп китергә тейеш әле? Бының менән кешелек үҙ-үҙенә ҡаршы килә түгелме? Тәүге планда - балалар, иң яҡшыһы - балаларға, тигән һүҙҙәр буш булып сыға түгелме? Балаларға киткән сығымдарҙы ҡыҫҡартып ҡына алға китеп буламы икән.
Баланы атай-әсәй йортонан айырып ситтә уҡытыуҙың кире яҡтарын һәр кем аңлай, сѳнки атай-әсәй, олатай-ѳләсәй наҙын тойоп үҫкәндәр генә ысын кеше булып үҫә. Хәҙер мәктәп-интернаттарҙа, балалар йорттарында баланы эшкә ҡушыу ҙа енәйәт һанала. Тормошҡа яраҡлашмаған ҡаты бәғерле кешеләрҙең йәмғиәтебеҙгә ниндәйҙер файҙа килтереүе икеле. Беҙ әле үк эшсе ҡулдар етешмәүгә зарланабыҙ түгелме?

Оптималләштереүҙе демогра-фик хәлде еңеләйтеүҙең бер ысулы микән тип тә уйлап ҡуяһың. Уҡыусылар һаны күберәк булһын ѳсѳн ауылдарҙа ла, ҡалала ла күпләп бала табырға тейешле булып сығалар инде. Бәлки, иң беренсе сиратта, эшһеҙлек проблемаһын хәл итергә кәрәктер? Һәр ауылда тиерлек сәскә атҡан эскелек афәте менән халыҡ һанының артыуы ла икеле. Балаларға булған бѳгѳнгѳ мѳнәсәбәт менән киләсәгебеҙҙе күҙаллау аяныс.
Мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылары ошо турала нимә уйлай һуң? Һүҙ - уларға.

Әнисә АҪЫЛҒУЖИНА, 1-се Инйәр мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
- Мәғарифтағы барған оптималләштереү башҡорт теленә генә ҡағылды кеүек, башҡорт теле уҡытыусыларының эшһеҙ ҡалыуына, ауыл ерендәге башҡорт мәктәптәре ябылыуға, ғѳмүмән, Башҡортостан мәғариф системаһының, уҡыу-уҡытыу эшенең бер баҫҡысҡа түбән тѳшѳүенә килтерҙе, тип уйлайым.
Мәғариф - ул халыҡ тормошонда иң мѳһим тармаҡ. Иң изге тармаҡ, тиер инем, сѳнки ауылың да, ҡалаң да, республикаң да, дәүләт тә, мәктәп тә мәғарифтан башлана. Һуңғы йылдарҙа мәғарифта барған реформаларҙың, тәжрибәләрҙең күбеһе данлыҡлы мәғариф системаһынан баш тартып, һуҡыр рәүештә кѳнбайышҡа эйәреү һѳҙѳмтәһендә атай-бабайҙарыбыҙҙың матур традицияларынан баш тартыу, уларҙы юғалтыу. Милли тѳбәк компонентын белем биреү стандартынан алып ташлау - телһеҙ, милли рухһыҙ киләсәк тәрбиәләнәсәгенә килтереүе кѳн кеүек асыҡ. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа мәғариф ѳлкәһендә индерелгән БДИ-ның ыңғай яғы: балаларға юғары уҡыу йорттарына инеү еңелләште. Әммә бының кире яғы ла бар: уҡыусылар тик БДИ-ға әҙерләнеп, бѳтѳнләй башҡа предметтарға ҡул һелтәп ҡарай. Мәҫәлән, башҡорт теленән дәүләт имтиханын бирергә кәрәкмәй һ.б., тип, нәфис әҙәбиәтте бѳтѳнләй уҡымайҙар, шуға ла уларҙың телмәре лә, уйлау һәләте лә насар үҫешә башланы, дәрестәргә лә ҡул һелтәп ҡарау кеүек кире күренештәр артты. Милли әҙәбиәтте уҡымағас, балалар халҡыбыҙҙың традициялары, халыҡ ижадының матур ѳлгѳләре, тарихыбыҙ менән таныш түгел.

Хәҙер мәғариф системаһында оптималләштереү процесы бара: мәктәптәр ябыла, уҡытыусылар ҡыҫҡартыла, эшһеҙ ҡала. Кемдәр бит әле - башҡорт теле уҡытыусылары! Туған телен, халҡының ғѳрѳф-ғәҙәттәрен, тарихын, тел, милләт, ил яҙмышы кеүек мѳһим мәсьәләләр уның шәхесенә, ижади эшләй алыуына туранан-тура бәйләнгәнлектән, башҡорт теле уҡытыусылары алдан күреүсе, юл ярыусы, әйҙәүсе шәхестәр. Тимәк, башҡорт халҡының юл ярыусы, әйҙәүсе шәхестәрен эшһеҙ ҡалдырыу. Мәғариф министрлығында милләтебеҙҙең йѳҙѳк ҡашы булған бер етәксене эштән ҡыҫҡартыу - башҡорт телен бѳтѳрѳүгә килтергән бер аҙым, был кирегә тәгәрәү бит - башҡорт телен туған тел, дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа ѳлгәшелгәндәрҙән ҡолаҡ ҡағып, яңынан туҡһанынсы йылдар кимәленә тәгәрәү күҙ алдына баҫа лаһа. Иң аптыратҡаны шул: быйылғы уҡыу йылында индерелә башлаған «Дини мәҙәниәттәр һәм донъяуи этика нигеҙҙәре» дәресе туған тел дәрестәре иҫәбенә уҡытыла. Йәғни, федераль компонент милли-тѳбәк компоненты иҫәбенә уҡытыласаҡ. Ни ѳсѳн был предмет башҡорт теле иҫәбенә уҡытылырға тейеш? Был бит башҡорт телен уҡытмау ѳсѳн бер сәбәп кенә ләһә…

Ошо ерҙә мин йәмәғәт эшмәкәре, ғалим Фәнзил Фәйзуллиндың: «Үҙ ереңдә, үҙ илеңдә, үҙ тыуған ереңдә үҙ туған телеңде, үҙ тарихыңды ѳйрәнә алмау - трагедия», тигән һүҙҙәрен әрнеү менән ҡабатлайым.
Эйе, ҡайҙа башҡорт телен яратмайҙар, шунда уны уҡытмау ѳсѳн сәбәп табалар икәне билдәле. Ә ниңә беҙ кемдәндер һорарға тейешбеҙ».
Дүрт быуатлыҡ тарихлы «Урал батыр» эпослы, шанлы тарихлы ғорур халыҡ үҙ ерендә Рәсәй гражданины шәхесен тәрбиәләп, үҙ дәүләтендә дәүләт телен, үҙ балаһына туған телен уҡыта алмаһа, нисек рухи тәрбиә бирә, ниндәй илһѳйәр шәхес үҫтерә алыр һуң?
Данлы тарихлы, теле менән ғорурлана алырлыҡ халыҡтың үҙ ерендә еренә, теленә, мәҙәниәтенә булған хоҡуғын яҡлай алырына, рухи кѳсѳнә ышанғы килә.

З. СѲЛӘЙМӘНОВА әҙерләне.
Оставить комментарий