«Ата-бабалар ҡаҙанышын һаҡларға бурыслыбыҙ»

Дәүләтселегебеҙҙең нигеҙ ташы һалынған тарихи ваҡиғаға - Башҡорт Совет автономияһы төҙөлөүгә - бөгөн 94 йыл тулды. Оло әһәмиәткә эйә булған ошо иҫтәлекле көн алдынан Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимовҡа интервью бирҙе. Күҙгә-күҙ ҡарашып, башҡортса асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙә республиканың ижтимағи-сәйәси хәле, уның яңы шарттарҙа социаль-иҡтисади үҫеше, шулай уҡ экология, рухиәт һәм спорт өлкәләрендәге көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һүҙ барҙы.
 - Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы, 23 мартта Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 94 йыл тула. Күп кенә тарихсылар Рәсәйҙең федератив ҡоролошо тарихы башланыуын тап ошо ваҡиғаға бәйләй.
 - Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһын төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул итеү - тарихи ваҡиға. Башҡорт автономияһы формалашыу менән халыҡтың мәҙәни һәм ижтимағи үҙаңы ныҡлы уяна. Һис шикһеҙ, бындай ҡарар ҡабул иткән, башҡорт халҡы мәнфәғәттәрен Рәсәйҙең ул саҡтағы Үҙәк хөкүмәте алдында яҡлаған кешеләрҙең хеҙмәте бик ҙур. Улар абруйлы, белемле, алдынғы ҡарашлы булған. Көслө кешеләр генә бындай ҡарар сығара һәм уны тормошҡа ашыра ала. 
Идея, әлбиттә, тик торғандан ғына килеп сыҡмай, халыҡ араһында тыуа, оҙаҡ йылдар дауамында өлгөрә. Бәлки, ул тиҫтә, хатта йөҙ йыл буйы уйланылғандыр. Дәүләтселек булдырыу, үҙаллылыҡ алыу - күп быуын кешеләренең хыялы. Улар үҙ телен, мәҙәниәтен, йолаларын үҫтерергә, иҡтисадын булдырырға теләй. Һөҙөмтәлә ошондай республика - автономиялы дәүләт - төҙөп, башҡорт халҡы үҫешенең яңы этабына сығыуға өлгәшәләр. 
Ғөмүмән, 94 йыл элек булған ваҡиғаның тарихи әһәмиәте, һис шикһеҙ, ҙур. Бөгөн дә шул заманда ҡабул ителгән ҡарарҙың тормошҡа ашыуын хәстәрләргә, уны дауам итергә тейешбеҙ. Башҡортостандың республика булараҡ позицияларын йомшартырға ярамай. Беҙ Рәсәй Федерацияһы составындағы дәүләт булараҡ үҫешә алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейешбеҙ. Бөтә мәғәнәлә лә. Мәҙәни һәм ижтимағи яҡтан ғына түгел, иҡтисади йәһәттән дә.
 - Жириновский, Прохоров кеүек сәйәсмәндәр Башҡортостан менән Татарстан милли республика булараҡ йәшәүҙән туҡтарға, губернаға әйләнергә тейеш, тигәнерәк фекер белдерә. Ошондай шарттарҙа үҙ позицияларыбыҙҙы һаҡлап ҡала алырбыҙмы?
- Эйе. Һаҡларға бурыслыбыҙ ҙа, сөнки был - ата-бабаларыбыҙҙың яулап алған ҡаҙанышы. Уларҙың эшен мотлаҡ дауам итергә, үҫтерергә кәрәк. Бәғзе сәйәсмәндәрҙең фекере - буш һүҙ, мәғәнәһеҙлек. Быға етди ҡарарға ярамай. Сәйәси экстремистар, төптән уйламай эш иткән кешеләр бар шул. Был осраҡта улар күпселектең ҡарашын белдермәй, ни бары шәхси мәнфәғәттәре өсөн борсолған бәләкәй бер төркөмдөң һүҙҙәрен әйтә. Мин бындай сәйәсмәндәрҙең сығышын көлөмһөрәп ҡабул итәм, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Халыҡ та шулай уйлай. Мин һәр саҡ республиканы нығытыу яғында булдым һәм ошо һүҙемдә ҡаласаҡмын. Әммә бөгөн беҙҙең төп бурыстар - иҡтисад тармағында. Беҙ матди яҡты нығытырға, ҡеүәтле базаны арттырырға, шуның менән республиканы үҫтерергә тейешбеҙ. Башҡорт халҡына ла ярҙамды көсәйтергә кәрәк. Уны иҡтисади тормошҡа әүҙемерәк йәлеп итеп, көнитмеш сифатын үҫтереү мөһим. 
Халыҡҡа 70-80 йыл дауамында булған социалистик форманан баҙар иҡтисадына, капитализмға күсеү ауыр бирелә. Бөтә ҡатлам өсөн дә ауыр, айырыуса - ҙур килем алмағандарға, дәүләт ярҙамынан ситтә ҡалғандарға. Ошондай ваҡытта берҙәмлекте, идеологияны һаҡларға, йолаларға, халыҡтың тәжрибәһенә таянырға кәрәк. Йәмғиәт нигеҙҙәрен емерергә ярамай, был бик хәүефле, ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Әлеге фекерҙе “Рәсәй унитар дәүләт булырға тейеш, федератив ҡоролоштан баш тартырға кәрәк” тигән сәйәсмәндәргә ҡаршы әйтәм. Электән булғанды тамырынан үҙгәртеү - ахмаҡлыҡ, провокация.
- Рөстәм Зәки улы, Һеҙ Башҡортостан Президенты вазифаһын ҡабул итеп алғас: “Кешеләр өсөн эшләргә!” - тип белдергәйнегеҙ. Етәкселәргә тәғәйенләнгән был саҡырыу үҙ емештәрен бирәме?
- Девиз әле лә ғәмәлдә, беҙ уның буйынса эшләйбеҙ. Власть үҙенең түгел, ә халыҡтың мәнфәғәтен алға ҡуйырға бурыслы. Ул - йәмғиәттең айырылғыһыҙ өлөшө, халыҡ менән власты ҡаршы ҡуйыу, “беҙ” һәм “тегеләр” тип әйтеү дөрөҫ түгел. Идара итеү өлкәһендә лә бит кешеләр, халыҡ вәкилдәре эшләй. Коллегаларым, шул иҫәптән үҙем дә, власты мираҫ буйынса алманыҡ, башҡалар кеүек үк ябай халыҡ араһынан сыҡҡанбыҙ. Ҡасан да булһа барыбер шул мөхиткә ҡайтасаҡмын. 
Йыш ҡына ауыл-ҡалаларҙан хаттар алам. Беҙҙә шуға-шуға иғтибар ителмәй, һеҙ гел, власть кешеләр өсөн эшләргә тейеш, тип талап итһәгеҙ ҙә, урында бурыстар үтәлмәй, тиҙәр. Минеңсә, беҙ был йәһәттән халыҡта фекер уяттыҡ, йәмғиәт үҫешенең дөрөҫ йүнәлешен таптыҡ. Дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары кешегә ҡарата йомшағыраҡ була башланы, халыҡтың проблемаларын аңларға тырыша. Эйе, эш ауыр бара, сөнки баҙар иҡтисады - бик уҫал әйбер, капитализм да - ҡаты нәмә. Совет осоронда “капиталистик ҡоролошта власть байҙарҙы ғына хеҙмәтләндерә, ә ябай кешеләр уның ҡеүәтен тәьмин итә” тип өйрәндек. Баҙар иҡтисады формалашып ҡына килә, шуға заманса идеологияға кире ҡараш әле лә бар, әлбиттә. Был - ауыр, фәлсәфәүи мәсьәлә. Тормош ҡатмарлы булғанға ғына түгел: бер яҡтан ҡараһаң, ашарға етерлек, йорт бар... Ә бәхет юҡ. “Ни өсөн?” - тиерһегеҙ. Сөнки ғәҙелһеҙлек күп, ул көндән-көн арта. Һәм, әлбиттә, власть ябай халыҡ яғында булырға, уны яҡларға бурыслы.
 - Республиканы ил генә түгел, донъя кимәлендә лә танытыуҙы төп бурыстарығыҙҙың береһе итеп ҡуйҙығыҙ. Инвестиция йәлеп итеү буйынса талаптар ҙа ошоға бәйле. Беҙҙе айырыуса туризм өлкәһе ҡыҙыҡһындыра.
  - Туризм - республиканы сит илдәргә танытыуҙың төп юлдарының береһе. Рәсәй генә түгел, сит ил кешеләре лә беҙҙә матур тәбиғәт, ял итеү һәм көс алыу өсөн яҡшы мөмкинлектәр барлығын белергә тейеш. Төп бурыс - мөмкин тиклем күберәк кеше Башҡортостан Республикаһы, уның иҡтисадын алға ебәреү мөмкинлеге барлығын, беҙҙә эшләү өсөн шарттар булыуын белһен. Туризм кәрәк, тип тиҫтә ярым йыл һөйләнәбеҙ, “Башҡортостандың алтын ҡулсаһы”н булдырабыҙ, тибеҙ, әммә алға китеш ауыр бара. Әле мөһим бер нисә йүнәлеш бар. Тәүгеһе - курорт-шифаханалар. Был система һәйбәт кенә формалашҡан, ләкин бөгөн уны нығытырға, көсәйтергә кәрәк. Дәүләт хәстәрлегенән тыш, шәхси эшҡыуарҙарҙы ла ылыҡтырыу талап ителә, улар ҙа ҡунаҡханалар, туристарҙы хеҙмәтләндереү өсөн объекттар төҙөргә тейеш. Республика буйлап йөрөү өсөн транспортты һәм башҡаһын тәьмин итергә лә кәрәк.
Әүҙем үҫкән икенсе йүнәлеш - спорт туризмы: тау саңғыһы, йылға буйлап ағыу, йәйәү маршруттар, спелеология. Өсөнсөһө - халыҡ кәсептәре, ҡымыҙ етештереү, умартасылыҡ һәм башҡалар.
- Һуңғы ваҡытта республика халҡын айырыуса тариф проблемалары борсой. Һорау, әлеге лә баяғы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле. “Дөйөм йорт ихтыяждары өсөн” түләү сабырлыҡтың сигенә еткерҙе. Был йәһәттән Хөкүмәт тарафынан берәй нәмә эшләнәсәкме?
  - Беренсенән, Башҡортостандағы тарифтар Рәсәйҙә иң түбәндәр иҫәбендә. Мәҫәлән, Өфөлә эҫе һыу, һалҡын һыу, йылылыҡ өсөн хаҡ Ҡазандағынан ике тапҡырға кәмерәк. Был халыҡ өсөн шәп, ә бына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн хөрт. Торлаҡты йүнәтеүгә, яңыртыуға ҙур мөмкинлектәр юҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың иҡтисады менән кешеләр түләгән тарифтар араһында һәр саҡ “алтын урталыҡ” булырға тейеш. Минеңсә, тариф сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренең Рәсәй Федерацияһы субъекты кимәлендә хәл ителеүе мөһим. Артыҡ үҙәкләштереү һәм барлыҡ проблемаларҙы Рәсәйҙең Төбәктәр үҫеше министрлығы аша хәл итергә тырышыу - хаталы юл. Беҙ уны мөмкинлектәребеҙгә, хәлебеҙгә ҡарап яйға һала алабыҙ һәм шулай булырға тейеш тә. Тарифтарҙың түбәнлеге тармаҡҡа ярҙам итеү өсөн бюджеттан өҫтәмә аҡса сарыф итеүгә килтерә. Быйыл, мәҫәлән, 5 миллиард һум тотоноласаҡ. Тарифтар менән шаярырға ярамағанлығын беләбеҙ. Республикала уртаса эш хаҡы ҙур түгел, пенсия бәләкәй. Беҙ быны аңлайбыҙ һәм тарифтарҙы күпкә арттырмайбыҙ. Ҡайһы бер урындарҙа ғына түләүҙәр 10 - 15 процентҡа артты. Артабан да балансланған, үлсәнгән, тыныс тариф сәйәсәтен үткәрәсәкбеҙ. Артыу булған хәлдә лә, түләй алмаған кешеләргә ярҙам итәсәкбеҙ. Тимәк, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа түгел, ә тап мохтаж кешеләргә маҡсатлы, адреслы ярҙам буласаҡ. Эш хаҡы түбән булғандарҙы, яңғыҙ әбей-бабайҙарҙы, аҙ тәьмин ителгәндәрҙе хәстәрлек менән солғап алырға кәрәк. “Дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләү” - Төбәктәр үҫеше министрлығы уйлап тапҡан нәмә, бөтә илгә тейешле әҙерлекһеҙ индерелде, мин уның менән риза түгел. Эксперимент кәрәк булһа, бер-ике төбәктән генә башларға мөмкин ине, ә ул бомба кеүек тотош илгә “ырғытты”. Әлбиттә, һөҙөмтәлә кәрәген алдылар ҙа: халыҡ риза түгел, ҡайҙа ҡарама - мутлыҡ, алдашыу... 1 апрелдән “ОДН” буйынса сикләү индерәсәкбеҙ. Йортҡа терәп эшләнгән магазиндар, ателье, бөҙрәханалар өсөн дә аҡса ала башланылар бит. Быны тикшерәсәкбеҙ. 
- Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың ҙур өлөшө ауыл ерендә йәшәй. Уларҙы бөгөн ауыл яҙмышы бик борсой, Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе лә хәүефләндерә. Ошо шарттарҙа Хөкүмәт агро-сәнәғәткә нисек ярҙам итер икән?
- Ауыл хужалығы беҙҙең өсөн - өҫтөнлөклө йүнәлеш. Былтыр ҙа, элгәре йылда ла был тармаҡҡа, крәҫтиәндәргә ярҙам иттек: 5,5 миллиард һум аҡса сарыф ителде, капиталь төҙөлөш өсөн 16-17 миллиард һум тотонолдо. Үҙегеҙ беләһегеҙ: техника һатып алғандарға 40 процентҡа тиклем субсидия бирәбеҙ. Былтыр ғына өс меңдән ашыу техника - комбайн, трактор, сәскес алынды. Һөттөң хаҡын күтәреү буйынса ярҙам итәбеҙ: литрына 1,5-2 һумдан өҫтәмә дотация бирәбеҙ, ул быйыл да буласаҡ. 
Тауарҙың үҙҡиммәте сит илдән килтерелгәндәрҙең хаҡы кимәлендә булырға тейеш. Мәҫәлән, Белоруссияла һөттөң үҙҡиммәте, дәүләт биргән дотацияны иҫәпкә алғанда, 6-7 һум. Ә беҙҙә 15-17, хатта 20 һум булып китә. Әлбиттә, был шарттарҙа баҙарҙа дәғүәләшеп булмай. Ә ни эшләргә? Өйрәнә башланыҡ. Һөттөң үҙҡиммәте ҡул хеҙмәтенә таянған, механизация булмаған урында юғары икәнлеге асыҡланды. Рәсәйҙә беренсе булып берҙән-бер “500 ферма” программаһын тормошҡа ашыра башланыҡ. Ул бюджетты файҙаланып, һөт хужалығын, һөтсөлөк фермаларын заманға ярашлы яңыртыуҙы күҙаллай. Ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса 30-40 процентҡа тиклем ярҙам бирәбеҙ. Һөтсөлөккә генә түгел, ҡошсолоҡҡа, иген етештереүгә лә ҡағыла ул. Уңыш түбән, әлбиттә. Бик ныҡ тырышҡанда ғына гектарынан 15-20 центнер алабыҙ. Ошо тиклем булһа, һөйөнәбеҙ. Киләсәктә беҙгә кәмендә 20 центнер уңыш алырға өйрәнергә кәрәк.  
Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының кире йоғонтоһона ауыл халҡының берҙәм, көйлө эше һәм дәүләттең ярҙамы менән генә ҡаршы торорға мөмкин. Әлеге проект буйынса төҙөлгән фермаларҙа кеше рәхәтләнеп эшләй. Хеҙмәт хаҡы түләнә, һауыу залы бына тигән, техника ҡеүәтле, ашарға, йыуынырға, ял итергә урын бар. Был - Рәсәйҙә берҙән-бер системалы, аңлайышлы проект. Феде-раль үҙәктән көтөп тормайбыҙ, үҙаллылыҡтан файҙаланып, үҙебеҙ ҙә эшләй алабыҙ. 
- 2013 йыл Рәсәйҙә - Экология, республикала Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Белеүебеҙсә, бөгөн тәбиғәтте яҡлау - иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе. Һауаны айырыуса сәнәғәт предпри-ятиеларының бысратыуы бер кемгә лә сер түгел. Һыу мәсьәләһе лә көндән-көн киҫкенләшә.
- Бының нигеҙендә, әлбиттә, республика сәнәғәтенең 70 йыллыҡ үҫеше ята. Ул экология өсөн эҙемтәһеҙ үтмәне. Иң ҙур зыянды нефть сығарыуҙан күрәбеҙ. Беҙҙең республикала ғына 40 мең скважина булыуы күп нәмә хаҡында һөйләй. Бер яҡтан ҡарағанда, әлбиттә, нефть сығарыу төбәктең көс-ҡеүәтен күрһәтә, әммә уның экологияға кире йоғонтоһонан да ҡотола алмайбыҙ.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, экологияның торошо кешенең үҙенән, һәр йорттан, урамдан башланырға тейеш. Халыҡ сүп-сарҙы ҡайҙа етте шунда ташларға ғәҙәтләнде. Көнкүреш ҡалдыҡтарын күмеү полигондары төҙөй башла-ясаҡбыҙ, сүп-сарҙы сорттарға айырыуға ҙур иғтибар бүленәсәк. Үртәү технологияһын файҙаланырға ярамай, сөнки был юл дөрөҫ түгел. Сорттарға бүлеү һәм икенсел сеймал булараҡ ҡулланыу - беҙҙең өсөн иң ҡулай ысул. 
Йылға-күл буйҙарын тәртипкә килтерергә кәрәк. Экология парктары, айырыуса һаҡланған биләмәләр селтәрен үҫтереү мөһим. Был йәһәттән Башҡортостандың тәбиғәт резерваты тураһындағы ҡарарҙы ЮНЕСКО аша үткәреүгә өлгәштек. Биләмәгә Бөрйән, Белорет, Күгәрсен, Ишембай райондары инә.
- Киләһе һорауыбыҙ Рәсәйҙәге төп проблемаларҙың береһе булған коррупция хаҡында. Уға ҡаршы көрәштә ниндәй алымдар һөҙөмтәле, улар Башҡортостанда ҡулланыламы?
- Уға ҡаршы көрәш алып барыу - һәр етәксенең мөҡәддәс бурысы.
Минеңсә, ҡаҙна аҡсаһы - иң изге аҡса, уға тейергә ярамай. Мин һәр ваҡыт ошо идеология менән йәшәйем һәм башҡаларҙы ла шуға өйрәтәм. Ҡаҙна аҡсаһы - кешеләрҙеке, ул мәктәп, дауахана һәм дөйөм йәмғиәт өсөн кәрәкле башҡа биналар төҙөү, бүтән изге эштәр өсөн тәғәйенләнгән. Дәүләт-тең кеҫәһенә ҡул тыҡтың икән, вазифаңдан бушатылыуҙан тыш, енәйәт яуаплылығына тарттырылырға ла тейешһең.
- Ауылда ла, ҡалала ла халыҡты иң ныҡ борсоғаны - һаулыҡ һаҡлау өлкәһе. Миллиардлап аҡса бүленеүгә ҡарамаҫтан, медицина хеҙмәте күрһәтеүҙең сифаты ҡәнәғәтләнерлек түгел. Участка дауаханаларының, фельдшер-аку-шерлыҡ пункт-тарының ябылыуы айырыуса ҙур хафаға һала. Һөҙөмтәлә бәләкәй ауылдарға бөтөү ҡурҡынысы янай.
- Әлбиттә, бындай учреж-дениеларҙы ябырға ярамай. Район үҙәгенән алыҫта ятҡан ауыл халҡы нимә эшләргә тейеш? Ара 10 - 15 саҡрым булһа, һүҙ юҡ, һуңғы сиктә ябыу хаҡында уйларға мөмкин. Унан йырағыраҡ икән, учреждениеға йоҙаҡ элеү урынһыҙ, был бер ниндәй ҡалыпҡа ла һыймай.
Әлбиттә, беҙгә “бәләкәй мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы ябығыҙ, һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартығыҙ” тип юғарынан күрһәтмә бирәләр. Мәскәүҙәр менән һәр саҡ бәхәсләшәбеҙ. “Уйламайынса эш итмәгеҙ”, - тип үҙебеҙҙең етәкселәргә лә әйтеп киләм. Мәҫәлән, аҙ комплектлы мәктәпте ябыр алдынан иң тәүҙә йыраҡтағы уҡыу йортона йөрөргә юл, автобус, интернат бармы икәнен һәм башҡа шарттарҙы өйрәнергә кәрәк. Киреһенсә булған осраҡта, был вариант ҡулай түгел.
Ғөмүмән, мәктәп - ауылдың үҙәге, йөрәге, терәге ул. Дауахана ла ошондай уҡ ҡәҙер-хөрмәткә эйә.
- Рөстәм Зәки улы, әңгәмә һуңында үҙебеҙҙең тармаҡтағы ҡатмарлы хәл тураһында ла әйтеп үтке килә. Бөгөн милли баҫмалар бик ауыр мәл кисерә: сығымдарҙы 20 процентҡа ҡыҫҡартырға мәжбүрбеҙ. Беҙҙеңсә, республикала милли матбуғатҡа ярҙам итеү һәм уны үҫтереү программаһын эшләү һәм ғәмәлгә ашырыу - өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ошо йәһәттән Һеҙҙең ярҙамға өмөт итә алабыҙмы?
- Әлбиттә. Үҙ төбәгебеҙҙәге милли баҫмаларға ярҙам итергә бурыслыбыҙ. Был йәһәттән сараларҙы көсәйтә алабыҙ. Хатта бюджетҡа ҡарамаған ресурстарҙы ла файҙаланырға мөмкин. Был эште райондарҙа ла ойошто-расаҡбыҙ. Ярҙам үҙ ваҡытында һәм етерлек күләмдә булырға тейеш. Ғөмүмән, матбуғат баҫмаларын ярым-ярлы, һүнеп барған хәлдә тоторға ярамай. Милли мәҙәниәт, тарих беҙҙең быуында тамамланырға түгел, ә даими үҫергә, юғары үрҙәргә ынтылырға те-йеш.
  - Йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Рөстәм Зәки улы. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Оставить комментарий