Хуплайым һәм яҡлайым

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ойошторған “Яҡташтар” проекты тамамланыу алдында. Тиҙҙән волонтерҙар йомғаҡлау гәзитен таратасаҡ. Ошо уңай менән муниципаль район хакимиәте башлығы Миронов Владислав Геннадьевичтан бер нисә һорауға яуап биреүен үтендек.
- Владислав Геннадьевич, Һеҙ хакимиәт башлығы, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Белорет территориаль бүлексәһе етәксеһе булараҡ, был проектты нисек ҡабул иттегеҙ? Бѳгѳнгѳ кѳндә, йәғни хәл итәһе иҡтисади, социаль мәсьәләләр кѳн һайын арта барған ваҡытта, был проекттың халыҡ ѳсѳн әһәмиәте бармы?
- Иң беренсе ошо райондың, ҡаланың ябай гражданины булараҡ, шулай уҡ етәксе, партия ағзаһы булараҡ та яуабым бер: ил ниндәй генә ҡатмарлыҡтар кисергән осорҙа ла, халыҡтың рухын күтәреү, шәхестәренең исемен киләһе быуындарға еткереү кеүек изге эште онотмаған. Һәр яңы кѳн яңы мәсьәләләр тыуҙыра һәм мѳмкинлектән сығып хәл итергә тырышабыҙ, уңайлыҡтар тыуҙырабыҙ. Ә инде район халҡына “Яҡташтар” проектына әүҙем ҡушылып, үҙҙәренең шәхестәрен онотмауын, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереүҙе хәстәрләүҙәрен хуплайым һәм рәхмәт белдерәм. Проекттың ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын киләсәк күрһәтер, сѳнки бѳгѳн районды, ҡаланы күтәреү ѳсѳн башҡарылған бѳтә эштәргә баһаны үҫеп килгән йәш быуын билдәләйәсәк. “Яҡташтар” проектына ингән шәхестәрҙең изге эштәре тарих китаптарына индерелер, бәлки, һәм парта артында ултырып, ейән-ейәнсәрҙәре ҙур ғорурлыҡ менән уларҙың автобиографияһын, район ѳсѳн үҙҙәрен йәлләмәй эшләүҙәрен ѳйрәнер.
- Тимәк, проект ваҡытлы һәм халыҡсан?
- Һис шикһеҙ. Беҙҙең Белорет ере Башҡортостанға, Рәсәйгә күпме арҙаҡлы шәхестәр тыуҙырған, тотош ил күтәрелгән һуғышта ла, тыныс ваҡытта фиҙаҡәр хеҙмәттә лә, сәнғәттә лә, халыҡ хужалығының бѳтә тармаҡтарында ла алдынғыларыбыҙ етерлек. Был проектты уйлап тапҡан, халыҡҡа тәҡдим иткән “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ағзаларына, тәү сиратта, проектты хуплап ҡаршылаған һәм уға “йәшел юл” биргән Башҡортостан Республикаһы Президенты Рѳстәм Зәки улы Хәмитовҡа Иҙел башы халҡы исеменән рәхмәт белдерәм. Халыҡ үҙенең данлы улдарын һәм ҡыҙҙарын белергә, онотмаҫҡа тейеш, тип уйлайым.
- Әңгәмәгеҙ ѳсѳн рәхмәт, Владислав Геннадьевич.
үҙ хәбәрсе.
Оставить комментарий