Ѳмѳтһѳҙлѳккә бирелмәҫкә кәрәк

Быйыл муниципаль ра-йон хакимиәтенең отчет йыйылышы Ғәбдѳк һәм Йѳйәк ауылдарынан башланды. Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары И.С.Теләүбаев менән мәҙәниәт, милеккә идара итеү, роспотребнадзор, юл тѳҙѳлѳшѳ идаралығы, Инйәр юл тѳҙѳлѳшѳ участкаһы, Инйәр дауаханаһы, Инйәр лесхозы, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлектәре етәкселәре, вәкилдәре ҡатнашты отчет йыйылышында. Тѳркѳм етәксеһе Илгиз Теләүбаев муниципаль район хакимиәтенең 2012 йылғы эш йомғаҡтары тураһында отчет менән сығыш яһаны һәм үткән йылдың тотош район ѳсѳн “позитив үҫешкә юл алыу йылы” булыуын билдәләне, быны раҫлаусы һандар һәм факттар килтерҙе, яҡын һәм алыҫ киләсәккә пландар менән таныштырҙы. Докладтан һуң халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Йѳйәк ауыл хакимиәте башлығы Шәүҡәт Салауатов үҙенең отчет докладында үткән йыл башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны, яҡын киләсәккә пландар менән таныштырҙы, етешһеҙлектәрҙе һанап сыҡты. Бигерәк тә электр уты менән тәьмин итеүҙәге кисектергеһеҙ мәсьәләләргә ныҡлап туҡталды Шәүҡәт Ғариф улы. “Әгәр ҙә бѳгѳнгѳ дауылда ѳҙѳлѳп тѳшкән электр сымына берәй бала тейеп, бәхетһеҙлек осрағы булһа, шунда уҡ ғәйеплене табасаҡтар. Әлеге ваҡытта Ғәбдѳктә тағы бер нисә урам утһыҙ ултыра. Ҡасанға тиклем был ауылдар хужаһыҙ яфаланыр, күпме электр приборҙары йыл һайын эштән сыға, бер кемгә зарланып барып булмай”, - тине ул. Ауыл кешеләренең: “Ай һайын ут ѳсѳн түләгән аҡса ҡайҙа китә?”- тигән һорауы асыҡ ҡалды.
Шулай уҡ Ғәбдѳккә тиклем 7 саҡрым юлдың да 12 йыл эсендә “хужаһыҙҙар” рәтендә булыуы аптырата ауыл халҡын. Был хаҡта юлһыҙлыҡтың бѳтә яфаһын үҙ елкәһендә татыған эшҡыуарҙар әйтеп үтте. Автоюл күпере янындағы бәләкәй йылғаға торба үткәреү мәсьәләһен дә күтәрҙе эшҡыуар Гѳлира Әхмәҙғәле ҡыҙы. Был мәсьәләне ыңғай хәл итеп була, тигән ҡарарға килде белгестәр һәм ауыл хакимиәте башлығы Ш.Салауатов.
Фәнисә апай Мѳхәмәт-шинаның: “Оло кешеләр, ауырыуҙар күп, ә фельдшер юҡ, ниңә берәй штат бирмәйҙәр икән Инйәрҙән, Белореттан иң алыҫта ятҡан ауылға? Бигерәк тә юл ѳҙѳлгән мәлдәрҙә ҡурҡыныс, сѳнки элекке кеүек поездар күп йѳрѳмәй бит хәҙер”, - тип һорауы ла урынлы. Ошо арҡала үлем осраҡтары ла булғаны бар ауылда. “Федераль законға ярашлы, 700-900 кешегә бер ставка фельдшер бирелә, шулай ҙа Ғәбдѳк мәсьәләһен ҡарап ҡарарбыҙ”, - тине Инйәр дауаханаһының баш врачы Зариф Суфиянов. Бер анализ бирер ѳсѳн ауыл кешеһе кистән үк Инйәргә ҡуна барырға тейеш, сѳнки поездан кѳндѳҙгѳ беренсе яртыла килгән ауырыуҙы лаборатория ҡабул итмәй. “Ҡайтҡас та лаборатория хеҙмәткәрҙәренә әйтермен, ҡабул итерҙәр”, - тип вәғәҙә бирҙе баш врач Зариф Суфиянов.
Юлды ҡарҙан таҙартыу буйынса һорауҙарға Инйәр юл ремонтлау участкаһы начальнигы А.Акатьев яуап бирҙе. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зәлифә Әғләмова ғәбдѳктәрҙең райондың мәҙәни тормошона индергән ѳлѳшѳн ыңғай баһаланы һәм ауыл клубына “мәҙәниәт йорто” статусы менән бергә художество етәксеһе штаты бирелеүе тураһында һѳйѳнѳслѳ хәбәр әйтте. Ғәбдѳктәр был яңылыҡты ҡул сабыуҙар менән хупланы. Йѳйәк мәктәбе директоры Ринат Шәйбәков ике мәктәптең яңы реформаларға ярашлы, яҡын киләсәге менән таныштырҙы, мәктәп трансформаторын тиҙерәк ауылды электр уты менән тәьмин итеүҙән айырыуҙы һораны. Илгиз Сафый улы мәғарифтың балалар һанына ҡарап эш хаҡы, эш урыны менән тәьминәтен ыңғай яҡҡа бороу юлдарын әйтеп үтте: мәҫәлән, ҡайһы бер райондарҙа, ауылдарҙа етем балаларҙы ҡарауға, аҫрауға, балалыҡҡа күпләп алыуҙары хаҡында. “Берҙән, мәктәпте яптырмайынса һаҡлап ҡалырға була, икенсенән, ҡарауһыҙ ҡалған балаларға ғаиләлә үҫеү мѳмкинлеге асыла. Ғәбдѳктәр шулай уҡ Салауат Юлаев урамында ябай телефон, ә ауылда кеҫә телефоны бәйләнеше юҡлығына зарланды. Илгиз Сафый улы Теләүбаев ѳйҙәргә телефон үткәреүгә бәйле һорауҙы тейешле урынға еткерербеҙ, ә кеҫә телефоны буйынса ауыл халҡы, сход исеменән хат яҙырға кәрәклеген әйтте.
Йыйылыш ахырында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Теләүбаев уҡы-тыусы Л.Мәһәҙиеваға “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ағзаһы билетын тапшырҙы.

Йѳйәктәрҙе нимә борсой?
Ғәбдѳктән бер аҙ һуңлабыраҡ килеү сәбәпле, Йѳйәктәге йыйылышты Белорет юл тѳҙѳлѳшѳ һәм ремонтлау идаралығы начальнигы, район Советы депутаты Анатолий Левичев башлағайны һәм халыҡты ҡыҙыҡһындырған юлға ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреп ѳлгѳргәйне.
Отчет докладтары менән Йѳйәк ауыл хакимиәте башлығы Шәүҡәт Салауатов һәм муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев сығыш яһанылар.
Ауыл халҡын ниндәй мәсьә-ләләр борсой? Фельдшер-акушерлыҡ пунктының икенсе яҡ ярҙа һәм тау башында урынлашыуы ололар ѳсѳн ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Социаль-мәҙәни үҙәк тѳҙѳлѳшѳнѳң башланыу срогы күсеүе, участковыйҙарҙың ауылға алыҫ булыуы борсоуға һала ауыл кешеләрен.
Ауылда спиртлы шыйыҡ-салар һатыусыларға ҡарата кѳрәш юҡ. Аптырағас, ауыл халҡы, күмәртәләп сауҙа иткән базаларҙан шул шыйыҡсаларҙы һатыуҙы тыйып булмаймы, тип һорай. “Роспотребнадзор” территориаль бүлек начальнигы Рәшит Ғәлләмов был һорауға яуап бирҙе, әммә ләкин сауҙа базаһынан ниндәйҙер аҙыҡ-түлекте, эсемлекте һатыуҙы тыйыу ѳсѳн закон юҡлығы асыҡланды. Йѳйәктәр Ѳфѳ юлындағы юл киҫешкән урында туҡталыш тѳҙѳүҙе һорай. Салауат Сәлимйәнов йәштәр ѳсѳн торлаҡ тѳҙѳү программаларының эше менән ҡыҙыҡһынды, ер биреү тәртибен ҡайҙа белешергә, тип һораны. Инйәргә дауаханаға барыусыларға иғтибар етешмәүе хаҡында ла әйтелде йыйылышта. Рәсүл Ғәйнетдиновты иһә Инйәр дауаханаһы лабораторияһының поезд менән килеүсе ауырыуҙарҙы ҡабул итмәүе борсой. Аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла, Йѳйәккә тиклем автобус хәрәкәтен асыуҙы тағы ла бер күтәреп ҡараны ауыл кешеләре. Әммә ләкин, пассажирҙар етешмәү арҡаһында, автобус йѳрѳй алмаясаҡ, тигән һығымтаға килде ике яҡ та. Ҡыҫҡаһы, Йѳйәктә үткән отчет йыйылышында ла халыҡ үҙенең һорауын, теләктәрен, тәҡдимдәрен әйтеп, һорауҙарға яуап алды, ҡайһы берҙәрен ҡараясаҡтар, тигән ѳмѳттә ҡалды. Асыҡтан-асыҡ һѳйләшеү күп мәсьәләләрҙе асып һалыуға, шулай уҡ урындағы власть органдарының да тик ултырмауын, халыҡ мәнфәғәтендә ҡулдарынан килгәнсә эшләүҙәрен күрһәтте. Йѳйәк, Ғәбдѳк кешеләре Белорет ҡалаһы янында ѳй һалырға урын ала аламы, тигән һорауға милеккә идара итеү комитеты белгесе Әлфиә Саубанова яуап бирҙе.
- Закон быны тыймай, әммә ләкин район үҙәгендә урындар етешмәй, һеҙгә Инйәрҙә, йә иһә үҙегеҙҙә ер алыу күпкә отошлораҡ, тиҙерәк, уңайлыраҡ булыр, - тип яуап ҡайтарҙы ул.
Отчет йыйылышында күтәрелгән мәсьәләләр буйынса эш 2013 йыл дауамында хәл ителәсәк, ҡайһы берҙәре яҡын киләсәктәге планға инәсәк.
З.Абзалова.
Оставить комментарий