Бер аҙым алға, ѳс аҙым артҡа

Рима Әҡсән ҡыҙы Вәлиева, Ишле дѳйѳм белем биреү мәктәбе директоры:

- Илебеҙҙең киләсәге булған үҫеп килгән быуынға белем һәм тәрбиә биреү ѳлкәһендә хәлдәр нисек тора тигән һорауға яуабым ошондай: белем биреү эшмәкәрлеген оптималләштереү бигерәк тә ауыл мәктәптәренә ҡағылды. Сәбәбе - балалар һаны аҙ. Ауылда эш булмау сәбәпле, йәштәр ситкә китә, шуға ла уҡыусылар һаны йылдан-йыл аҙая. 10-15 йыл элек Ишлелә тормош ҡайнап торҙо. Дауахана, пекарня, леспромхоз ябылды, тар колеялы тимер юлы һүтеп ташланды, ә уларға алмашҡа бер ни ҙә булдырылманы. Бай традициялары булған беҙҙең Ишле урта мәктәбе 1922 йылдан бирле эшләй. Заманында уның интернаты ла булды, тирә-яҡ ауылдарҙан уҡырға килделәр.

Бына ѳсѳнсѳ йыл инде беҙҙең мәктәбебеҙ IX йыллыҡ булараҡ эшләй. Балаларға тѳрлѳ түңәрәктәрҙә шѳғѳлләнеү мѳмкинлеге юҡҡа сыҡты. Физик культура буйынса кластан тыш эш сәғәте лә ҡыҫҡартылды. Быйыл кластар берләштерелде, хатта 4 класты бергә уҡытабыҙ. Физкультура, технология, рәсем дәрестәре генә түгел, башланғыс кластарҙа математика дәрестәре лә бергә уҡытыла. Башланғыс кластарҙа ла, рус теле һәм математиканан урта кластарҙа ла дәфтәр тикшергән ѳсѳн аҡса түләнмәй. Кабинеттар, оҫтахана һәм мәктәп яны участкаһы ѳсѳн түләүҙәр ҙә юҡҡа сыҡты. Шуға күрә ауыл уҡытыусыһы эш хаҡының күтәрелеүен тойманы. Әлбиттә, класта 1,2,3 уҡыусы ғына булыуы проблема, әммә кластарҙы берләштереп уҡытыуҙың һѳҙѳмтәһе нисек буласаҡ һуң? Миңә ҡалһа, уҡытыусы үҙенең тәғәйенләнешен юғалта. Оптималләштереү арҡаһында беҙ дәрес биреүселәр генә булып ҡалмайбыҙмы икән?
З. СѲЛӘЙМӘНОВА
яҙып алды.
Оставить комментарий