Ниндәй үҙгәрештәр бар

Дәүләт Думаһында раҫланған үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер хаҡлы ялға һуңғараҡ киткән һайын түләүҙәрҙе күберәк алыу мөмкинлеге бар, йәғни был эш хаҡына ла нигеҙләнә. Шулай ҙа енетекләп ҡарағанда, формула тағы ла ҡатмарлыраҡ. Пенсия фонды сайтындағы калькуляторҙа ғына 9 күрһәткес бар. Ил халҡының уртаса йәше күтәрелә барыуын иҫәпкә алғанда, буласаҡ пенсионерҙарға өмөтләнгәндән дә кәмерәк түләнеүе бик тә ихтимал тигән фараздар ҙа бар.
*********
Әсәлек капиталының быйылғы күләме 430 мең һум тип билдәләнгән. 2007 йылдан алып ул 70 процентҡа, йәғни 180 мең һумға артҡан. Әсәлек капиталын биреү 2016 йылға тиклем дауам итәсәк. Депутаттар уны 2025 йылға тиклем оҙайтырға тигән тәҡдим индерә. Был тәҡдимде премьер-министр Дмитрий Медведев һәм вице-премьер Ольга Голодец хуплап сыҡты.

*************
Һуңғы ун йылда тәүге тапҡыр транспорт һалымы ла арта. Ул элеккесә техниканың ҡеүәтенә ҡарап иҫәпләнә. Быға тиклем 100 ат көсөнән аҙыраҡ ҡеүәтле автомобилдәргә 5 һум 50 тиндән тура килһә, 1 ғинуарҙан һалым күләме 10 һум булды. Элек 100-ҙән 150-гәсә ат көсө булғанда 15 һум иғәнә алынһа, хәҙер был автомобилдәр ике категорияға бүленгән: 100-ҙән 125-кә тиклем һәр ат көсө өсөн – 20 һум, ә 150-гә тиклеменә 25 һум һалым ҡаралған. Унан да ҡеүәтлерәк двигателдәргә һалым үҙгәрешһеҙ ҡала.
***************
Яңы йылдан Рәсәйҙә йыйылған машиналарҙың 30-ға яҡын төрөнә хаҡ арта. “Газель” һәм йөк автомобилдәренең хаҡы 15 %-тан да күберәккә үҫеүе бар. Быны илдең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе менән бәйләйҙәр. Йыл башынан автомобиль етештереүселәр үтилләштереү өсөн дә түләй башлаясаҡ. Әле йыл һайын федераль бюджетҡа үтилләштереүҙән килгән 54 млрд. Һум аҡса инә. Етештереүселәр ҙә түләй башлаһа, был һан 148,5 млрд. һумға етеүе ихтимал. .
**********


Льготалы кредитлау кеүек дәүләт ярҙамы туҡтатылыу сәбәпле, автомобиль етештереүселәр һатып алыусыларҙы башҡа төрлө юлдар менән йәлеп итергә мәжбүр буласаҡ. Ошо һөҙөмтәлә дәүләт субсидияһы урынына етештереүселәр үҙҙәре ташлама яһаясаҡ. Был хаҡы 750 мең һумдан ашыуыраҡ маркалы машиналарға ҡағыласаҡ. Бындай ташламалар быйыл бигерәк тә актуаль булыр тип баралар, сөнки 2013 йылда сығарылған автомобилдәрҙе һатыр кәрәк.

*******
Загс эшмәкәрлегендә лә үҙгәрештәр бар. Кешенең тыуыуын, никахын теркәгәндә, айырылышҡанда, балаларҙы уллыҡа алғанда, исем алмаштырғанда, үлем тураһында таныҡлыҡ бирелгәндә өҫтәмә мәғлүмәт һораясаҡтар. Никахты теркәгәндә йәки айырылшҡанда дәүләт актына кешенең белеме, ғаилә хәле, бәлиғ булмаған уртаҡ балаларының һаны һәм милләте яҙылырға тейеш. 1 апрелдән бланктар яңыса тултырыла башлаясаҡ. Загс «Росстат»ҡа никахлашҡан һәм айырылышҡан парҙарҙың милләте тураһында мәғлүмәт биреп барырға бурыслы. Был ҡатнаш никахтарҙың һанын белеү өсөн эшләнә.

************
Әрме хеҙмәтенән баш тартыусыларға бынан ары хәрби билет тапшырылмай. Ватан алдында бурысын үтәмәгән йәштәрҙең дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә вазифа биләү хоҡуғы сикләнә. Хәрби хеҙмәткә оҙатыуҙы кисектереү тәртибендә лә үҙгәрештәр бар. Хәҙер улар уҡыу йортоноң аттестацияһына бәйле түгел. Тимәк дини уҡыу йорттарында йәки институт һәм университеттарҙың әҙерлек бүлектәрендә шөғөлләнеүселәр ҙә кисектереү хоҡуғынан файҙалана ала.
********
Хәҙер 2 млн. һумға нисә торлаҡ һатып алып булһа, шуларҙың барыһы өсөн дә һалым ҡайтармаһы түләнә. Уның күләме әүәлгесә 260 мең һум самаһы тәшкил итә. Ауылдан 1 млн. һумға йорт һатып алған осраҡта, ташлама менән яртылаш ҡына файҙаланған булып һаналаһығыҙ. Быйылға тиклем һалым ҡайтармаһын бер тапҡыр юллау мөмкинлеге бар ине, хәҙер был хәл бер аҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе.
Ипотека юллаусыларға ла яңылыҡ бар. Ундай кредит буйынса түләнгән проценттарҙы ҡайтарыуға 1 ғинуарҙан сикләү билдәләнә - хәҙер 13 процентты 3 млн. һумдан һәм бер кредиттан ғына ҡайтарыу мөмкинлеге бирелә.
Э. Мөхәмәҙиева әҙерләне.
Оставить комментарий