Ҡоролтай ҡор йыйҙы

Үткән аҙнала хакимиәт район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының 2013 йылға йомғаҡ яһау ултырышы булып үтте. Беҙҙең район-ҡала мәктәптәрендә башҡорт теле дәрестәренең нисек уҡытылыуы, күпме сәғәт бирелеүе ҡоролтай ултырышының тѳп темаһы булды. Башҡорт милли мәҙәниәтен үҫтереү һәм милли матбуғатҡа яҙылыу, Ағинәйҙәр ҡороноң эше буйынса сығыштар тыңланды.

Ултырышты ҡоролтай рәйесе Илгиз Теләүбаев асып ебәрҙе һәм үткән йылда башҡарылған эштәрҙе барлап, уларҙың һѳҙѳмтәләре менән таныштырҙы.
- 2013 йыл Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителгәйне, шуға бәйле мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова тәҡдиме буйынса Әзекәй ауылында 300-гә яҡын ағас ултырттыҡ. Былтыр республиканың ҡатын-ҡыҙҙар советы райондар буйлап тәбиғәтте сүп-сарҙан таҙартыу акцияһы алып барҙы. Беҙгә лә килеп еттеләр һәм уларға ҡоролтай ағзалары, Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙы етәкселегендә район ҡатын-ҡыҙҙар советы ла ҡушылды. Бергәләшеп юл, йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙартырға ярҙамлаштыҡ. Республика кимәлендә иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” конкурсында Абҙаҡ һәм Сосновка ауылы хакимиәтенә ҡараған Рысыҡай ауылы ҡатнашты. Абҙаҡ ауылы номинацияла еңеүсе булды. Уларға бүләк итеп, республика бюджетынан 40 мең һум аҡса бүленде. Эскелеккә ҡаршы кѳрәште артабан дауам итеп, “Айыҡ ауыл” конкурсын, ауыл хакимиәттәре араһында үткәреүҙе ойошторорға кәрәктер, тигән теләктә ҡалам. Шулай уҡ эскелектең кѳндән-кѳн кѳсәйеүе арҡаһында халыҡ яҙмышына хәүеф янай. Милләтебеҙҙе был афәттән ҡотҡарып ҡалыу ѳсѳн тѳрлѳ саралар күреү мотлаҡ, шуға күрә тәҡдимдәрегеҙҙе индерегеҙ, мәсьәләне хәл итеү яғын һәр яҡлап ҡарарбыҙ. Ауылдарҙы үҫтереү, проблемаларын хәл итеү маҡсатында Ѳмѳтбайҙа Кирәй-Ҡыпсаҡ ырыуының III съезын үткәрҙек. Был сара алдынан ауыл тулыһынса тәртипкә килтерелде һәм республика бюджетынан бүленгән аҡсаға, яңы күпер һалынды.
Районыбыҙҙан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙең юбилейҙарын үткәреүҙә әүҙем ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ ҡалала урынлашҡан 25-се балалар баҡсаһының 10 йыллыҡ юбилейын билдәләнек. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы Мәскәүгә барып, ҙур уңыштарға ѳлгәшеп ҡайтты. Ѳфѳлә Арыҫлан Мѳбәрәков һәйкәлен асыуҙа ҡатнаштыҡ. Мәшһүр йырсы Ғәли Хәмзиндың исемен мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр башҡарҙыҡ. Район-ҡала кимәлендә яҡташыбыҙҙың исеменә бағышланған йыр конкурсы үткәрҙек.

Рәсәй Федерацияһында белем биреү тураһындағы яңы закон шарттарында Белорет районы муниципаль районында туған телде ѳйрәнеү нисек ҡуйылған, тигән темаға башҡорт гимназияһы директоры Зѳлфиә Басир ҡыҙы Ғәлийәнова сығыш яһаны.
- Бѳгѳнгѳ кѳндә мәғариф системаһында барған үҙгәрештәр, киләсәктә башҡорт теленең предмет булараҡ нисек уҡытылыуы тураһында һеҙҙең менән фекер алышырға теләйем. Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Урал” гәзитенең директор-баш мѳхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы, мәғариф идаралығының башҡорт теле буйынса методисы Лариса Хәлфетдин ҡыҙы, 20-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Зәйнәп Кинйәбай ҡыҙы ҡатнашлығында комиссия тѳҙѳп, башҡорт теленең ниндәй шарттарҙа һәм нисек уҡытылыуын белеү ниәтендә ҡаланың 1-се, 3-сѳ, 20-се мәктәптәрендә һәм башҡорт гимназияһында булдыҡ. Элекке йылдар менән сағыштырғанда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, телде ѳйрәнеү күпкә кәмегән.
Оптимизацияға бәйле районыбыҙҙа күп кенә мәктәптәр ябылды, уҡыусылар йѳрѳп уҡырға мәжбүр. Йыш ҡына ауылдарҙан, хатта күрше райондарҙан ата-әсәләр миңә килеп, балабыҙҙы башҡорт гимназияһына уҡырға алығыҙ, тип үтенә. Әммә беҙҙең уҡыу йорто ауылдарҙан килгән балаларҙы йәшәү урыны менән тәьмин итә алмай. Шуға күрә башҡорт гимназияһында интернат булдырғанда бик яҡшы булыр ине. Мәктәп бинаһының тѳҙѳлѳүенә 100 йыл, уны яңыртырға ла ваҡыт еткән.
Икенсе йыл 17 роман авторы булған яҡташыбыҙ, яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 90 йыл була. Шул айҡанлы яҙыусының исемен йѳрѳткән гимназияға таҡтаташ асыу мәсьәләһен күтәрергә кәрәк. Үҙебеҙҙең бѳйѳк шәхестәребеҙҙе үҙебеҙ күтәрмәһәк, телебеҙҙең артабанғы яҙмышы тураһында ҡайғыртмаһаҡ, быны беҙҙең ѳсѳн бер кем дә эшләмәйәсәк.

Гѳлшат Йомағужина:
- Ысынлап та, яңы федераль стандарттарҙы булдырыу менән “Тормош мәҙәниәте” дәрестәре лә ҡыҫҡартылды. Башҡорт мәҙәниәтен ѳйрәнеүҙән балалар мәхрүм. Тағы ла оптимизация арҡаһында бик күп башҡорт теле уҡытыусылары эшһеҙ тороп ҡалды, уларға нисек тә булһа, ярҙам итеү сараһын күрергә ине. Рус һәм башҡорт мәктәптәре араһында дуҫлыҡ булдырыу маҡсатында шефлыҡ ойошторорға кәрәк, тип тәҡдим итәм.

Әйтелгән һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп, тәҡдимдәргә ҡушылып Н. А. Әлибаев, Әсҡәт Хәйернуров, Мансур Һиҙиәтов, Сатура Минһажитдинова, Рәйес Шәйбәков, Мѳхәррәм Сәлимов, Нур Камалетдинов фекерҙәрен белдерҙе. Шулай уҡ Аҙналы мәктәбен артабан һаҡлап ҡала алырбыҙмы, тигән һорауҙар яңғыраны. Шул иҫәптән Исмәғил хәҙрәт бѳгѳнгѳ кѳндә районыбыҙҙа ваххабизмдың тамыр йәйеүе проблемаһын күтәрҙе. Нисек итеп уларҙың тәьҫиренән халыҡты яҡлау, һаҡлау юлдарын бергәләп хәл итергә саҡырҙы.

Илгиз Теләүбаев:
- Телһеҙ милләт булмай. Әгәр телебеҙ бѳтә икән, тимәк, милләтебеҙ ҙә юҡҡа сығасаҡ. Шуға күрә бѳгѳнгѳ кѳндә мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы ҡоролтай ултырышының иң мѳһим мәсьәләһе итеп ҡуйҙым. Был бик ҡатмарлы сәйәси мәсьәлә булыуына ҡарамаҫтан, ошонда ултырыусылар, башҡорт милләтле мәктәп директорҙары, етәкселәр, шул иҫәптән мин дә, беҙҙең ҡала-районда башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһенә яуаплы.
Шулай итеп, ҡоролтайҙың планына түбәндәге пункттарҙы индерәбеҙ:
1. Мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙы йылына ике тапҡыр ҡоролтай комиссияһы менән тикшерергә;
2. Яныбай Хамматовҡа халыҡ яҙыусыһы исемен биреүҙе һәм гимназияға таҡтаташ асыуҙы ҡоролтай исеменән юлларға:
3. Эшһеҙ ҡалған башҡорт теле уҡытыусыларының эш мәсьәләһен хәл итергә ярҙамлашырға;
4. Рус мәктәптәре менән башҡорт мәктәптәре араһында шефлыҡ булдырыуҙы тормошҡа ашырырға;
5. Ауылдарҙа үткәрелгән сараларға, йыйылыштарға, мотлаҡ, мулла саҡырылырға тейеш. Уны мулланың эскелеккә һәм ваххабизм кеүек традицион булмаған дини йүнәлештәргә ҡаршы вәғәз менән башларға кәрәк.
Ә инде Аҙналы мәктәбенең артабанғы яҙмышы урындағы уҡытыусыларҙан тора. Әгәр унда уҡытыу кимәле һүлпән барһа, әлбиттә, ата-әсәләр балаларын икенсе мәктәптәрҙә уҡытыуҙы хуп күрәсәк һәм уларҙы ситкә ебәрәсәк. Уҡыусылар һаны кәмегән һайын, мәктәптең ябылыуға табан барыуы бѳтәбеҙгә лә мәғлүм, - тип беренсе ѳлѳштѳ йомғаҡланы Илгиз Сафиевич.
Артабан районында Ағинәйҙәр ҡоро эше тураһында, уның етәксеһе Зилә Абзалова һүҙ алды:
- Быға тиклем Шығай ауылында Сәғирә Шәрәфетдинова етәкселегендә “Аҡтамыр” тигән ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы эшләп килде. Уларҙың маҡсаты боронғо башҡорт милли шѳғѳлдәрен тергеҙеү ине. Ә бѳгѳнгѳ кѳндә улар мѳмкинлектәрен киңәйтеп, мәктәп уҡытыусыларын һәм йәштәрҙе лә йәлеп итеп Ағинәйҙәр ҡоро булып китте. Ҡор ѳс быуындан тора. Улар күп тѳрлѳ йүнәлештә эшләй. Иң мѳһиме – ауыл халҡы, балалар араһында эскелеккә, наркоманияға ҡаршы тәрбиә алып барыу, урындағы милли йолаларҙы һаҡлап алып ҡалыу. Шуға күрә кем үҙен халҡының патриоты итеп һанай һәм милләтебеҙҙе күтәреү ѳсѳн бушлай хеҙмәт итергә әҙер “Ағинәйҙәр” ҡорона рәхим итегеҙ. Ҡайһы берәүҙәр ағинәйҙәргә ҡарата яңылыш фекерҙә, йәнәһе, инәйҙәр, әбейҙәр йыйылып, йыр-бейеү менән күңел асып, сәй эсеп йѳрѳй. Ағинәйҙәр халыҡ йолаларын сәхнәләштереп, йәш быуында милли тойғо үҫтерә. Ә бына ағинәйҙәр янында аҡһаҡалдар булһа, тағы яҡшыраҡ булыр ине.
Күптән түгел Сосновка ауылында булырға тура килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда традицион булмаған дин юлында йѳрѳүселәр күбәйгән. Бына ошо мәсьәлә халыҡты борсой.
Ә Шығай, Үткәл, Аҙналы ауылдарында матур саралар ойошторола.

Ҡала-районда башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү йәһәтенән нимәләр эшләнеүе тураһында мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова сығыш яһаны.
- Бѳгѳнгѳ кѳндә иң мѳһим һаналған сараларҙы ғына әйтеп үтәм. Ғѳмүмән, йыл буйына үткәреләсәк саралар күптән планға индерелгән. Миҫал ѳсѳн алғанда, һуңғы арала ғына ҡала-район буйынса 36 сара ойошторолдо. Быйылға Шығай мәҙәниәт йорто нигеҙендә башҡорт мәҙәни үҙәген, йәғни методик үҙәк булдырыу тора. Шығайҙа мәҙәниәтте үҫтереү буйынса күп эштәр эшләнә, шуға күрә фәҡәт ошо ауылды һайланыҡ. Июль башында Шығайҙа Кейеҙ байрамы үткәреп, мәҙәни үҙәкте асабыҙ.
4 февралдә “Инйәр хазиналары” фестивале башланды. Әлеге мәлдә ул ауылдарҙа дауам итә. Бѳгѳнгѳ кѳндә йәш һәм талантлы егеттәрҙән торған райондың башҡорт этно-тѳркѳмѳн ойоштороу ѳҫтѳндә эшләйбеҙ. Тѳркѳмдѳң ижади нигеҙе Белорет районына хас булған йырҙарҙан һәм кѳйҙәрҙән торасаҡ. Мартта Ѳфѳ ҡалаһында этно-тѳркѳмдѳң тәүге сығышы була, артабан улар менән Салауат йыйынында ҡатнашасаҡбыҙ. Әлбиттә, идеялар ҙа һәм маҡсат итеп ҡуйған тормошҡа ашырыласаҡ эштәр ҙә бихисап.
Ҡоролтай секретары Айгѳл Кирамова милли матбуғатҡа яҙылыу һәм уны таратыу мәсьәләләрен күтәрҙе.
Йыйылышта 2014 йылға яңы пландар төҙөлдө, эштәрҙе тағы ла нығыраҡ йәнләндереү буйынса тәҡдимдәр индерелде. «Берҙәм булайыҡ, шунда ғына башҡарған эштәребеҙ һөҙөмтәле булыр», - тине, ултырышты тамамлап, Илгиз Сафиевич.
Нурия Шәрипова.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий