Ауылға иғтибар кәрәк

Үткән аҙнала Волгоград ҡалаһында, “Берҙәм Рәсәй” партияһының тәҡдиме буйынса, Рәсәй ауыл биләмәләре депутаттарының форумы үтте. Башҡортостан делегацияһы етәксеһе булып “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе Рәмзил Ишһарин барҙы.
Съезға илебеҙҙең һәр төбәгенән 1900-ҙән ашыу кеше йыйылған. Уларҙың күпселеген ауыл биләмәһе башлыҡтары, депутаттары, ауыл хужалығы етәкселәре тәшкил иткән. Делегаттар белдереүенсә, форумда ауылдар йылдар буйы хәл итә алмаған проблемалар күтәрелгән. Тәү сиратта, ауыл хужалығы продукцияһының үтә арзан булыуы. Делегаттар: “Һөттөң бер литры 20 һум ғына булыуы көлкө! Уның хаҡын, исмаһам, бер литр солярка хаҡы кимәленә еткерергә кәрәк”, – тип белдерҙе.

Шулай уҡ ҡорға йыйылғандар илдә ауыл хужалығын үҫтереү, ауыл тормошо сифатын күтәреү, эш урындары асыу кеүек мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Әлбиттә, медицина ярҙамының ваҡытында күрһәтелмәүе йәки уның сифатһыҙлығы һәр ауылды борсоуға һала. Шуға күрә делегаттар “Ауыл докторы” проектында ҡатнашҡан табиптарҙың йәшен арттырырға кәрәклеген белдерҙе. “Юғары уҡыу йортонан һуң килгән йәш белгестең бер нәмә лә белмәүе, кѳтѳлмәгән осраҡта юғалып ҡалыуы билдәле. Ә бит тәжрибәле табиптар ҙа шау-шыулы, бысраҡ ҡаланан экологик яҡтан таҙа булған ауылға эшкә килергә әҙер”, - тине улар.
Был тәҡдимде РФ Премьер-министры, “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведев та яҡлап сыҡты һәм “Ауыл докторы” проектында 40, хатта 45 йәшкә тиклемге табиптарға ҡатнашырға мөмкинлек бирергә кәрәклеген әйтте.
Илебеҙҙең бар ауылдарын борсоған мөһим проблема - мәктәптәрҙең ябылыуы. “Әгәр мәктәп ябылһа - ауыл бөтәсәк”, - тине делегаттар. Форумда күтәрелгән бѳтә мәсьәләләр буйынса резолюциялар ҡабул ителде. Хәҙерге ваҡытта уларҙы хәл итеү буйынса программалар әҙерләнә.
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе Рәмзил Ишһарин съездан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашып: “Хәҙерге ваҡытта ауылда хәл ителмәгән социаль, иҡтисади мәсьәләләр күп. Минеңсә, тәү сиратта, ауылда эшһеҙлек проблемаһын хәл итеү мөһим. Съезда төп иғтибар ошо һорауға йүнәлтелде. Әгәр ауылдарҙа ауыл хужалығы предприятиелары эшләһә, эшһеҙлек юғалыр. Халыҡтың матди хәле лә яҡшырыр, иртәнге көнгә ышаныста уяныр ине. Шуға күрә дәүләтебеҙ ошо йүнәлештә ныҡлап эшләргә тейештер, тип уйлайым”, - тине.
Эйе, ауылдарҙағы насар тормош шарттары күптән иғтибар талап итә. Шуға күрә депутаттар ҡоронда күтәрелгән мәсьәләләр ҡағыҙҙа ғына ҡалмаҫ, тип ышанғы килә.
Үҙ хәбәрсе.
Оставить комментарий