Белореттарҙы республика етәксеһе ҡотланы

«Ҡала тураһында минең фекерем яҡшы», - тине Рѳстәм Хәмитов
Үткән шәмбе белореттар ҡалаға нигеҙ һалыныуына 252 йыл тулыуҙы һәм металлургтарҙың һѳнәри байрамын билдәләне. Ҡала халҡын ҡотларға республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рѳстәм Хәмитов та килде.
Рѳстәм Зәки улы ҡаланың Метал-лургтар майҙанында ойошторолған байрамда ҡатнашты һәм ҡала халҡына ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, металлургия комбинатын үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индергән алдынғы металлургтарға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Быйыл республиканың Маҡтау ҡағыҙына ике металлург эйә булһа, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы” исеменә ѳс кеше лайыҡ булды.

“Әлеге ваҡытта металлургия сәнәғәте еңел булмаған ваҡыт кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, Белорет металлургия комбинаты ауырлыҡтарға бирешмәй, эшләүен дауам итә, ѳҫтәмә һалым булдыра, ҡала, республика бюджетын тулыландыра. Социаль-иҡтисади хәлебеҙҙе яҡшыртыу ѳсѳн был аҡса беҙгә бик кәрәк. Ғѳмүмән, Белорет тураһында минең фекерем яҡшы. Ҡала йылдан-йыл үҫә, яңы объекттар, йорттар тѳҙѳлә, юлдар һалына. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешкән, предприятиелар ҙа күп. Республика артабан да ҡалаға ярҙам күрһәтәсәк, тик был үҫеш һәр саҡта ла хәрәкәттә булырға тейеш ”, - тине Рѳстәм Хәмитов сығышында.

Ул яңы ғына эш сәфәре менән алыҫ Бразилияла БРИКС саммитында булып ҡайтыуын һәм, башҡалар менән сағыштырып ҡарағанда, беҙҙә хәлдең яҡшы булыуын, ныҡлы йәмғиәт нигеҙе барлығын да телгә алды.
Сара барышында муниципаль район хакимиәте башлығы В. Г. Миронов, Белорет металлургия комбинатының идара итеүсе директоры В. Г. Камелин да ҡала халҡын байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Тантаналы саранан һуң Рѳстәм Зәки улы ҡаланың 1-се мәктәбендә барған реконструкция эше менән танышты. Был мәктәптә 2012 йылда, ҡаланың 250 йыллыҡ юбилейын ҡаршылауға ярашлы, ремонт эштәре башланғайны. Әлеге ваҡытта башланғыс класс уҡыусылары ѳсѳн тѳкѳтмә һуғылған, ошонда уҡ һауыҡтырыу бассейны тѳҙѳлгән, ашханаға, мәктәптең 4 ҡатына ла тулыһынса ремонт эшләнгән, яңы йыһаздар, ҡорамалдар алынған. Ремонттан һуң мәктәптә 880 бала уҡыясаҡ. Реконструкция эштәре, яңы ҡорамалдар һәм уларҙы урынлаштырыу менән бергә, 218 млн. һумға тѳшкән.
Бѳйѳк Ватан һуғышы ваҡытында 1-се мәктәптә артиллерия мәктәбенең карантины, һуңғараҡ, 1943 йылдың апреленән алып июнгә тиклем, Ҡыҙыл Армияның эвакуацион госпитале урынлашҡан була. Ул ваҡытта класс бүлмәләре дауахана палаталары итеп үҙгәртелә.
Республика етәксеһе ҡаланың Твердышев урамында тѳҙѳлгән социаль йорттан етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балаларға фатир асҡысы тапшырыуҙа ла ҡатнашты. Ул кѳндѳ 13 бала ҡулына асҡыс алып, үҙ мѳйѳшѳн булдырыу бәхетенә иреште. 3 ҡатлы, 33 фатирлы был яңы йорттан, етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙан тыш, муниципаль район хакимиәтендә “Социаль ипотека” программаһы буйынса иҫәптә торғандарға, Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына фатир бүленгән. Шулай уҡ республиканың Мәҙәниәт министрлығы ла Белорет районында эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәренә биреү ѳсѳн ошо йорттан бер фатир һатып алған. Йорт 2012 йылда тѳҙѳлә башлаған.

Тѳҙѳлѳш ѳсѳн 31 млн. 116 мең һум аҡса тотонолған. Фатир асҡыстарын тантаналы рәүештә эйәләренә тапшырғандан һуң Рѳстәм Зәки улы ошо шатлыҡҡа эйә булған Динис Ғәйнетдиновтың яңы фатиры менән танышты. Бәхетле фатир хужаһы республика етәксеһенә, муниципаль район хакимиәтенә, опека һәм попечителлек бүлегенә барыһы исеменән дә рәхмәт белдерҙе.
Республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рѳстәм Хәмитов ҡаланың Киров, Тюленин урамдарындағы 3 саҡрымлыҡ автомобиль юлының торошо, әле барған капиталь ремонт эштәре менән дә яҡындан танышты. Бында алдан түшәлгән бетон асфальтҡа ремонт яһала, туҡталыштар алыштырыла һәм яңыртыла. Ҡойма ямғырҙарға ҡаршы торорлоҡ канализация эшләнә. Ремонт эштәре 65 млн. һумға тѳшә.
Ҡалала 2012 йылдан 2014 йылға тиклем бѳтә булған 61 саҡрым юлдың 16,5 саҡрымына бетон асфальт түшәү планлаштырылған. Был Белорет юлының 30 проценты. Дѳйѳм сығымдар күләме - 174,2 млн. һум. Әле юлдарҙың яртыһы реконструкцияланған. Сентябрь, октябрь айҙарына ремонт эштәре тулыһынса тамамланырға тейеш.
Рѳстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Белорет районының социаль-иҡтисади яҡтан яҡшы күрһәткестәргә ирешеүен билдәләне һәм артабан да тырышып эшләргә саҡырҙы. Ул муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Мироновҡа етди тѳҙѳлѳш компанияларын йәлеп итергә саҡырҙы. “Ҡала бәләкәй түгел, ә үҙегеҙҙең тѳҙѳүселәрегеҙ юҡ. Шул арҡала тѳҙѳлә башлаған социаль объекттарҙы, йорттарҙы ваҡытында тапшырыу менән проблемалар тыуа”, - тине республика етәксеһе. Рѳстәм Хәмитов Мәжит Ғафури урамында тѳҙѳлѳш эштәре оҙаҡҡа һуҙылған балалар баҡсаһын да быйыл бер нәмәгә ҡарамай тапшырырға ҡушты.
Э. Мѳхәмәҙиева.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий