Унда һуғыш

Рәсәй Украинанан ҡасаҡтарҙы ҡабул итеүен дауам итә. Тѳп күршебеҙҙә барған ваҡиғаларҙы һәр кем ҙур борсолоу менән күҙәтә. Хәҙер инде ул һуғыш уртаҡ ҡайғыбыҙға әйләнде, тип әйтһәк тә хата булмаҫ.

Әлеге ваҡытта Белоретҡа һуғыштан ҡасып 44 кеше килде. Уларға ярҙам итеү ѳсѳн муниципаль район хакимиәте бар сараларҙы ла күрә. Берҙәм дислокация үҙәге етәксеһе Антон Локоцков хәл-торош тураһында былай тине: “Беҙгә килгән ҡасаҡтарҙың күбеһе туғандарында урынлашты. Күпселек осраҡта ғаиләләре менән киләләр. Уларҙа эшкә урынлашыу теләге ҙур, тик статустары билдәле булмау сәбәпле, ҡытыршылыҡтар килеп тыуа. Статус алғансы ике ай билдәһеҙлектә ҡалалар. Әлеге ваҡытта уларға медицина ярҙамы бушлай күрһәтелә. Абҙаҡ, Үрге Әүжән, Ломовка, Ҡағы ауылдарынан торлаҡ менән ярҙам итергә әҙер булыуҙарын белдереп шылтыратыусылар бар. Ҡала Советы депутаттары ла ярҙам итә. Ғѳмүмән, ҡасаҡтарға ярҙам итеү буйынса эш яйға һалынған”.
Украинанан килгәндәр араһында биш балалы Татьяна Михайловна менән Александр Владимирович Козырь ғаиләһе бар. Уларҙың бында туғандары юҡ, әммә Сергей исемле мәрхәмәтле кеше ғаиләгә бѳтә уңайлыҡтары ла булған торлағын биреп торған.
Козырь ғаиләһе менән беҙ ҙә аралаштыҡ.
- Татьяна Михайловна, һеҙ ҡасан Украинаны ташлап китергә ҡарар иттегеҙ?
- Луганск ѳлкәһе Рубежная ҡалаһын 22 майҙа бомбаға тота башланылар. Шунда уҡ Донец йылғаһындағы күперҙәрҙе, тимер юл вокзалын шартлаттылар. Шул ваҡыттан ҡаланы уратып урмандарға миналар һалдылар, блокпостар ҡуйҙылар. Беҙҙекеләр Украина ғәскәрен ҡыуып сығарғас, улар ҡаланы блокадаға алды. Тәүге ваҡытта аҙыҡ-түлек индереү мѳмкинлеге лә булманы. Кѳн дә киске сәғәт 9-10-да снаряд ташлай башлайҙар, тѳндә бер аҙ тынып торалар ҙа, таңғы 4-тә тағы ла мәхшәр башлана. Шулай бер туҡтауһыҙ дауам итә. Тѳндәрен бигерәк тә ҡурҡыныс. Самолеттар оса башлаһа, балалар илай, түҙеп торғоһоҙ хәл. Әле әсәйем унда ҡалды, тѳндәрҙе подвалда үткәрәбеҙ, ти.
Беҙҙең биш бала, шуға ла уларҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫҡа ҡарар иттек. 15 июндә Украинанан билдәһеҙлеккә сығып киттек. Интернетта күп балалы ғаиләгә торлаҡ менән ярҙам итәм тигән иғланды күрҙек һәм Белоретҡа килергә булдыҡ.
- Һеҙ киткәндә тыуған илегеҙ ниндәй хәлдә ҡалды?
- Әлеге ваҡытта Украинаның милли гвардияһы йәштәрҙе кѳс менән алып китә, уларҙы блокпостарға тере ҡалҡан итеп ҡуя. Йәштәр ҡалманы тип әйтергә лә була. Хәҙер унда күпселеге пенсионерҙар һәм китеү мѳмкинлеге булмағандар ғына ҡалды. Пенсия түләнмәй, эш хаҡын ҡасан бирерҙәре билдәһеҙ. Украина ғәскәрҙәре социаль объекттарҙы, инфраструктураны, предприятиеларҙы утҡа тота. Былай ҙа хәйерсе йәшәй ине халыҡ, ә хәҙер нисек аяҡҡа баҫырҙары билдәһеҙ. Ирем Киевҡа ҡараған предприятие филиалының директоры ине. Ул, ниңә беҙҙе утҡа тотаһығыҙ, тип Киевтағы етәкселәренә шылтыратты, улар: “Беҙ түгел, ополченецтар”, - тиҙәр. Ә беҙ бит ҡайһы яҡтан снарядтар яуғанын күреп торабыҙ.
Ополченецтар Украина ғәскәрҙәренең сроклы хеҙмәтендә булған 30 егетте ҡулға алды, тик улар, үҙҙәрен һатлыҡ йән тип атауҙарынан ҡурҡып, Украина ғәскәрҙәренә кире ҡайтарыуҙарын һораны. Ополченецтар 18-19 йәшлек һалдаттарҙы автобусҡа тейәп, Украина ғәскәре торған яҡҡа ебәрҙе, тик күперҙә егеттәрҙе Украина һалдаттары атып үлтерҙе. Украина телевидениеһы бѳтә мәғлүмәтте үҙ файҙаларына бороп һѳйләй, ә Рәсәй телевидениеһы Луганскиҙа күрһәтмәй.
Июндә дауахананы утҡа тоттолар. Сирена һыҙғыра башлау менән бѳтәһе лә йәшенеү урынына ҡаса. Әлеге ваҡытта унда ҡалған туғандар ҡурҡыныс фотолар ебәрә, хәл кѳндән-кѳн ҡырҡыулаша.
- Бында һеҙҙе нисек ҡаршы алдылар?
- Шундай яҡшы ҡабул иттеләр, бындай ҡарашҡа ѳмѳт итмәгәйнек. Ә беҙҙә, СССР тарҡалғандан һуң, хакимиәткә яҡын барып булмай, мѳрәжәғәтеңде ҡарап та тормайҙар. Белоретҡа килгәс, шаршамбы кѳндѳ хакимиәткә барҙыҡ, ә йома беҙҙе теркәү мәсьәләһен хәл иттеләр. Ѳлкән улыбыҙ шәмбе кѳндѳ институтта имтихан бирҙе. Ошо уҡ кѳндѳ, ярҙам тәҡдим итеп, кешеләр ҙә килә башланы. Вера Самсоновна ире менән кейем, күп итеп аҙыҡ-түлек алып килде. Кисә эшҡыуар ҡатын Кристина менән икебеҙгә ѳр-яңы йылы кейемдәр килтерҙе. Йәшәргә ѳйѳн биргән Сергейға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
- Эшкә урынлашыу мәсьәләһе хәл ителәме?
- Александрға яҡшы эш тәҡдим иткәстәр, беҙ 1998 йылда Пермь ҡалаһына йәшәргә килгәйнек. 2000 йылда Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорттарын алдыҡ. Унда фатир яллап йәшәүе ауыр булғас, 2004 йылда кире Украинаға ҡайттыҡ. Үҙебеҙҙең яҡшы фатирыбыҙ, Сашаның эш урыны булды. Мин һѳнәрем буйынса шәфҡәт туташы, шуға ла эшкә урынлашыуҙа ауырлыҡтар тыумаҫ. 20 йыл етәксе булып эшләгән иремә эш табыуы еңелдән булмаҫ. Теркәү үтеү менән эш эҙләй башларбыҙ.
- Украинала һуғыш бѳткәс, кире ҡайтырға уйығыҙ бармы?
- Юҡтыр, сѳнки беҙ ополченецтарға ярҙам иттек, ә унда уларға ярҙам иткәндәргә кѳн күрһәтмәйҙәр. Әлеге ваҡытта блокпостарҙан үткән әбейҙәргә автоматтарын терәп ҡурҡытып, мыҫҡыл итеп ҡалалар. Украина гимнын йырларға мәжбүр итәләр, әгәр белмәһәң, бѳттѳ баш инде. Шуға ла блокпостан үтер ѳсѳн беҙҙең балалар гимнды ятланы. Кем оҡшамай, уларҙы сисендереп ҡарайҙар. Әгәр ҙә тәндәрендә күгәргән йәки ышҡылған урын булһа, шунда уҡ ҡулға алалар һәм автобусҡа ултыртып, билдәһеҙ яҡҡа алып китәләр. Украина ғәскәре Красный Лиман ҡалаһын алғандан һуң ирҙәрҙе аттылар, ҡайһы берҙәрен ҡайҙалыр алып киттеләр, ҡатын-ҡыҙҙарҙан кѳлдѳләр. Үҙ халҡынан фашистарҙан да нығыраҡ мыҫҡыл итәләр.
Һатлыҡ йәндәр ҙә бар. Украина ғәскәре килһә, референдумда ҡатнашҡандарҙы, ополченецтарға ҡағылышы булғандарҙы әйтеп бирәләр. Һалдаттар тәүҙә “ҡара исемлеккә” ингәндәрҙең адрестары буйынса йѳрѳп, үстәрен ала.
Северо Донецкиҙа һәм Лисичянскиҙа нефть эшкәртеү заводтары, химик предприятиелар урынлашҡан, әгәр ҙә унда снаряд эләкһә, был тирәләге ҡалаларҙан бер нәмә лә ҡалмаясаҡ. Шуға ла бер тѳркѳм етәкселәр авиация аша утҡа тотмауҙарын һорап, Украина ғәскәрҙәренә осрашыуға барҙы. Уларҙы ҡулға алып, баштарына тоҡ кейҙереп, Киевҡа алып киттеләр. Илдә шундай хәлдәр барған саҡта, илгә ҡайтыу мѳмкинме?!
- Бик талантлы ҡыҙығыҙ бар, тип ишеткәйнек...
- Эйе, Полина ағаһынан ҡалмай илап, дүрт йәштә уҡырға барҙы. Мәктәптә һәләтен тикшереп ҡаранылар ҙа ҡабул иттеләр. Хәҙер уға 8 йәш һәм V класҡа уҡырға бара. Оло улыбыҙ институтҡа уҡырға инергә йѳрѳй, тағы ла балалар баҡсаһы йәшендәге ике бәләкәсебеҙ бар. Үҙебеҙ менән танышыбыҙҙың ҡыҙын - Кристинаны ла алып килдек.
Илен, тыуған йортон ташлап китергә мәжбүр булған ғаиләгә тормоштарын ѳр-яңы биттән башлап ебәреүе еңелдән булмаҫ, әлбиттә. Татьяна һәм Алексейҙең бер-береһенә булған хѳрмәте, татыу ғаиләһе уларҙың был тормошта юғалып ҡалмаҫтар, тигән ышаныс тыуҙыра. Түҙемлек теләйек уларға...
Илебеҙ тыныс булһын.
Р. Мусина.
Оставить комментарий