Мөхәмәтхәнәфиәнән таралғанбыҙ 25-07-2017, 15:36 / Шәжәрә

Мөхәмәтхәнәфиәнән таралғанбыҙ

Һунғы йылдарҙа милләттәштәребеҙ нәҫелен барлап, шәжәрә төҙөүгә ҙур иғтибар бүлә. Башҡорт халҡы ете быуынын мотлаҡ белергә тейеш, әгәр унан да күберәк белһә, был күренешкә һоҡланырға ғына ҡала. Башҡорттарҙан күреп, башҡа милләттәр ҙә үҙ шәжәрәһен төҙөй башланы....
БЫУЫНДАР ТАРИХЫ - ШӘЖӘРӘ 17-08-2015, 16:48 / Шәжәрә

БЫУЫНДАР ТАРИХЫ - ШӘЖӘРӘ

Ҡатай ырыуы башҡорттарының Туғыҙҙар араһынан Хызыр Ғәббәс улы нәҫеле йыйынынан Халҡыбыҙҙың тарихын белеү, йолаларын тергеҙеү, быуындар бәйләнешен нығытыу - беҙҙең изге бурысыбыҙ. Һуңғы ваҡытта ауылдарҙа халыҡтың ошо юҫыҡта әүҙемләшеп, ырыу йыйындары, Шәжәрә байрамдары үткәреүе ҡыуаныслы күренеш. Тимәк, тамырҙары менән ошо ергә береккән милләтебеҙ кѳсѳ бар, ата-бабаларыбыҙ йолаһы, быуындар күсәгилешлеге дауам итә, халҡыбыҙ тарихын онотмай, рухи үҫеш юлында йәшәй. Быны ауылдарҙа уҙғарылған Шәжәрә байрамдары раҫлай....
Сысҡан араһы шәжәрәһе 10-06-2013, 08:58 / Шәжәрә

Сысҡан араһы шәжәрәһе

“Урал” гәзите биттәрендә шәжәрәләр тураһында материалдар баҫылып тора. Бер нисә йыл Учалы районынан берәү үҙенең тамырҙары тураһында яҙғайны. Фәрит Шәйәхмәтовтың шәжәрәһе тулы мәғәнәгә эйә. Улар тѳҙѳгән шәжәрәгә ҡарап, шуны әйткем килә: ике шәжәрә лә Хоҙайбирҙе, Ҡолмандан башланып китә. Элек башҡорт ерҙәре бик ҙур булған, шуға күрә Хоҙайбирҙе менән Ҡолман күп ерҙәрҙе биләгән, күрәһең. Ҡолмандың улы Ғәбдѳк Инйәрҙең түбәнге ағымына китеп, матур тәбиғәтле, тауҙар араһына килеп туҡтай һәм Сысҡан ауылына нигеҙ һалған. Әлеге кѳндә Сысҡан ауылы Ғәбдѳк исеме менән йѳрѳй. Ғәбдѳктѳң улы Рахманғол...
Сығышың һинең ҡайҙан? 11-12-2012, 15:07 / Шәжәрә

Сығышың һинең ҡайҙан?

Ҡаланың «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында тѳрлѳ йола, милли, Шәжәрә байрамдары үткәреү матур традицияға әйләнгән. Баҡсала башҡорт милләтенең бай тарихына, ғѳрѳф-ғәҙәтенә һѳйѳү, хѳрмәт тәрбиәләү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла, тѳрлѳ тәрбиәүи саралар йыш ойошторола. “Ҡаҙ ѳмәһе”, “Ҡарға бутҡаһы”, Нардуған, Сѳмбѳлә байрамдарында, балаға исем ҡушыу йолаһын күрһәтеүҙә ата-әсәләр ҙә теләп ҡатнаша, сараға әҙерлек барышында әүҙемлек күрһәтә. Йыл һайын үткәрелгән Һабантуй байрамы ла ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә....
Ҡоҙғон-Әхмәр ҡатайҙары тарихы 31-10-2012, 16:19 / Шәжәрә

Ҡоҙғон-Әхмәр ҡатайҙары тарихы

Атта бик оҫта, ҡош һымаҡ осоп йѳрѳнѳ. Кѳстәр тиң булмаған алышта ла, Әсмән булһа, еңеп сыға торғайныҡ. Дошман ҡылысы менән һелтәгәндә, Әсмән Турыҡайының бауыр аҫтынан урап сығып, ҡотола торғайны”. Был юлы үрҙә телгә алынған яуҙаштарына, ѳҫтәп Үҙәндән Петр Данилович Проскуряковты, Әзекәйҙән Һаҙый Шәрәфетдиновты килтерә. Тыныс тормошта рәхәтләнеп оҙаҡ йәшәргә тура килмәй Әсмән Шәйәхмәт улына. 1928 йылдың 13 декабрендә уның ғүмере фажиғәле ѳҙѳлә. Үлерҙән бер ѳс кѳн алда тѳш күрә. Имеш, ғазраил, ялбыр сәсле, ҡара йѳҙлѳ ҡатын ҡиәфәтендә, уны йығып һалып, күкрәгенә менеп ултыра ла муйынынан һыға...
Ҡоҙғон-Әхмәр ҡатайҙары тарихы 29-10-2012, 14:42 / Шәжәрә

Ҡоҙғон-Әхмәр ҡатайҙары тарихы

Башҡорт ауылдарының исемен руссаға әйләндереп яҙғанда хаталарға юл ҡуйылған. Рәсми документтарҙа Зәит (Заитово) ауылын Заһит (Загитово) тип тәркәгәндәр. Документтан күренеүенсә, “соборная мечеть” Аҙналы ауылында булған, ул мәсеткә Ҡаҙыш ауылын да беркетеп ҡуялар. Ә бына Әзекәй ауылында “пятивременная мечеть” тип әйтелә. Имам итеп Шакиров Ғүмәр тәғәйенләнә. Шакиров Ғүмәр Мѳхәмәтшакир улы Ырымбур губернияһы Верхнеуральск ѳйәҙе Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында Тамъян-Ҡатай кантонының мировой судьяһы Мѳхәмәтшакир Ғәбитов ғаиләһендә тыуа. Башланғыс дини белемде ауылда ала....
Ҡоҙғон-Әхмәр  ҡатайҙары  тарихы 26-10-2012, 13:59 / Шәжәрә

Ҡоҙғон-Әхмәр ҡатайҙары тарихы

“Урал” гәзитендә “Ҡоҙғон-Әхмәр ауылының ҡыҫҡаса тарихы, йәғни Ҡоҙғон ҡатайҙары” тигән яҙмам баҫылып сыҡҡандан һуң шылтыратыуҙар, ҡотлауҙар, күп булды. Шул уҡ ваҡытта ѳҫтәлмәләр, тѳҙәтеүҙәр менән бергә һорауҙар ҙа бирҙеләр. Күптәрҙе беҙҙең ҡайҙан килеп сығыуыбыҙ, ни ѳсѳн Ҡоҙғон ҡатайҙары икәнлегебеҙ ҡыҙыҡһындыра, ер-һыу атамаларында тороп ҡалған исемдәргә аңлатмалар биреүҙе үтенә. Әлбиттә, мин күберәк Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы тураһында яҙырға тырыштым. Башҡа ауылдар тураһында архив материалдары булһа ла, яҙмай үткәйнем. Был юлы башҡа ауылдар тарихына ҡағылышлы материалдарға урын бирәсәкмен....