БЫУЫНДАР ТАРИХЫ - ШӘЖӘРӘ

Ҡатай ырыуы башҡорттарының Туғыҙҙар араһынан Хызыр Ғәббәс улы нәҫеле йыйынынан
Халҡыбыҙҙың тарихын белеү, йолаларын тергеҙеү, быуындар бәйләнешен нығытыу - беҙҙең изге бурысыбыҙ. Һуңғы ваҡытта ауылдарҙа халыҡтың ошо юҫыҡта әүҙемләшеп, ырыу йыйындары, Шәжәрә байрамдары үткәреүе ҡыуаныслы күренеш. Тимәк, тамырҙары менән ошо ергә береккән милләтебеҙ кѳсѳ бар, ата-бабаларыбыҙ йолаһы, быуындар күсәгилешлеге дауам итә, халҡыбыҙ тарихын онотмай, рухи үҫеш юлында йәшәй. Быны ауылдарҙа уҙғарылған Шәжәрә байрамдары раҫлай.

Үткән аҙнала Манышты ауылының Туғыҙҙар ара- һынан Хызыр Ғәббәс улы нәҫеленең Шәжәрә байрамы үтте. Манышты ерендә кендек ҡаны тамып, ошонда тәпәй баҫҡан изге тѳйәк балаларын бергә тупланы. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, республиканың, ра- йондың төрлө мѳйѳштәренән Хызыр Ғәббәс улы нәҫеле ҡайтып төштө. Быуындарҙы бәйләүсе, нәҫел тамырын нығытыусы байрам ауылға ингән ерҙә стела асыуҙан башланды. Стела асыу тантанаһын башлау ѳсѳн байрамдың мәртәбәле ҡунағы - муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаевҡа һүҙ бирелде. - Бындай изге байрамдар йәш быуында илһѳйәрлек тойғоһон үҫтерә, нәҫел бәйләнешен нығыта, быуындар күсәгилешлеген һаҡ- лай.

Шуға күрә был сараны изге башланғыс, тип һанайым. Ошондай саралар ойоштороу районыбыҙҙың башҡа ауылдарында ла дауам итер, тигән ѳмѳттәмен, - тине Илгиз Сафый улы. Артабан хәйерле сәғәттә “Ҡатай ырыуының Манышты ауылына рәхим итегеҙ!” тигән һәм Ҡатай ырыуы тамғалары тѳшѳрѳлгән стела асылды. Унан ауыл старостаһы Ғаян Абдрахманов теләктәрен еткереп, байрам менән тәбрикләне. Аҡһаҡал, ветеран-уҡытыусы Ну- рулла Миһранов һүҙ алып, ауылдың ҡыҫҡаса тарихы менән таныштырып үтте. Манышты мәктәбенең уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары, ауылдың Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Байрамғәлина телмәр тотоп, был стела ошо тѳбәктәге халыҡтың Ҡатай ырыуынан булыуын иҫләтеп торор һәм йәш быуынға тәрбиәүи яҡтан фәһемле булыр, тине.

Ә инде тѳп сара - Шәжәрә байрамы ауылдың ҡап уртаһында ҡуйылған сәхнә янында дауам итте. Унда ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының милли аш-һыуы - ҡымыҙ, сәксәк менән ҡаршы алып, сәй табынына саҡырҙылар. Ошонда уҡ башҡорттоң ҡунаҡсыллығы, йомартлығы сағылыш тапты. Артабан ҡунаҡтар Ҡатай ырыуының Туғыҙҙар араһы нәҫеле тирмәһен ҡарап сыҡты. Тирмә эсе үҙе бер тарихи музей кеүек ине, сѳнки унда Хызыр Ғәббәс улы нәҫеленән таралған быуындар шәжәрәһе күргәҙмәһе ҡуйылғайны. Сараның рәсми ѳлѳшѳн башлап, алып барыусы Фәрхәнә Ҡотломөхәмәтова байрамдың мәртәбәле ҡунаҡтары менән йәнә таныштырып китте. Башҡортостандың мәҙәниәт ми- нистры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, Инйәр ауыл хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Азаматов һ.б. Тәүҙә Хызыр Ғәббәс улы нәҫеленең әруахтарына имам-хатип Мѳхәмәт Ғәббәсов аят бағышланы. Артабан һүҙҙе байрамды үткәреү идеяһын күтәреп сығыусы, ойоштороусы һәм Хызыр Ғәббәс улы нәҫелен дауам итеүсе дәрәжәле ир-уҙаман, Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте аппараты советнигы Азамат Хызыровҡа һүҙ бирелде. Ул туғандарын, ауылдаштарын, ҡунаҡтарҙы сәләмләгәс, Шәжәрә байрамының мѳһимлеген билдәләп үтте. Һәм Хызыр Ғәббәс улы нәҫеле вәкилдәре тарафынан ауылдың гербын, йәғни тамғаһын, Башҡортостан флагын күтәреү тантанаһы башҡарылды. Артабан байрам менән тәбрикләү ѳсѳн һүҙ ҡунаҡтарға тапшырылды.

- Хѳрмәтле ырыуҙаштар, хал- ҡыбыҙ тарихын нығытыу, киләсәген ҡайғыртыу мәнфәғәтендә әү- ҙем эш алып барыуығыҙ ѳсѳн оло рәхмәтлемен, артабан да рухи күтәренкелек менән изге ниәттәрегеҙҙе дауам итегеҙ, - тине Ранис Рәйес улы һәм Ҡатай ырыуы вәкиле Азамат Мәсәғүт улына иҫтәлекле бүләген тапшырҙы. Динислам Хызыров һүҙ алып, Хызыр Ғәббәс улы нәҫеле тарихына байҡау яһаны. Туғыҙҙар араһынан сыҡҡан бер тармаҡ - Хызыр Ғәббәс улы нәҫеле шәжәрәһе тураһында ентекле мәғлүмәт менән таныштырып китте. Байрам йыр-моң менән үрелеп барҙы. Шәжәрә - ғаилә ныҡлығы, нәҫелдәр бәйләнеше тантанаһы. Илен белмәгән - белекһеҙ, нәҫелен белмәгән - намыҫһыҙ, тигән боронғолар. Ысынлап та, нәҫелһеҙ кеше булмай, уны белмәгән наҙан ғына була. Ә был йәһәттән Хызыр Ғәббәс улы нәҫеле күптәргә ѳлгѳ.

Шулай итеп, артабан байрамды Хызыр ҡарттың 7 балаһы - Әйүп, Хафиза, Рауил, Вазифа, Нәсихә, Илһам һәм Мѳхтәрҙең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре дауам итте. Туғандары, нәҫел-тамырҙары ме- нән яҡынданыраҡ таныштырыу өсөн һәр ғаилә вәкилдәренә һүҙ бирелде. Улар бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелде, үҙҙәре менән таныштырҙы, һѳнәрҙәрен күрһәтте. Эйе, һәр бер ырыу, нәҫел ырыуҙаштары араһында ке- шеләрҙең һаны менән түгел, ә уҡымышлы, арҙаҡлы шәхестәре менән ғорурлана. Хызыр Ғәббәс улы нәҫеленән абруйлы, дәрәжәле, тормошта юғары ҡаҙаныштарға ѳлгәшкән кешеләр күп сыҡҡан.

Мәҫәлән, Азамат Хызыров Башҡортостан Республикаһы Хѳ- күмәте аппараты советнигы, Әхмәт Хызыров Мәскәү заводында автомеханник, Әхтәм Хызыров Олойылға участкаһында мал врачы, уның оло улы Алмаз Хызыров Ѳфѳ ҡалаһында врач, кесеһе Динислам Хызыров дәүләт хеҙмәткәре, Әхтәм Ғәббәсов Баш- ҡортостандың баш гидрологы, уның ҡыҙы Айгѳл Ғәббәсова Ҡазан консерваторияһында эшләй, Рәхимә Таһирова педагогия фән- дәре кандидаты, доцент, Нәркәс Сиражетдинова популяр йырсы, Фәрхәнә Ҡотломөхәмәтова Инйәр сәнғәт мәктәбе директоры һәм бихисап уҡытыусылар, табиптар, музыка белгестәре, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре күп улар араһында.

Шулай уҡ байрамда Хызыр Ғәббәс улы нәҫеле йыр-моңға маһирлығын күрһәтеп, бай концерт программаһы тәҡдим итте. Берҙәмлектә - көс, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Байрамдың юғары кимәле Хызыр Ғәббәс улы нәҫеленең изге эшкә берҙәм күтәрелеүенән ғибәрәт тә инде. Маныштыла Шәжәрә байрамы иҫ киткес матур, ойошҡан үтте. Бындай байрамдар тарихта ҡала. Ғүмер уҙа, быуындар алмашына, беҙҙең урынға балалар баҫыр. Ил, республика, ҡала, район, ауыл киләсәге балаларыбыҙға ниндәй идеалдар ҡалдырыуыбыҙға бәйле. Килер быуындарға ҡалдырылған рухи мираҫ йәмғиәтебеҙ мәнфәғәтендә алға китешебеҙгә ҙур йоғонто яһаясаҡ, балаларҙа ла илгә, ергә һөйөү тәрбиәләйәсәк.
Азамат Мәсәғүт улы ХЫЗЫРОВ, Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте аппараты советнигы: - Быуындар араһындағы бәйләнеште, туғанлыҡ хистәрен нығытыуҙа, һәр ырыуҙаштың, ара-нәҫелдәштең үҙ шәжәрәһе алдында яуаплылыҡ тойғоһон көсәйтеү, тарихи хәтерен тергеҙеү, арҙаҡлы шәхестәрҙең данын күтәреү, уларҙы илгә танытыу йәһәтенән Шәжәрә байрамдарының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Шуға ла һәр кем үҙ тамырҙарын белергә тейеш, тип уйлайым. Мин үҙем шәжәрә тѳҙѳү тураһында бәләкәйҙән хыяллана торғайным. Ниһайәт, уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырып, Динислам ҡустым менән Хызыр Ғәббәс улы нәҫеленең шәжәрәһен тѳҙѳүгә ирештек. Әлбиттә, был тәүге этап ҡына, киләсәктә уны тағы ла тулыраҡ, киңерәк итеп, тармаҡтарын үҫтереп эшләйәсәкбеҙ. Шәжәрәне тѳҙѳгән саҡта мәғлүмәти яҡтан Мәһәҙи бабайым, Хәлиҙә һәм Нәсихә (мәрхүмә инде) инәйҙәрем ярҙам итте. Уларға оло рәхмәтемде белдерәм.
Нурия ШӘРИПОВА.
Автор фотолары.
БЫУЫНДАР ТАРИХЫ - ШӘЖӘРӘ
Оставить комментарий