Сығышың һинең ҡайҙан?

Ҡаланың «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында тѳрлѳ йола, милли, Шәжәрә байрамдары үткәреү матур традицияға әйләнгән. Баҡсала башҡорт милләтенең бай тарихына, ғѳрѳф-ғәҙәтенә һѳйѳү, хѳрмәт тәрбиәләү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла, тѳрлѳ тәрбиәүи саралар йыш ойошторола. “Ҡаҙ ѳмәһе”, “Ҡарға бутҡаһы”, Нардуған, Сѳмбѳлә байрамдарында, балаға исем ҡушыу йолаһын күрһәтеүҙә ата-әсәләр ҙә теләп ҡатнаша, сараға әҙерлек барышында әүҙемлек күрһәтә.
Йыл һайын үткәрелгән Һабантуй байрамы ла ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә.

Ҡала кимәлендәге сараға мәртәбәле ҡунаҡтар, төрлө балалар баҡсаһы педагогтары, ата-әсәләр ҙә саҡырыла. Ғѳмүмән, 25-се «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы коллективы ҡалала ғына түгел, районда ла ижади ҡарашлы булыуҙары, ата-әсәләр менән уңышлы хеҙмәттәшлек алып барыуҙары, ҡала балаларында милли рух тәрбиәләүе менән айырылып тора. Зауыҡлы, заманса йыһазландырылған баҡсаның уңышлы һәм һөҙөмтәле эшләүендә мөдирБүләкбаева Таңсулпан Нуритдин ҡыҙының, үҙ эшенең ысын оҫтаһы булған тәжрибәле тәрбиәселәрҙең хеҙмәте оло маҡтауға лайыҡ.

Күптән түгел унда “Сығышың ҡайҙан һинең” тип аталған семинар-практикум үтте. Бындай сара «Тирмәкәй” балалар баҡсаһында бишенсе йыл рәттән уҙғарыла һәм уны ойоштороуҙа коллектив бай тәжрибә лә тупларға өлгѳргән. Ике өлөштә уҙған сараның теоретик өлөшөндә Т.Н.Бүләкбаева, М.Т. Әхмәтнурова, З.М.Зәйнуллина, Г.Р.Орел нәҫел тарихына, шәжәрәгә ҡағылышлы сығыштар яһаны, ғаилә шәжәрәһенең проектын яҡланы. Зикриндар һәм Заһиҙуллиндар ғаиләһе лә байрамдан ситтә ҡалмаған. Улар үҙ шәжәрәһе, фамилияларының килеп сығышы, ғаилә гербы менән таныштырҙы һәм үҙ һәләттәрен күрһәтеп, ғаиләләрендә яратып әҙерләнгән аш-һыуҙарын тәмләтте.

Сараның икенсе - иң сағыу өлөшөн ысын мәғәнәһендәге Шәжәрә байрамына әйләндереү өсөн тәрбиәселәрҙең, ата-әсәләрҙең ҙур көс һалыуы күренә. Музыкаль етәксе - Л.С. Ниғмәтуллина, тәрбиәселәр - Ә.Р. Мәзитова, Г.В. Әпҡәдирова, Д.Н.Әҙелмырҙина байрамды күңелле һәм ҙур ойошҡанлыҡ менән алып барҙы. Байрам барышында кескәйҙәр генә түгел ата-әсәләр, байрамға килгән ҡунаҡтар ҙа үҙ быуыныңды белеүҙең ни тиклем оло һәм мөһим бурыс булыуына тағы бер тапҡыр инанды, шәжәрәне өйрәнеү буйынса файҙалы мәғлүмәттәргә эйә булды, уны тѳҙѳү буйынса рекомендациялар алды.
Фойела «Минең ғаиләм - минең байлығым» тип аталған бай күргәҙмә лә ойошторолдо. Унда Тирлән, Ломовка балалар баҡсаһы ла әүҙем ҡатнашты. Боронғо башҡорт халҡының йәшәйешен, тормошон күрһәткән эштәр, ата-әсәләр төҙөгән береһенән-береһе байыраҡ, зауыҡлыраҡ ғаилә шәжәрәләре ҡунаҡтарҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Э.МӨХӘМӘҘИЕВА.
Автор фотолары.
Оставить комментарий