Мөхәмәтхәнәфиәнән таралғанбыҙ

Мөхәмәтхәнәфиәнән таралғанбыҙҺунғы йылдарҙа милләттәштәребеҙ нәҫелен барлап, шәжәрә төҙөүгә ҙур иғтибар бүлә. Башҡорт халҡы ете быуынын мотлаҡ белергә тейеш, әгәр унан да күберәк белһә, был күренешкә һоҡланырға ғына ҡала. Башҡорттарҙан күреп, башҡа милләттәр ҙә үҙ шәжәрәһен төҙөй башланы.
Бынан ун йыл самаһы элек Аҙналы ауылында Шәжәрә байрамында ҡатнашып, үҙебеҙҙең – Канафиндарҙың шәжәрәһен төҙөү хыялы барлыҡҡа килде. Беҙҙең атай сығышы менән Аҙналы ауылынан.
Тәүҙә Өфө архивына мөрәжәғәт иттек. Шәжәрәне ике йылға яҡын эшләнеләр. Ярай әле, архивҡа бәйле кешеләр үҙебеҙҙең Шығай ауылы яғынан: Тимур һәм Нур Мохтаровтар үҙҙәренең ун ете быуынын (яңылышмаһам) тапҡан. Улар архивтан беҙгә биш быуын олатай-өләсәйҙәрҙе барлап бирҙе.
Ир яғынан ғына туғандарҙы табып, шәжәрә төҙөүгә риза түгелмен. Әсәйҙәр ҙә беҙгә ҡанын биреп, ҡарынында туғыҙ ай йөрөтә. Шуға күрә башҡорт әсәй яғынан да шәжәрә төҙөргә тейештер. Мөхәмәтхәнәфиәнән киткән Канафиндарҙың барыһын да - ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет яғынан бөгөнгө көнгә тиклем теүәлләнем. Мөхәмәтхәнәфиә олатайҙан тыуған дүрт улының балалары хәҙер 260-тан ашыу.
Ике олатайҙың тере булған балаларынан иң ололары – Марат Ишбулды улы һәм Хәниф Хәсән улы Канафиндар исемдәре, ҡасан тыуған һәм үлгән йылдары тураһында һѳйләне, шунан сығып, шәжәрә төҙөнөм.
Шәжәрәне ҡалала баннер итеп эшләтеп алдым.
Инсаф Канафиндың материалын гәзиттең 59-сы һанында уҡығыҙ.
Оставить комментарий