Тарих төпкөлөнән тамырҙарын беҙ барламай, кемдәр барлаһын...

Тарих төпкөлөнән тамырҙарын беҙ барламай, кемдәр барлаһын...
Һәр кешегә үҙенең 7-10 быуын ата-бабаһын белеү фарыз. Шул ваҡытта ғына ул тыуған төйәгенең, тыуған йортоноң, үҙ халҡының сығышын белә. Ваҡыт үтә. Ергә яңы быуын тыуып тора. Тимәк, тормош дауам итә. Итһен, әлбиттә, тик быуындар сылбыры ғына өҙөлмәһен. Тамырҙарҙы барлап, нәҫелдәренә генә хас күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап, түкмәй- сәсмәй йәш быуынға еткереүҙе изге бурыс итеп алған XIX быуат урталарында йәшәгән Әхмәтша уҙамандың балалары.
Яңыраҡ тамырҙарын барлау, төйәгенә ҡарата һаҡсыл ҡараш, ғаилә- ара туғанлыҡ ептәрен тағы ла ныҡлыраҡ нығытыу маҡсаты менән Әхмәтшиндар, Әпҡәдировтар, Маға- зовтар, шау-гөр килеп, Шәжәрә байрамын үткәреп ебәрҙе. Фамилиялары төрлө булыуға ҡарамаҫтан, бер нәҫелдән таралған балалар бер май- ҙанға йыйылды. Тамырҙары то- тош илебеҙгә таралған, оҙаҡ йылдар күрешмәгән туғандар, донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, байрамға килеп еткән. Бүртәй йылғаһы буйындағы яланда милли, матур кейемдәрҙә йәше-ҡарты, бала- саға. Ҡаҙандар аҫылған, Әхмәтша нәҫеленең уңған ҡатын-ҡыҙҙары, йәш-елкенсәге, килендәре һый- хөрмәт әҙерләй. Сәхнә янында бай күргәҙмә ойошторолған, йыйындың төп документы - шәжәрә төшөрөлгән ҙур баннер эленгән. Төрлө стендтар, фоторәсемдәр береһен дә битараф ҡалдырмағандыр. Унда һәр кем яҡынының, туғанының фоторәсемен күреп ҡалырға тырышты. Олораҡтар балаларын, ейәндәрен шәжәрәһе менән яҡындан таныштырҙы. Әхмәтшиндарҙың Шәжәрә байрамы изге Рамаҙан айы тамамланып, Ураҙа ғәйетендә үткәрелеүе тәрән мәғәнәгә эйә булды. Рафиҡ Әхмәтшин йыйынды “Фатиха” сүрәһе менән башлап ебәрҙе. Һуңынан сәхнә түренә байрамды ойоштороусыларҙың береһе, нәҫелдең абруйлы вәкиле Зинаф Зиннур улы Әхмәтшин күтәрелде.
- Бөгөн оло йыйын. Туғандар, нәҫелдәр, яҡын ҡәрҙәштәр бергә йыйылып быуындарыбыҙҙы барлай- быҙ, киләсәгебеҙҙе күҙаллайбыҙ. Бөгөнгө көн тарихта ҡалырға тейеш. Нәҫелебеҙҙә тәүге тапҡыр оло йыйын үтә. Һәр ағастың тамыры булған кеүек, беҙҙең дә үҙ тамырыбыҙ бар. Ул, тарихи документтар буйынса, 1730 йылға барып тоташа. Унынсы быуын олатайыбыҙ Ураҙгилде донъяға килгән. Етенсе быуын олатайыбыҙ Әхмәтша иһә 1851 йылда тыуған. Шунан киткән дә инде Әхмәтша нәҫеле. Бөгөнгө йыйылыуыбыҙҙың төп сәбәбе - балаларыбыҙҙы бер- береһе менән яҡындан таныштырыу. Беҙ үҙ быуыныбыҙҙы беләбеҙ, ә балаларҙы танып етмәйбеҙ. Киләсәк быуын бер-береһен таныһын ине. Ә бит нәҫелебеҙ ныҡлы, тармаҡлы. Бөгөнгө көндә 680-гә яҡын кеше иҫәпләнәбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ әйткән, кешенең бер көнө икенсеһенә оҡшарға тейеш түгел. Теләк шул - көндәрегеҙ береһенән-береһе яҡшыраҡ, яҡтыраҡ булһын, тик шатлыҡтар, иман килтерһен, күңелдәрегеҙ киң булһын. Бөгөнгө байрамыбыҙ ҡотло һәм мөбәрәк булһын, - тине ул, туғандарын тәбрикләп.
Оло йыйын үткәреү өсөн нәҫел ағасын да тергеҙергә тура килгән Харрас Әхмәтшин нәҫелдәренә. Архивта ете быуын ата-бабаларының исеме генә түгел, уларҙың ырыу- тамғалары ла табылған. Улар нигеҙендә ысынбарлыҡ асыҡланған. “Быға тиклем үҙебеҙҙе тамъяндар тип уйлай инек. Архивта һаҡланған документтар дөрөҫлөк индерҙе. Боронғо метрика китабында олатайыбыҙ үҙенең тамғаһы менән ырыуын яҙып үткән. Ҡоҙғон-ҡатай ырыуынан Һурпылар араһы вәкилдәре беҙ”, - тине байрамды ойоштороусы Наил Үзбәк улы Әхмәтшин.
Ә нәҫел ағасын - шәжәрәне төҙөүгә Рафиҡ Үзбәк улы Әхмәтшин күп көс һалған. Архив материалдарында күп эҙләнергә тура килә уға.
- Бөгөнгө көн тулҡынландырғыс, - ти шәжәрә төҙөүсе. - Нәҫел ағасын төҙөп, оло йыйын үткәрергә күп- тән йыйына инем. Теләгемде ағайҙарым да хуплап, күтәреп алды. Архив материалдарына нигеҙләнеп эшләнгән шәжәрәне 1730 йыл менән сикләйбеҙ. Харрас олатайға тиклем беҙҙең нәҫел Ураҙгилдин фамилияһын йөрөткән. Күреүебеҙсә, Ураҙгилденең улы Ниғмәтулла. Борон-борондан ошо ерҙәрҙә йәшәгәнбеҙ. Ҡулыбыҙға ҡорал тотоп, еребеҙҙе яҡларға ла тура килгән. Борон башҡорт өсөн шәжәрә байраҡ булған. Байраҡты һаҡлап йөрөткәнбеҙ. Шәжәрә сылбыры өҙөлөргә тейеш түгел. Уны нәҫелдең иң абруйлы кешеһе һаҡлап йөрөткән. Бөгөн, ниһайәт, уларҙың исемен ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ. Был эште күмәкләп атҡарып сығыуыбыҙға шатмын һәм рәхмәтлемен. Беҙ ҙә нәҫелебеҙҙе барланыҡ, тамыр- ҙарыбыҙҙы нығыттыҡ. Ә йәш быуынға шәжәрәне үҫтерергә, байытырға ғына ҡала.
Нәҫел башлыҡтары - Зинаф, Әсҡәт, Наил Әхмәтшиндарға, Рамазан Әпҡәдировҡа, Ҡадир Маға- зовҡа, Төмән ҡунағы - Рәзифә Шәрәфетдиноваға һәм байрамды мәҙәни яҡтан биҙәүгә тос өлөш индергән Илнур Әхмәтшинға шәжәрәләр бүләк итте.
Сәскәме, ҡарағаймы, кеше булһынмы - барыһы ла тамыры ныҡ булғанда ғына ел-дауылдарға бирешмәй йәшәй ала. Был йәһәттән Әхмәтша нәҫелендә ғорурланырлыҡ шәхестәр барлығын беләбеҙ. Белем биреү, сәнғәт, башҡа тармаҡ өлкәһендә районда ла, республика кимәлендә лә киң билдәлеләр. Улар йәштәргә өлгө. Нәҫелдең һәр кешеһе абруйлы, һәр береһе ғаиләһе менән балалар үҫтереп, намыҫлы хеҙмәт итеп, илгә кәрәкле кешеләр булып йәшәйҙәр. Шуға ла сәхнә түренә бер- бер артлы күтәрелеп, үҙҙәре менән таныштыра торҙо, бүләктәрен бирә торҙо.
Оло йыйын алдынан нәҫел тағы ла тулыланды. Ғәзизә һәм Хәниф Әхмәтшиндар киленле булды. Яңы йәш ғаилә барлыҡҡа килде. Килендең төклө аяғы менән төшөүен, ошо ергә берегеп китеүен теләнеләр. Йәш килен менән кейәү Юлиә һәм Илдарҙың артабан да ата-олаталары нәҫелен дауам итәсәгенә һис кенә лә шикләнмәй улар.
Йәндек буйы кискә тиклем йыр- моңдан, уйын-көлкөнән яңғырап торҙо. Балалар рәхәтләнеп төрлө уйындар уйнаны, ололар ҙур табын артында күп йылдар күрешмәгән туғандар менән аралашып һүҙҙәре бөтмәне. Хатта нәҫелде дауам итеүсе ике айлыҡ ҡына Камил да был көн үҙен тыныс тотто, баҫалҡылыҡ һаҡлағандай тойолдо.
Биш йылдан йәнә оло йыйын ҡороп, тағы ла күберәк булып осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты Аҙналынан Һурпылар араһы Әхмәтша нәҫеле.
Эльвира ХӘМЗИНА.
Рафиҡ Әхмәтшин фотоһы.
Оставить комментарий