Таҡтаташ ҡуйылды

Таҡтаташ ҡуйылды
Ҡоҙғон-ҡатай ырыуына ҡараған Һурпылар араһы Әхмәтша нәҫеленең Шәжәрә байрамы беренсе көндә ауылдың тәүге нигеҙе - "Иҫке ултырыш" яланында иҫтәлекле таш ҡуйыуҙан башланып китте.
Был тулҡынландырғыс тантанаға Әхмәтшиндар нәҫеленең башында торған, ул заман өсөн бик аҡыллы һәм абруйлы Мырҙағол атлы батырҙан таралған нәҫел- нәсәп вәкилдәре йыйылды. Тантананы ошо сараны ойоштороусылар Зинаф, Наил, Рафиҡ Әхмәтшиндар асты. Улар нәҫелдәренең килеп сығышы, Аҙналы ауылы тарихы тураһында һөйләп үтте. Гранит ташҡа башҡорт һәм рус телендә: “Аҙналы, Ҡаҙыш (Зәйет) ауылдары XVIII быуат уртаһына тиклем ошо урында ултырған” тип яҙылған.
Нәҫелдең көсө үҙ тарихыңды, халҡыңдың тарихын белеүҙә һәм хөрмәт итеүҙә сағыла. Ә Әхмәтша нәҫеле был изге һәм сауаплы эште бына шулай ата-бабаларының рухын ҡыуандырып үтәп ҡуйҙы. Мырҙағол батырҙың вариҫтары тыуған ере өсөн башын һалған оло Аталарының ҡәберенә зыярат ҡылды.
Зинаф Әхмәтшин:
- Элекке Аҙналы ауылы ултырған ергә таш ҡуйыу уйы күңелде күптәнән өйкәп йөрөй ине. Ниһайәт, туғандар менән килешеп, ошо изге эште еренә еткереп үтәп ҡуйҙыҡ. Был Мырҙағол олатайҙан таралған кешеләр өсөн генә түгел, ә ошонда йәшәгән, ерләнгән әруахтарҙы хәтерләтеп, иҫкә төшөрөп тороу өсөн дә кәрәк. Уларҙың рухын ризалыҡҡа ҡалдырыу, йәштәр үҙ тарихын белеп үҫһен өсөн тырыштыҡ.
Наил Әхмәтшин:
- Беҙ, малайҙар, бала саҡта бер- беребеҙ менән бәйләнешеп китһәк, оло ағайҙар: “Һеҙ бит Ниғмәтулла ҡарт балалары, бер олатайҙан таралғанһығыҙ, дуҫ булығыҙ”, - тип әйтерҙәр ине. Беҙ, оло быуын вәкилдәре, зат-ырыуҙы белеп үҫтек. Нәҫелебеҙ бөтөн Рәсәй буйлап таралған, балаларыбыҙ бер-береһен танып йөрөһөн ине.
Сатура МИНҺАЖИТДИНОВА.
Оставить комментарий