Сысҡан араһы шәжәрәһе

“Урал” гәзите биттәрендә шәжәрәләр тураһында материалдар баҫылып тора. Бер нисә йыл Учалы районынан берәү үҙенең тамырҙары тураһында яҙғайны. Фәрит Шәйәхмәтовтың шәжәрәһе тулы мәғәнәгә эйә.

Улар тѳҙѳгән шәжәрәгә ҡарап, шуны әйткем килә: ике шәжәрә лә Хоҙайбирҙе, Ҡолмандан башланып китә. Элек башҡорт ерҙәре бик ҙур булған, шуға күрә Хоҙайбирҙе менән Ҡолман күп ерҙәрҙе биләгән, күрәһең. Ҡолмандың улы Ғәбдѳк Инйәрҙең түбәнге ағымына китеп, матур тәбиғәтле, тауҙар араһына килеп туҡтай һәм Сысҡан ауылына нигеҙ һалған. Әлеге кѳндә Сысҡан ауылы Ғәбдѳк исеме менән йѳрѳй. Ғәбдѳктѳң улы Рахманғол хәҙерге Асы ауылына килеп, Иген тауына нигеҙләнә.

Минең атай һѳйләүенсә, Асы ауылына нигеҙ һалыусы Рахманғол. Рахманғолдың малайы Ғилмандың балалары бик күп була. Улар барыһы ла Асы ауылында нигеҙләнә. Мин был шәжәрәлә бик йыраҡҡа китмәй, үҙебеҙҙең Ҡатай башҡорттарының Сысҡан араһы тураһында һүҙ йѳрѳтѳргә уйлайым. Элекке башҡорт кешеләре араларға бүленеп, һәр ара бер тирәлә ѳйҙәр тѳҙѳп йәшәгән. Шуны әйткем килә: беҙҙең Асыла бик матур ялан - Сысҡан туғайы бар. Минең фекеремсә, Сысҡандар араһы шунда урынлашҡан булғандыр. Донъяларҙың үҙгәреп китеүе сәбәпле, бѳтәһе лә Асы ауылына күскән.

Ғилмандың балалары - Хәлиулла, Хәким, Шәһивәли, Ғәббәс, Дауыт һәм ҡыҙы Әминә. Улар араһынан беҙҙең Шәһивәли олатай тураһында әйтеп үтергә лә кәрәк, ә ҡалғандары тураһында Ѳфѳлә йәшәүсе Хәбибулла улы Хәбирҙең эшләгән шәжәрәһендә тулы мәғлүмәттәр бирелгән.
Шәһивәли Асы ауылында указной мулла була. Фәрит Шәйәхмәтовтың шәжәрәһендә былай тип әйтелә: “Шагивалий Гильманов Муазинь. Утвержд. пред. губ правлен. 17 января 1910г. № 742 д. № 1317-09 г.” Ул 1930 йылда репрессияға эләгә. Уның да балалары бик күп була, тамырҙары Асы ауылында йәшәй. Шәһивәлиҙең балалары: Хәлиулла, Хәбибулла, Рәхилә, Хәлимә, Хѳпиямал, Хәмиҙә, Фатима, Сәлимә.
Хәлиулланың балалары: Зифа Инйәрҙә йәшәй, Нурзия - Асыла. Рәхиләнең балалары - Әминә, Йәмилә, Сәхәүләт, Ғилфан, Вәлимә. Хәлимәнең балалары үлеп бѳткән - Мѳхәмәт, Сәмиға, Зѳһрә, ә уларҙың балалары Ѳфѳлә, Белоретта, Сәмиғаның балалары ла таралышып, тѳрлѳ ерҙә йәшәй. Хѳпиямалдан - Мәймүнә, унан тыуған Ғилмитдин, Минһажитдин. Хәмиҙәнән - Сынтимер (Силәбе ѳлкәһендә), Ҡәйүм Белоретта йәшәй ине, үлеп ҡалды. Фатиманан Шаһиморат. Шаһимораттан - Хәмит, Тәнзилә, Факиһа, Зәкиә Белоретта йәшәй, Хәлфит Белорет заводында үлеп ҡалды. Сәхирәнән - Ҡасим, Әхтәм, Сәлимәнән - Тимербай Учалыла йәшәй, Кәбирҙең ғаиләһе Муллаҡай ауылында тора.

Хәбибулланан - Сабир, Зәкир (Фәнүр), Хәбир, Шәһиҙә, Ғәмир. Сабирҙың балалары - Айҙар милицияла эшләп, хаҡлы ялға сыҡты, әле хәрби комиссариатта эшләй, Рѳстәм “Асы” шифаханаһында табип. Закирҙың биш балаһының икеһе генә тере. Гѳлиә Сибай ҡалаһында уҡыта, Илдар Белоретта йәшәй. Хәбир Ѳфѳлә тора. Балалары Асия, Дилара, Айрат - бѳтәһе лә юғары белемле. Айрат табип булып эшләй. Шәһиҙәнән Морат Инйәрҙә йәшәй, Лилиә Мәләүез ҡалаһында йәшәй.

Ғәмирҙың балалары - Ләйсән Ғәбдѳк мәктәбендә уҡыта, Йәмил Рәүәттә йәшәй, Алһыу Асы мәктәбендә уҡыта, Рәмил Маныштыла йәшәй. Уларҙың балалары тураһында шәжәрәлә тулы мәғлүмәт бирелгән.
Мин шәжәрәне атайҙан (Хәбибулла) яҙып алған буйынса тѳҙѳнѳм. Хаталар булыуы ла мѳмкин, ә Ѳфѳ шәжәрәһе архив материалдарына таянып эшләнгән.
Үҙегеҙҙең шәжәрәгеҙҙе ѳйрәнегеҙ, туғандарығыҙҙы белегеҙ. Ул һеҙгә йәшәрәгә кѳс, дәрт бирер.
Сабир Ғилманов.
Белорет.
Түбәндә филология фәндәре кандидаты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре Рәшит Йомадил улы Акубеков һәм тарих фәндәре кандидаты, доцент Фуат Мырҙағәле улы Сѳләймәнов тѳҙѳгән шәжәрә.
Оставить комментарий